+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 13:00

Тигеҙ ғүмер итеү - татыулыҡтан

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мораҙ ауылында йәшәүсе Шәриповтар ғаиләһенә быйылғы йыл шатлыҡ алып килде. Шатлыҡ, әлбиттә, һәм уның да ниндәйе бит әле. Пар ҡанатлы булып алты тиҫтә йыл ғүмер итеү һәр кемгә лә насип түгел был донъяла. Ә Нәжибә Шәмсетдин ҡыҙы менән Әхтәм Сәғиҙулла улының тормош юлынан иңде-иңгә ҡуйып бергә атлауҙарына ошо көндәрҙә 60 йыл тула. Уларҙың парлы ғүмер юлы 1961 йылдың 24 ғинуарынан башлана.

Ғаилә башлығы Әхтәм Шәрипов Мораҙ ауылында 1938 йылда тыуа. Йәше еткәс, әрме хеҙмәтенә алынып, өс йыл Германияла һалдат һурпаһы эсә. Ә Һабай ауылынан Хәҙисә менән Шәмсетдин Мөкәйевтарҙың 8 балалы ғаиләһендә 1943 йылда донъяға килгән Нәжибә был ваҡытта мәктәптә уҡый. Класташтары менән Ҡауарҙы мәктәбенә йәйәүләп йөрөп белем ала.
Армиянан һалдат хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Әхтәм Юлыҡҡа туғандарына китеп барғанда мәктәптән ҡайтып килгән ҡыҙҙарҙы осрата һәм араларынан берәүһенә, йәғни Нәжибәгә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Оҙаҡ уйлап тормай егет, тимерҙе ҡыҙыуында һуға, иптәше - күсер егет Фәрүәз менән ҡыҙҙы урлап алып ҡайта. Иртәгәһенә Нәжибәнең атай-инәһенең ризалығын алырға барып, өс көн үтеүгә никахлашалар. Яҙмыш Әхтәм менән Нәжибәне бына ошолай осраштыра ла, оҙаҡ та үтмәй шулай ҡауыштыра. Бына 60 йыл инде улар татыулыҡта, тигеҙ ғүмер итә.
Шәриповтар 8 балаға ғүмер биргән. Матур итеп йорт һалып ингәндәр. Ҡыҙҙары Нәфисә - Украинала, Гөлнур, Гөлгөнә - Өфө ҡалаһында, Рәүиә менән улдары Илфат - Стәрлетамаҡта, Ләйлә Себерҙә йәшәй. Һәр береһе күңелдәренә оҡшаған һөнәр алып, ғаиләле булып, балалар үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡыҙҙары Сәүиә һәм улдары Өлфәт гүр эйәһе булған. 18 генә йәшендә Мораҙға килен булып төшкән Нәжибә Шәмсетдин ҡыҙы һынатмай, ишле балаларҙы үҫтереү, донъя көтөү менән бер рәттән колхоз эшенән ҡалмай, "Еҙем" колхозында сөгөлдөр үҫтерә, хаҡлы ялға туҡтағансы маҡтаулы ла, яуаплы ла ялансылыҡ эшенән айырылмай. 8 бала тәрбиәләп үҫтергән әсә III дәрәжә "Әсәлек даны" ордены һәм "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән.
Элекке "Еҙем" колхозының данлыҡлы механизаторҙарының береһе Әхтәм Сәғиҙулла улы 40 йылдан ашыу ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлап, маҡтаулы тракторсы булып, хаҡлы ялға сыға. Заманында намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланып, һәр төрлө бүләктәрҙең, Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ, күкрәген Хеҙмәт даны ордены, "Хеҙмәт батырлығы өсөн", "Хеҙмәт ветераны" миҙалдары, "Биш йыллыҡ ударнигы", бер нисә йыл рәттән бирелгән "Социалистик ярыш еңеүсеһе" билдәләре биҙәй. Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы юбилей миҙалы менән дә бүләкләнгән хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған.
Бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәү - ғаиләне татыу, берҙәм, бер бөтөн итә. Уларҙың матур ҙа, мәғәнәле лә йәшәүенең төп сере лә шундалыр. Күршеләре менән дә татыулыҡта йәшәй Шәриповтар. Бынан 10 йыл элек бер-береһенә тоғро булып, йәшлек мөхәббәтен һаҡлап, оҙаҡ йәшәгәндәре - 50 йыллыҡтары уңайынан Башҡортостан Президентының Ҡотлау хатын һәм бүләген дә алғандар.
Нәжибә менән Әхтәм Шәриповтар ошо көндәрҙә ғаилә байрамдары - гәүһәр (бриллиант) туйҙарын билдәләйәсәк. Ейән-ейәнсәрҙәрен (улар - 12) һөйөп кинәнгән ололар йәш саҡтан бер-береһен аңлап, ҡәҙерләп йәшәгәнгә лә бөгөн бәхет емештәрен тиреп ғүмер итә. Уларҙың тормош юлы һәр кемгә өлгө булырлыҡ. Уларға ҡарап бушҡа ғына яҙмыш уларҙы бергә осраштырып ҡауыштырмағанын аңлайһың.
-Аллаға шөкөр, балаларыбыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәйбеҙ. Хәлебеҙҙе белешеп, кәрәк урында ярҙам итеп торалар, - тиҙәр ҡәнәғәтлек менән бәхетле ата-әсә. Артабан да шулай бергә-бергә, шатлыҡ-ҡыуаныста, иҫәнлектә-һаулыҡта, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, тағы ла оҙаҡ йылдар ғүмер йомғағын һүтергә яҙһын һеҙгә!
Читайте нас: