+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 17:45

Белемлеләр, һәләтлеләр, алдынғы ҡарашлылар Районда уҙған "Йыл уҡытыусыһы" конкурсының еңеүселәре билдәләнде

21 ғинуарҙа район мәҙәниәт һарайында “Йыл уҡытыусыһы– 2021” район конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең быйылғыһы конкурсанттарҙың күплеге менән айырылды.


Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һәләтле уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларҙың алдынғы тәжрибәһен дөйөмләштереү һәм таратыу маҡсатында үткәрелгән был сарала бы-йыл да иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде.
Оҫталыҡ бәйгеһе 19 ғинуарҙа башланды. Конкурсанттар алдында яңынан-яңы һынауҙар торҙо. Бәйгенең иң төп һынауы, мөһим өлөшө – дәрес. Мөғәллимдәр асыҡ дәрестәрҙе жюри хөкөмөнә үҙ мәктәптәрендә онлайн режимда биреп, теоретик белемен, педагогик оҫталығын, уҡыусылар менән аралашыу һәләтен күрһәтте. Дәрестәрҙе анализлағанда уның методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған булыуына, заманса технологияларҙың ҡулланылыуына төп иғтибар бирелде. Тап ошонда 25 уҡытыусы араһында дәрестәре иң-иңе тип табылған 15-е һайлап алынды. Тәүге көндән үк уҡытыусылар үҙ оҫталығын һәр яҡлап аса башланы. “Мин – уҡытыусы” тигән темаға эссе яҙып, уны яҡлау һайлап алыу турын үткән педагогтар өлөшөнә төштө. Бәйгенең был һынауында иһә уҡытыусыларҙың конкурсҡа ентекле әҙерләнгәнлеге күренде лә инде. Тағы ла бер һынау төрө – электрон белем биреү буйынса оҫталыҡ дәресе. Конкурсанттар уны өлкәндәр аудиторияһы – коллегалары ярҙамында уҙғарҙы.
Конкурстың һуңғы һынауы “түңәрәк өҫтәл” рәүешендә үтте. Бында инде мәғариф өлкәһендәге актуаль темаларҙың береһе “Белем биреүҙә Интернеттың ыңғай һәм кире яҡтары” буйынса фекер алышыу бөтә һынауҙарҙы уңышлы үткән финалистар менән ойошторолдо.
Конкурсанттарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.З.Байдәүләтова рәйеслегендә, рәйес урынбаҫары - мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғ.Солтанморатов һәм 13 кешенән торған жюри ағзалары баһаланы.
-Уҡытыусы бер ҡасан да белемен камиллаштырыуҙан туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Бөгөнгө уҡыусыға традицион технологиялар менән генә белем биреү мөмкин түгел, һәр ваҡыт заман ҡуйған талаптарҙы, мәғариф өлкәһендәге яңы стандарттарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Ошо йәһәттән тәжрибә туплау өсөн был конкурстың әһәмиәте ҙур. Ғөмүмән, ниндәйҙер бәйгелә ҡатнашыу кешене үҙенең кимәленән тағы ла юғарыраҡҡа күтәрә, - тиҙәр конкурсанттар.
Ысынлап та, баһалау комиссияһы ағзалары әйтеүенсә, инновацион педагогик проекттарҙы яҡлау ҙа, асыҡ һәм оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышыуҙар районыбыҙ уҡытыусыларының һәләтле лә, үҙ эшенең оҫтаһы ла булыуын раҫланы.
Ниһайәт, тулҡынланыу, борсолоуҙар, йоҡоһоҙ төндәр, бар һынауҙар артты ҡалды. 21 ғинуарҙа район мәҙәниәт һарайында бәйгене йомғаҡлау тантанаһы үтте. Фойела “Китапхана”, “Йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле йылы йомғаҡтары”, “Башҡорт халыҡ милли костюмдары, йолалары һәм биҙәүестәре”, “Башҡорт халҡының милли ризыҡтары”, “Башҡорт сувенирҙары һәм ҡурсаҡтары” блоктары бу-йынса үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолғайны.
Тантаналы сараны алып барыусылар Фәнзил Ғәлин менән Луиза Новорай йомғаҡлау кисәһен асып, тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирҙе. Фәнзил Фәйез улы 2020-Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһаны һәм барлыҡ уҡытыусыларҙы конкурстың уңышлы тамамланыуы менән ҡотланы.
-2020 йыл республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығы менән тап килеүе икеләтә мәртәбәле булды, - тине Ф.Сыңғыҙов. – Башҡорт теле йылы һәм шағирҙың юбилейы айҡанлы райондың мәғариф бүлеге тарафынан бик күп саралар, конкурс-бәйгеләр ойошторолдо. “Красноусол” шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Башҡорт теле йылына арналған төбәк-ара форумы республиканан, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән 250 уҡытыусыны йыйып, башҡорт телен популярлаштырыу, үҫтереү һәм һаҡлау, уҡытыу сифатын күтәреүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Ә форумда ҡатнашыусы уҡытыусылар тәжрибә менән уртаҡлашып, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, дискуссияларҙа ҡатнашты. Декабрь айында Башҡорт теле йылының йомғаҡлау сараһы булып Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында кисә һәм Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә “Башҡорт теле көнөнә – милли аш-һыуыбыҙ” тип аталған фестиваль үтте. Был сара башҡорт халҡының милли ризыҡтарына арналды һәм райондың мәғариф бүлеге БР Мәғариф министрлығы тарафынан юғары баһа алды, - тине район хакимиәте башлығы.
