-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Ғинуар 2021, 13:45

Янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләп

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе бына бер нисә йыл инде “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында уңышлы ҡатнашып килә. Урындағы халыҡтың тормошон еңеләйтеү, киҫкен проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән был программа ярҙамында ауыл биләмәһенә 2019 йылда “МТЗ-82” тракторы, "ППМИ-20"-лә ҡатнашып, тракторға арба, КУН һәм роторлы ҡар көрәгес алғайныҡ.

Программанан быйыл да ситтә ҡалманыҡ. Биләмәнең һәр ауылында сходтар үткәрелеп, халыҡтың тәҡдимдәре өйрәнелде, төплө һөйләшеү алып барылды. Әйтелгән бөтә тәҡдимдәр араһында “Янғын һүндереү машинаһын яңыртырға” тигәне иң күп тауыш йыйҙы. Ысынлап та, бөгөн тотош республика кимәлендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Шуға ла ауыл-
дар халҡы “үҙ хеҙмәтен күптән тултырған” машинаны яңыға алмаштырыу тигән тәҡдимде хуплап сыҡты.
Читайте нас: