Чемпионатты асыу тантанаһында унда ҡатнашыусыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, БР автоспорт Федерацияһы президенты Владислав Мурзин, Ғафури районы ДОСААФ бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов тәбрикләп, барыһына ла һәйбәт һәм уңышлы уҙыш, йөрөш теләнеләр.
- Автомобиль спортының районда популярлығы арта бара. Ҡарарға, ҡатнашырға теләүселәрҙең дә күбәйә барыуы күренә. Был ҡышҡы автокроста утыҙ машина пилотсыһы ҡатнашасаҡ, - тип һөйләп үтте район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы.
Матур һәм дәртләндергес теләктәрҙән һуң автомобилдәрҙе старт һыҙығына ҡуйыр алдынан Өфө, Дүртөйлө, Бөрө һәм Иҫке Балтас ауылынан килгән судьялар коллегияһы уларҙы ентекле ҡарап та сыҡты. Ярышты сифатлы үткәреү өсөн киң яланда оҙонлоғо 1,2 километр булған боролошло махсус трасса, тамашасыларға ҡарарға уңайлы, ҡалҡыуыраҡ итеп айырым урын әҙерләнгән.
Автоуҙыш – шәп тиҙлек һәм боролоштар аша еңеү өсөн көрәш. Бында техниканың ныҡлығын һәм үҙҙәренең көстәрен тәжрибәле спортсылар ғына түгел, ҙур тиҙлектә йөрөргә яратыу-сылар ҙа һынап ҡарай ала. “ВАЗ-2101”, “ВАЗ-2106”, “ВАЗ-2107” (классика), “ВАЗ-2108”, “ВАЗ-21093”, “УАЗ-Хантер”, “УАЗ-Патриот”, “Митсубиси” автомобилдәре ярыш һыҙығына баҫып, үҙҙәренең ныҡлығын, ышаныслылығын күрһәтте. Тик Ырымбурҙан килгән Анатолий Семидоцкийҙың “Лада Калина”һы ғына, тапшырыу ҡумтаһы бер нисә тапҡыр боҙолоп, алыштырып, күп ваҡытты әрәм итте. Спорттың был төрө үҙеңде генә түгел, машинаңды ла ентекле ҡарап, ныҡлы әҙерләүҙе талап итә шул. “ВАЗ-2108” трассаға килеп сығыу менән өр-яңы тәгәрмәстәренә, автомобилдең тауышһыҙ “осоп” барыуына ҡарап та, көйәрмәндәрҙән: “был машина ярышҡа ныҡлы әҙерләнгән”, тигән һүҙҙәрҙе ишетеп тә, тап уның ярышта һынатмаясағын һәр кем үҙенсә билдәләп ҡуйған ине.
Ярыш дүрт этапта барҙы. Тәүге көндә спорттың был төрөн яратыусылар көс һынашһа, икенсе көнөнә тиҙлеккә йөрөүселәр кубок өсөн ярышты. “Внедорожник”тар, артҡы һәм алғы приводлы еңел автомобилдәр айырым билдәләнде. Табын ауылынан Александр Овчинников (“Renault Logan”) беренсе урын, Красноусол егеттәре, үҙҙәренең “пятнашка”ларында Радик Саликбаев икенсе булһа, Евгений Михеев өсөнсө килде. “Полноприводной” (Т1-2500) автомобилдә беренсе урынды “Нива-2121” шоферы Белорет ҡалаһынан Динислам Баймырҙин, икенсе - Өфө ҡалаһынан ”УАЗ-Патриот”та Сергей Мартьянов, унан әҙгә генә ҡалышып “Mitsubishi”ҙа Красноусол егете Павел Узелков финишҡа килеп етте. Трассала квалификациялы йөрөүҙә иң яҡшы ваҡытты Никита Пчеляков (1:02,6), Илфат Закиров (01:03,6), Артур Баймырҙин (01:05,3) һәм Михаил Яковлев (01:10,9) күрһәтте. Уларға финал һынауҙарын үтеү өсөн трассаны биш тапҡыр урап сығырға кәрәк ине. Д2-Классика һөҙөмтәләре буйынса судьялар беренсе урынды Артур Баймырҙинға, икенсене - Евгений Костылевҡа, ә өсөнсөнө Никита Пчеляковҡа тапшырҙы. Улар барыһы ла әлеге ваҡытта автоспорт ныҡлы үҫешкән Белорет районынан.