-Йылдың-йылы уҙғарыла килгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы – районыбыҙҙың социаль-әһәмиәтле ваҡиғаларының береһе. Уның маҡсаты – алдынғы уҡытыусыларҙы асыҡлау, ярҙам итеү һәм дәртләндереү, уларҙың педагогик тәжрибәһен таратыу һәм уҡытыусы хеҙмәтенең абру-йын күтәреү. Шуныһы ҡыуаныслы, конкурстың муниципаль кимәлендә ҡатнашыусылар арта бара. Әгәр ҙә 2019 йылда 12 мөғәллим ҡатнашһа, 2020 йылда уларҙың һаны – 13 булһа, ә быйыл иһә 25 һәләтле, ижади эшләүсе педагог үҙ һәләтен асты. Бөгөнгө йомғаҡлау тантанаһы – районыбыҙҙың педагогик составының барлыҡ уҡытыусыларына яҡшы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтеү өсөн бер матур сәбәп булып тора, - тине Фәнзил Фәйез улы.
Фәнзил Сыңғыҙов Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһап, башҡорт телен үҫтереү һәм өйрәтеү, балалар күңеленә милли рух һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем эшләгән районыбыҙҙың бер төркөм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зилә Иҙрисова (Сәйетбаба урта мәктәбе), Альфира Ғәлиуллина (Красноусолдағы 1-се урта мәктәп), Флүзә Баязитова (3-сө урта мәктәп), Эльвера Ҡунафина (КБГИ), Әлфиә Шаһиева (район мәғариф бүлеге), Мәүлиҙә Мозафарова (Игенйылға мәктәбе) район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Башҡорт теле йылы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән БР Башлығы тарафынан иғлан ителгәйне. Ошо исемдәге уҙған йыл әүҙем үтте, уның сиктәрендә бик күп саралар уҙғарылды, мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға бар тырышлығын һалды һәм бөгөнгө сара ла уға йомғаҡ булып тора. Артабан Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау өсөн һүҙ район Советы рәйесе, Ғафури район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдиновҡа бирелде. Фаил Һәҙиәт улы барыһын да тәбрикләне һәм Башҡорт теле йылында әүҙемлектәре өсөн гимназия коллективына, барлыҡ башҡорт теле уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Красноусолдағы “Әкиәт” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе Луиза Мәүлетҡолованы район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Флүзә Баязитоваға (Красноусолдағы 3-сө мәктәп), Фәрзәнә Шәрәфетдиноваға (1-се мәктәп), Ләйсән Хәмзинаға (2-се мәктәп) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Артабан һүҙ район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатовҡа бирелеп, ул 24 йыл рәттән районыбыҙ педагогтарының һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе уҙғарылыуын билдәләп үтте.
-Ошо йылдар арауығында мәғариф күгендә әллә күпме яңы йондоҙҙар балҡыны – нисәмә быуын үҙ һөнәренең оҫталары барлыҡҡа килде. Быйылғы конкурста ла яңы асыштар булды һәм яңы һәләттәр асылды, - тине Рауил Ғәбдрәшит улы.
Һәм бүләкләү өсөн сәхнә түренә илһамлы хеҙмәттәре, юғары һөнәри оҫталыҡтары менән районыбыҙ мәғарифы тарихына иң яҡшы уҡытыусылар булып исемдәре ҙур хәрефтәр менән яҙылған конкурсанттар саҡырылды.
