Быйыл керәшен һыу инеүҙәре өсөн Башҡортостан буйынса 74 рәсми мәке әҙерләнгән. Районда йылдағыса Красноусол шифаханаһындағы һәм Табын ауылындағы ҡойоноу урындарында кеше күп булды. Байрам ваҡытында халыҡтың хәүефһеҙлеген тәүлек әйләнәһенә “Ашығыс ярҙам”, полиция хеҙмәте, урындағы власть вәкилдәре тәьмин итте. Машиналар ҡуйыу өсөн парковкалар, ҡойонғандан һуң йылыныу, ҡайнар сәй эсеү мөмкинлеге лә булдырылды.
Пандемия шарттарындағы санитар талаптарға ярашлы, байрамға килеүселәр хәүефһеҙ арауыҡ һаҡлап, ашыҡмай ғына йола тәртибен үтәнеләр.