Көндөң шул тиклем матур тороуы ғаилә менән асыҡ һауала ял итергә теләүселәрҙе лә Лубат биҫтәһенә йыйҙы. Кескәйҙәр Балалар ижады үҙәге әҙерләгән уйындарҙа рәхәтләнеп ҡатнашты, уҡтан, пневматик мылтыҡтан атып ҡараны, ҡаргиҙәрҙә ултырып йөрөнө, Ауырғазы күп профилле колледжының Красно-усол филиалы әҙерләгән бутҡа, сәй, компот менән һыйланды, теләүселәргә Фомин икмәкханаһы тәҡдим иткән аҙыҡ-түлек, шашлыҡ һатып алыу мөмкинлеге булды, ҡыҫҡаһы, сара ҡышҡы һабантуй кеүек ойошторолғайны. Шулай уҡ был сараның ойошҡан рәүештә үткәрелеүенә район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре, мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, ДОСААФ, коммуналь һәм юл хужалығы, Үҙәк район дауаханаһының “Ашығыс ярҙам”, Янғын һағы хеҙмәте эшселәренең күп көс һалыуын, “Тере һыу” һәм “Тирмән” ЯСЙ-е ойошмаларының бағыусылыҡ ярҙамы булышлыҡ итеүен дә әйтеп китеү кәрәктер.
Автокростың икенсе көнөндә лә ярыш сәмле барҙы. Һәр кем автоуҙыштан һуң сәхнә янында еңеүселәрҙе яҡындан күрергә түҙемһеҙлек менән көттө. Еңеүселәрҙе Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Анатолий Ващенко, Ғафури районы ДОСААФ бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов, БР автоспорт Федерацияһы президенты Владислав Мурзин иғлан итте.
ДОСААФ бүлексәһе тәрбиәләнеүсеһе Алексей Калачигов, үҙенең “ВАЗ-2108” “һылыуҡай”ында 7 тапҡыр урап сығып, беренсе урынды яуланы, икенсе урынды Өфөнән Алексей Дьяков, өсөнсөнө шулай уҡ үҙебеҙҙең яҡташ – Красноусолдан Олег Афанасьев алды. Уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Ярыш еңеүселәре һәм призерҙары кубоктар, миҙалдар, Маҡтау грамоталары, төрлө автомобиль инвентарҙары менән бүләкләнде. Ырымбурҙан, Белорет ҡалаһынан килеүсе автоспортсылар Ғафури районында икенсе йыл рәттән автокросс үткәреүҙәренә, һәр саҡ бәйләнеш тотоп, спорттың ошо төрөн бергәләп үҫтерергә ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙеләр. Светлана Фомина икмәкханаһы автомобилдәр төшөрөлгән торт менән еңеүселәрҙе сәйгә саҡырҙы.
Автокроста теләүселәр юл хәрәкәте ҡағиҙәһе буйынса үҙҙәрен һынап ҡараны, һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүселәр урындағы ДОСААФ бүлексәһенең Маҡтау грамотаһына һәм бүләккә лайыҡ булдылар. Уларға шулай уҡ еңеүселәр менән бергә автомобилдә трассаны йөрөп сығыу бәхете лә тейҙе.
Автоспорт көйәрмәндәргә лә, уның уртаһында ҡайнаған ҡатнашыусыларға ла ыңғай кәйеф, күп тәьҫорат, сәм, күпме ҡомар һәм дәрт-дарман бирҙе. Бында ысын ир-егеттәр үҙҙәрен ҡыйыулыҡта, етеҙлектә һынап ҡарап, башҡаларға ла күңелле, илһамлы ял бүләк итте.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.