+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 15:00

Киләсәккә йөҙ тотоп... Район йәштәре "Гайд-парк" форматында халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләһе буйынса фекер алышты

13 ғинуарҙа район мәҙәниәт һарайында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова етәк-селегендә "Гайд-парк" форматында "Халыҡ иҫәбен алыу йәш быуын күҙлегенән" тигән исем аҫтында йәштәр форумы үтте. Уның төп темаһы булып быйыл Рәсәйҙә 1-30 апрелдә үтәсәк сираттағы мөһим һәм әһәмиәтле, ҙур күләмле сара - халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләһе торҙо. Форум эшендә шулай уҡ спикерҙар - Ғафури районында халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса уполномоченный Гүзәл Марат ҡыҙы Фәтҡуллина, район статис-тика бүлегенең баш белгесе Асия Рәшит ҡыҙы Латипова, район тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Виктор Николаевич Курмаев, ра-йон мәҙәниәт һарайы директоры Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы Юлмөхәмәтова ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова сараны асып, барыһын да сәләмләне һәм коронавирус менән бәйле, форумға йәштәрҙе бик күп йыя алмауҙарын билдәләне.
-Районда алда торған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эштәре киң ҡолас алды. Бөгөнгө осрашыу тап был мөһим эш сиктәрендә планлаштырылған сараларҙың береһе. Бындай форматтағы осрашыу тәүгә үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, ике яҡ өсөн дә файҙалы, бик яҡшы аралашыу сараһы булып тора. Һәр кемгә йәниҫәп алыуға етди ҡарарға, унда әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Сарала һөйләнелгәнде класташтарығыҙға, яҡында-рығыҙға еткерерһегеҙ, тип ышанабыҙ, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы.
Спикерҙарҙың береһе - халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный был өлкәлә ҙур тәжрибәгә эйә булған Гүзәл Фәтҡуллина йән иҫәбен алыу мәсьәләһенә ентекле туҡталып, был күләмле сараның сит илдәрҙә нисек үтеүе хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, элеккеләренән нимәһе менән айырылыуын билдәләне. Әйткәндәй, илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың быйылғыһы тәүгеһенән цифрлы буласаҡ. Иҫәп алыусылар респонденттарҙан алған барлыҡ мәғлүмәтте планшеттарға теркәйәсәк, шулай уҡ кешеләр электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын Дәүләт хеҙмәттәре порталында тултырыу мөмкинлегенә лә эйә буласаҡ. Артабан Гүзәл Марат ҡыҙы һәр йән иҫәбен алыу ниндәй принциптарҙан сығып уҙғарылыуына аңлатма бирҙе: даимилыҡ (халыҡ иҫәбен алыу ун йылға бер тапҡыр үткәрелеп, ул демографик тенденцияны күҙәтергә һәм дәүләт программаларын көйләргә мөмкинлек бирә); берҙәм ваҡыт (халыҡ тураһында мәғлүмәт йыйыу берҙәм мәлдә, датаһы һәм ваҡыты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнә); үҙбилдәләнеш (халыҡ иҫәбен алыу барышында мәғлүмәт биреүсе үҙенән алынған мәғлүмәтте бер ниндәй ҙә документтар менән раҫларға тейеш түгел, иҫәп алыу ҡағыҙына яуаптар респондент һүҙҙәре буйынса ғына индерелә); дөйөмлөк (Рәсәй Федерацияһының барлыҡ граждандары, илдә даими йәшәгән сит ил кешеләре һәм гражданлығы булмағандар, шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыу датаһына Рәсәйҙә булыусы башҡа ил кешеләре иҫәпкә алынасаҡ); йәшеренлек (халыҡ иҫәбен алыу барышында алынған мәғлүмәттәр кем булыуы билдәле булмаған хәлдә Росстатҡа ебәреләсәк, башҡа кешеләргә тапшырылмай һәм респонденттарҙы индентификациялау өсөн файҙаланылмаясаҡ).
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса һорауҙарға яуаптар иҫәп алыу ҡағыҙҙарына яҙыла. Йәниҫәп алыуҙың төп документы Л формала буласаҡ. Ул респонденттарҙың социаль-демографик һәм социаль-иҡтисади хәле тураһындағы 23 һорауҙы үҙ эсенә ала. Бер өйҙә даими йәшәгән һәр бер кешегә Л формаһы айырым тултырыла.
Районда бөтәһе 57 иҫәп участкаһы һәм 9 иҫәп алыу стационар участкаһы эшләйәсәк.
Район тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире В.Курмаев халыҡ иҫәбен алыу тарихына байҡау яһаны. А.Латипова менән Р.Юлмөхәмәтова ла үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Сараға саҡырылған районыбыҙ йәштәре әүҙемлектәре менән айырылды, уртаға һалып тикшерелгән был етди темаға ҡыҙыҡһыныуҙары көслө ине. Йәштәр үҙ фекерҙәрен белдерҙе, спикерҙарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, яуаптар алды.
-Йәниҫәпте нисек үтергә?
-Йәниҫәп алыусыны көтөп ултырыу мотлаҡ түгел. Һорау алыу ҡағыҙҙарын Интернет аша Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү порталында ла тултырырға мөмкин. Респонденттың иҫәп алыуҙы үтеүен раҫлап цифрлы код бирелә. Иҫәп алыусы өйгә килгәндә, планшет, смартфон экранындағы йәки баҫтырып алынған штрих-кодты күрһәтеү ҙә етә. Анкеталағы барлыҡ мәғлүмәт йәниҫәп алыусыға биреләсәк планшетҡа индереләсәк. Шулай уҡ стационар участкаларҙа ла иҫәп алыуҙы үтеү мөмкин буласаҡ.
-Кем иҫәп алыусы була ала?
-18 йәштән өлкәнерәк, РФ гражданлығы булған һәр кем иҫәп алыусы булырға мөмкин. Бының өсөн алдан яҙылырға, тейешле уҡыуҙар үтергә, шулай уҡ инструктаж тыңларға кәрәк буласаҡ.
-Агрессив респонденттар менән нимә эшләргә?
-Ундайҙарҙың исемлеге бар, улар янына хоҡуҡ һаҡсылары менән бергә йөрөргә тура киләсәк.
-Иҫәп алыусы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
-Был эш еңелдән түгел, әлбиттә, ентеклелек, ҡыҙыҡлы һәм стресҡа бирешмәүсәнлек, ойошҡанлыҡ һәм яуаплылыҡ, намыҫлылыҡ һәм аралашыусанлыҡ талап ителә.
Сараға йомғаҡ яһап, шуны әйтергә кәрәк: йәштәрҙең үҙ-ара бәхәсләшеү майҙансығы ярайһы ғына мауыҡтырғыс һәм файҙалы булды. Заманса сәйәси ток-шоу килеп сыҡты тип әйтергә мөмкин. Бындай бәхәскә ҡоролған осрашыуҙарҙы мөмкин тиклем йышыраҡ ойошторорға кәрәк тигән ҡарарға килде сарала ҡатнашыусылар, сөнки йәштәр - көслө һәм сәскә атыусы илебеҙ үҫешенең төп өҫтөнлөгөнөң береһе.
Сараны ойоштороусылар дискуссия майҙансығының ҡыҙыҡлы форматы, шулай уҡ методик ярҙам күрһәткән БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына һәм БР "Йәштәр сәйәсәте лигаһы" РОО РМИ-һы командаһына рәхмәтле булды.
Читайте нас: