+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 13:40

Еңеп сығырға яҙһын

Үткән аҙнала Ташлы ауыл биләмәһе халҡы ағымдағы йылда ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында ауыл клубына йыйылды. Йыйылышта район Советы вәкиле - Марсель Барый улы Йәнмырҙин ҡатнашты.

Был проект ярҙамында ауыл халҡын борсоған дөйөм проблемаларҙы ҡарап, күп кенә эштәр атҡарып сығыу өсөн ҙур мөмкинлектәр асылды. Йыйылышта ҡатнашыусылар быйыл да үҙҙәре мөһим тип иҫәпләгән мәсьәләләр буйынса эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Улар араһынан янғын һүндереү машинаһы өсөн мобиль бокс һәм балалар майҙансығы урынлаштырырға тигән тәҡдимдәр тауышҡа ҡуйылып, күпселек тауыш менән тәүгеһе кәрәгерәк тип табылды. Ауыл старостаһы Виктор Узелков, Мехринисо Ниғмәтуллина, Евгения Флячинская ла сығыштарында янғын һүндереү машинаһына мобиль бокс алыу ауыл өсөн мөһимерәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Проекттың хаҡы 700 мең һум тороп, шуның 450 мең һумы республика бюджетынан бирелһә, 45-шәр мең һумы ауыл халҡы һәм бағыусыларҙан йыйыласаҡ, 160 мең һумы урындағы бюджеттан алына. Ҡабул иткән ҡарарға ярашлы һәр йорттан 600-әр һум аҡса йыйырға кәрәк буласаҡ. Биш кешенән торған инициа-тив төркөм төҙөлөп,төркөм ағзалары итеп А.А.Кудрин, Е.С.Флячинская, К.А.Кудрина, М.М.Баймөхәмәтов, В.Г.Орлов һайланды.
Ташлыларға алдарына ҡуйған маҡсатҡа ирешеп, был проект конкурсында еңеп сығырға яҙһын.
Читайте нас: