Ҡурғашлы ауылында Шәрифә Ишбулды ҡыҙы менән Илгиз Сәйфетдин улы ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә ул. Ике ағаһы, апаһы араһында иркәләнеп кенә үҫкәндер был ҡыҙ бала, тип уйлаусылар яңылыша. Зөһрәгә йәш ярым булғанда атаһы мәрхүм булып ҡуя. Шуға ла уға бәләкәйҙән ауыл тормошоноң барлыҡ ауырлыҡтарын күреп, эштә сынығып үҫергә тура килә. Ҡатын-ҡыҙ, ир-ат эше тип тормай, барыһын да емертеп эшләй. Бесән сабыу, утын бысыу, утын ярыу кеүек эштәрҙән дә тартынып тормай, барыһын да күңел биреп башҡара. Техникаға тартылыуы, тимер аттарҙы ла еңел генә ауыҙлыҡлауы уның саялығына ишара. Мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарҙа ул әүҙемлеге менән айырылып тора, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, спорт ярыштарында ҡатнаша. Йыр-моң яратҡан ҡыҙ сәхнәләрҙә өҙҙөрә баҫып бейей ҙә, ҡумыҙҙа ла уйнай.
Мәктәптән һуң ул яҙмышын төҙөлөш менән бәйләргә ҡарар итә. Башта штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә, артабан төҙөлөш ойошмаһы йүнәлтмәһе буйынса Өфөлә ситтән тороп төҙөлөш техникумын тамамлай. Юғалып ҡалмай ул, районға ҡайтып “Ғафуристрой” ойошмаһында эш башлай һәм штукатур-малярҙан директорға тиклем хеҙмәт юлы үтә.
-Ул саҡта төҙөлөштә эшләүселәргә бушлай фатир биреү бар ине. Шуға ла ауыр булһа ла ошо тармаҡты һайланым,- ти Зөһрә Илгиз ҡыҙы.
Эшкә уңған, кеше менән ихлас аралашҡан, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеү һәләтенә эйә ҡатынды мастер итеп тәғәйенләйҙәр. Райондағы бик күп йорттар, социаль-мәҙәни объекттар төҙөлөшөнә уның әсе тире тамған, күңел йылыһы һалынған. Үҙ маҡсатына ынтылыусан, башлаған эшен еренә еткереп башҡарып сығырға күнеккән уңған ҡатынды коллегалары ла, етәкселек тә ихтирам итә. Ауыр саҡтарын хәтергә төшөрөргә яратмай, тик яҡшы яғын иҫкә ала. Тормош юлында һәр саҡ изге күңелле кешеләр осрауына һөйөнөп бөтә алмай.
Һынылыш йылдарында районда төрлө сәбәптәр арҡаһында төҙөлөш ойошмалары тарҡалғандан һуң, ул үҙ эшен асырға ҡарар итә һәм уңышлы ғына эшләп алып китә. Тормош булғас төрлөһө була, уңышлы ғына эшләп йөрөгән еренән юлына кәртә ҡуйыусылар ҙа, тәгәрмәскә таяҡ тығыусылар ҙа осрай.
-Элекке район етәксеһе урындағы төҙөүселәргә эш бирмәй йонсотто, үҙе Стәрлетамаҡта эшләп килгәс, шундағы төҙөлөш ойошмалары менән эш итте, бөгөн Аллаға шөкөр, үҙ районым мәнфәғәтендә хеҙмәт итәм, - ти Зөһрә Хәлимова һәм ра-йон хакимиәтенә үҙенә ышанғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерә.
Үҙе өсөн торғонлоҡ йылдарында ла юғалып ҡалмай ул, магазин асып, аҙыҡ-түлек менән сауҙа итә, ғаиләһен ҡарай. Еңеллек эҙләп ситкә сығып китмәй, саялығына, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатырлыҡ холоҡ-фиғеленә тоғро ҡала. Ғаиләһе тигәндән, ул өс бала әсәһе. Оло улы Артур Рим улы Өфө ҡалаһында йәшәй, аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар, инәһе юлын дауам иттереүсе булараҡ төҙөлөш эштәре алып бара, үҙенең магазиндар селтәре бар. Ҡыҙы Зөлфиә Рим ҡыҙы Иҫке Балтас ауылында донъя көтә, тормош иптәше менән ике ул үҫтерә. Ул да эшҡыуарлыҡ тармағында үҙ юлын тапҡан. Артур менән Зөлфиәнең икеһенә лә юғары белем алырға, уларҙы башлы-күҙле итергә ныҡлы ярҙам итә Зөһрә ханым. Кесе улы Радмир Ринат улы бөгөн Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 7-се класында уҡып йөрөй.
Зөһрә Илгиз ҡыҙы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, уның тағы ла бер матур сифаты хаҡында әйтмәй булмай. Тау-урмандар араһында урынлашҡан ауылда тыуып үҫкәнгәме, ул тәбиғәттең матур күренештәрен ярата, илаһилыҡҡа һоҡланып йәшәй һәм күңел кисерештәрен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Эйе, ул үҙе өсөн генә шиғырҙар ижад итә. Мәле еткәс, бәлки, ҡасан да булһа уның ижад емештәрен беҙгә лә татырға тура килер әле.
Бушыраҡ ваҡыты булһа, китап уҡырға яратҡан Зөһрә Хәлимова халҡыбыҙҙың тарихы, үҙ нәҫел ебе, атай-олатайҙарының үткәне менән дә ҡыҙыҡһына. Уның ике олатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала. Эҙәрмәндәр ярҙамы менән 1943 йылда Орлов өлкәһендә хәбәрһеҙ юғалған атаһы яғынан олатаһы Сәйфетдин Хөсәйенов бынан ике йыл элек табылып, Ишембай районы Маҡар ауылы зыяратына алып ҡайтып ерләнә. Инәһе яғынан олатаһы Лоҡман Насиров Ташбүкән ауылынан 1941 йылда һуғышҡа китә һәм шул йылда хәбәрһеҙ юғала. Һуғыш тамамланыуға 75 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уның да табылырына өмөт менән йәшәй Зөһрә Хәлимова.
Бына ошондай яҙмышлы, хеҙмәттән йәм, ғәм табып йәшәүсе, матурлыҡҡа һоҡланып, һәм үҙ ҡулдары менән ошо матурлыҡты булдырыусы, теләһә ҡайһы йәмғиәттә лә, теләһә ҡайһы илдә лә ҙур һорау менән файҙаланыусы төҙөүсе һөнәренә эйә булған Зөһрә Илгиз ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын ҡаршыларға йыйына. Тирә-яҡтағыларығыҙға нур бөркөп, күктәге Зөһрә йондоҙолай балҡып, башҡаларға юл күрһәтеп, хеҙмәтегеҙ емештәрен татып, күҙ ҡараһылай үҫтергән балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, йәшәгеҙ ҙә, йәшәгеҙ әле, Зөһрә ханым!
Самат ҒӘЛИУЛЛИН,
“Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.