Һәр уҡытыусы тейешле баһаны алды. Педагогтар араһында бер нисә йыллыҡ стажға эйә булыусылар, айырыуса ҙур тәжрибә туплағандар күп ине. Улар тәжрибә уртаҡлашһа, йәштәр үҙҙәре өсөн фәһем алды. Рауил Солтанморатов район мәғариф бүлегенең һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” республика журналының баш мөхәррире С.Ғ.Кәримовтың Маҡтау грамоталарын, бағыусы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының иҫтәлекле бүләктәрен Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбенең 20 йыллыҡ педагогик хеҙмәт стажға эйә башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Гөлфирә Фәрғәт ҡыҙы Ишкинаға, ошо уҡ мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Розалия Рәмил ҡыҙы Хафизоваға (стажы – 6 йыл), Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең йәмғиәтте өйрәнеү һәм физика уҡытыусыһы Резеда Миниәхмәт ҡыҙы Рәхимоваға тапшырҙы. Н.Х.Ғарипова исемендәге Ҡауарҙы урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Ләйсән Дим ҡыҙы Исхаҡова (стажы – 2 йыл), Аҡкүл урта мәктәбе Рус Саскүле филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Фәнис ҡыҙы Коткова (стажы – 27 йыл), ошо уҡ мәктәптең тарих уҡытыусыһы Алла Алексеевна Павлова (стажы – 10 йыл), Табын урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Светлана Марат ҡыҙы Мәҡсүтова (стажы – 4 йыл), Игенйылға мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы Мәүлетова (стажы – 18 йыл), Мораҡ мәктәбенең география уҡытыусыһы Светлана Валерьевна Романова (стажы – 23 йыл), ошо уҡ мәктәптең сыуаш теле уҡытыусыһы Татьяна Геннадиевна Садаева (стажы – 30 йыл) ра-
йон мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә 28 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Светлана Винер ҡыҙы Бикбаева “Белемде һаҡлаусы”, Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Элита Рифат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина (стажы – 22 йыл) “Отҡорлоҡ”, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенән 29 йыл стажлы башланғыс кластар уҡытыусыһы Нәзирә Рәис ҡыҙы Мөхәмәтйәнова “Алтын йөрәкле”, Үзбәк мәктәбенең 23 стажлы башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Әһлиуллина “Һөнәргә тоғролоҡ өсөн”, Юлыҡ мәктәбенең иң ҙур – 31 йыл педагогик стажлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзилә Тимерхан ҡыҙы Зәйнуллина “Иң ижади уҡытыусы”, Курорт мәктәбенең башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Зөлфиә Айрат ҡыҙы Мөхәмәтханова (стажы – 9 йыл) “Йөрәгемде балаларға бирәм”, Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Риф ҡыҙы Ҡунафина (стажы – 6 йыл) “Династияны дауам итеүсе”, Ҡарағай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ленира Мөхәмәт ҡыҙы Үтәгәнова (стажы – 4 йыл, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының Маҡтау грамотаһы менән дә бүләкләнде) “Илһамлылыҡ” номинацияларында билдәләнеп, район хакимиәте башлығының аҡсалата сертификаттары һәм мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Конкурс еңеүселәрен бүләкләү өсөн район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов йәнә сәхнә түренә саҡырылды. Фәнзил Фәйез улы бындай һөнәри оҫталыҡ бәйгеләренең район этабында еңеүгә ирешкән мөғәллимдәр республика конкурстарында ла еңһендәр, тигән теләген еткерҙе.
-“Йыл уҡытыусыһы” район конкурсының киләһе - 2022 йылғыһы юбилей – 25-сеһе буласаҡ. Ошо уңайҙан Красноусолда күмәкләшеп матур ғына урын һайлап, уҡытыусыға һәйкәл урынлаштырайыҡ, - тигән уй-теләген дә еткерҙе Фәнзил Сыңғыҙов.
Һәм үҙ сиратында Фәнзил Фәйез улы “Йыл уҡытыусыһы-2021” конкурсы лауреаттары исеменә лайыҡ булыусылар - бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт иткән берҙән-бер ир-егет -
Имәндәш урта мәктәбенең биология-химия уҡытыусыһы Ришат Жәлил Мәһәҙиевты (стажы – 5 йыл), Аҡкүл урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Елена Сергеевна Кулагина (стажы – 8 йыл), Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең 23 йыл стажлы башланғыс кластар уҡытыусыһы Елена Юрьевна Жанкутованы бүләкләне. Улар район хакимиәте башлығының 5-әр мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттарына, “Йыл уҡытыусыһы-2021” конкурсы лауреаты сувенирҙарына һәм мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021” конкурсы еңеүсеһе - Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10 йыл стажлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Миңнулла ҡыҙы Рәхимова, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021” конкурсы еңеүсеһе – Ҡарағай урта мәктәбенең 27 йыл стажлы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәҙулла ҡыҙы Үтәгәнова, “Йәш йыл уҡытыусыһы-2021” – Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең химия уҡытыусыһы Алия Барый ҡыҙы Ниғәмәтйәнова. Еңеүселәр район хакимиәте башлығының 25-әр мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттары, мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле “Өкө” сувенирҙары менән бүләкләнде.
Иң тулҡынландырғыс минуттар яҡынлаша. Кем булыр “Йыл уҡытыусыһы–2021” конкурсының төп еңеүсеһе? Лайыҡлылар бик күп, әммә еңеүсе – берәү генә! Ниһайәт, ул исем аталды! “Йыл уҡытыусыһы-2021” конкурсы еңеүсеһе - Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 5 йыл стажлы информатика уҡытыусыһы Айгөл Флүр ҡыҙы Ғилманова. Еңеүсегә бүләк - 50 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат, иҫтәлекле “Өкө” сувениры, район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы.
Конкурсанттарҙы бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, мәктәп директорҙары, яҡын кешеләре ҡотларға килгән. Тантаналы сара район мәҙәниәт һарайы артистарының, һәүәҫкәрҙәрҙең, гимназия уҡыусыларының сығыштары менән үрелеп барҙы.
Еңеүселәр алдында оло яуаплылыҡ – республика кимәлендә район данын яҡлау бурысы тора. Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, "Йыл уҡытыусылары"!

Читайте нас: