+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 12:55

Ғафуриҙар әүҙем ҡатнашты

Республика буйынса иғлан ителгән “Иғтибар, ҡар!” акцияһына ҡушылып, район хакимиәте, ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәренә урамдарҙы,юлдарҙы, биләмәләрҙе, күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын ҡарҙан таҙартыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте.

Был мөһим сараға “Красноусол коммуналь хужалығы” нан, мәҫәлән, эшселәрҙән тыш 10 берәмек техника, шул иҫәптән ете трактор, тейәгес һәм ике КамАЗ йәлеп ителгән. - Ҡышын беҙ һәр көн ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүлбеҙ, ә бына 23 ғинуарҙа төп көстө социаль объекттарҙың биләмәләрен таҙартыуға йәлеп иттек,- ти предприятие етәксеһе.
"Тепловодоснабжение" предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре иһә Красноусолдағы күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын ҡарҙан таҙартҡан.
- Беҙҙең ҡарамаҡта барлығы 25 күп фатирлы йорт иҫәпләнә. Унда йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, бәлә-ҡазаларға юл ҡуймау маҡсатында предприятие эшселәре даи-ми рәүештә был йорттарҙың ҡыйығын ҡарҙан таҙарта, - ти предприятие етәксеһе С.О. Афанасьев. Фотохәбәрсебеҙ Наил Латипов предприятиеның махсус бригадаһын Фрунзе урамындағы йорттарҙың ҡыйығын таҙартҡан мәлдә фотоға төшөрөп алған.
Көндәр йылытыу менән хәүеф бермә-бер артасаҡ, йорт ҡыйыҡтарынан ҡар ишелеү, боҙбармаҡтарҙың һынып төшөүе ихтимал. Шунлыҡтан урындағы етәкселек халыҡты, айырыуса балаларҙы бындай урындарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булырға, хәүефле урындарға ҡуйылған аншлаг, яҙыуҙарҙы урап үтергә саҡыра.
Читайте нас: