-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 16:45

Ғорурланырлыҡ, данларлыҡ һәм хөрмәтләрлек барыһы ла бар!

Ғафури районы юбилейына мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында бер нисә номинация буйынса конкурс үтте

2020 йылдың 20 авгусында беҙҙең яратҡан районыбыҙ үҙенең 90 йыллығын билдәләне (пандемия сәбәпле, байрамды рәсми билдәләү күсерелде). Был һәр кем, бында тыуып-үҫеп, район менән яҙмышын бәйләгән, уның әлегеһе һәм киләсәккеһе менән йәшәүселәр, уны тағы ла яҡшыраҡ итеүгә ынтылыусылар өсөн ҙур байрам.
Беҙ районға нигеҙ һалыу башында торғандарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусы яҡташтарыбыҙ алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Районыбыҙ үҫешенә күп көс һалған кешеләр - улар һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре - барыһы ла лайыҡлы кешеләр. Беҙгә ғорурланырлыҡ, данларлыҡ, иҫкә алырлыҡ һәм хөрмәтләрлек барыһы ла бар!
Былар барыһы ла үҙебеҙҙеке, яҡын!
Район методик кабинет тарафынан райондың 90 йыллығына ауыл мәҙәниәт йорттары һәм ауыл клубтары араһында бик ҙур эш башҡарылды. Бер нисә номинацияны үҙ эсенә алған конкурс иғлан ителде.
Беренсе номинация “Минең йәнтөйәгем – күңелем шишмәһе” тип аталды. Ул үҙеңдең кесе Ватаныңа, райондың иҫтәлекле урындарына, ауылдарыбыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихына арналды. Тыуған яғыбыҙ тәбиғәте, йылға һәм шишмәләре хаҡында фильмдар һәм видео-коллаждар булдырылды. Ҡатнашыусылар беҙҙең иң төп иҫтәлекле урындарыбыҙ: Еҙем йылғаһы, Аҡташ ҡаяһы, Уҡлыҡая, Киндерле мәмерйәһен күҙ уңынан ысҡындырманы. Үҙ видеоларын Лилиә Миңниязова менән Гөлнара Аҡҡолова тап ошоларға арнаны.
Толпар ауылының матурлығы үҙенә әсир итә. Был хаҡта Гөлназ Фәтҡотдинова үҙ видеофильмдарында һүрәтләй. Зилә Сәйетбатталова Игенйылға ауылына бер нисә фотоколлажын арнаған. Уның фотоһүрәттәрендә тыуған ауылы ҡояш байығанда, баҡсалар алма сәскәһенә төрөнгәндә, күркәм өй алды баҡсалары сағылдырыла. Ромашкалы яландар, йылға һәм күлдәр – быларҙың барыһы ла үҙебеҙҙеке, яҡын. Еҙемҡарандар үҙ видеоларын М.Ғафури паркындағы “Илһам шишмәләренә” бағышлай. Ҡышын да, йәйен дә улар үҙ янына күп кешене йәлеп итә, был урын ябай түгел, бында барыһы ла үҙенең матурлығы менән күңелде арбай.
Үҙенең тыуған Ташбүкән ауылы тураһында элек бында йәшәүсе Маргарита Кәримова бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләй. Ул “онотолмаҫ һәм мөғжизәле урын” ти был ауылды. Ул нисек төлкөләрҙең ауылға тәмлерәк аҙыҡ эҙләп килеүҙәре, ҡауҙының (аист) ҡышҡылыҡҡа осоп китә алмай, ағас ҡыуышында йәшәүе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Был төбәк шифалы үләндәргә, урман ағас еләгенә бай.
Наталья Исламоратова “Аҡкүл” ял базаһы хаҡында фотоколлаж әҙерләгән. Бында Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән кешеләр ял итергә килә.
Бөтөүгә дусар булған ауылдарҙың яҙмышы тураһында Зилә Сәйетбатталова һөйләй. Шулай Красный Пахарь ауылы юҡҡа сыҡҡан, бында ҡасандыр тормош гөрләп торған, ә һуңынан ауыл кешеләре ҡалаларға күсеп китеп бөткәндәр. Был ауылдың булыуы хаҡында бары тик иҫке зыярат ҡына иҫкә төшөрөп тора, һаман бында кешеләр килеп йөрөй.
Аҡкүлдән йыраҡ түгел Ивановка ауылы. Ул әле йәшәй, ә ундағы “Изге Иоанн Предтечи” храмы 1960 йылда емерелә. Ул 100 йылдан ашыу торған, тәреһендәге яҙыуы быны раҫлай. Быларҙың барыһы хаҡында Наталья Исламоратова (Аҡкүл ауыл мәҙәниәт йорто) һөйләне.
Башҡортостандың географик үҙәге – Ерек ауылы хаҡында БСТ-ға фильмды ошо ауылда йәшәүсе Гөлшат Дәүләтова тәҡдим итте. Унда иҫтәлекле урын – “Йәй ташы” тураһында ла һүҙ бара.
Кеше яҙмыштары – ярһыу йылғалар кеүек...
Киләһе номинация – “Райондың лайыҡлы кешеләре тураһында һүҙ”. Бөтөн район буйынса 100-ҙән ашыу пост йыйылып, баҫып сығарылды.
Тәүгеләрҙән Ташлы ауылының иң ихтирамлы кешеһен - Николай Тимофеевич Сухоруковты атайҙар. Һуғыш ваҡытында ул, немец телен яҡшы белгән кеше булараҡ, дивизия штабында тәржемәсе булып хеҙмәт иткән. Тыныс тормошта уҡытыусы булып эшләгән. Поэзия, йыр белгесе, мәҙәксе – уны ауылдаштары шулай хәтерләй.
Ташлы ауылы кешеһе Фәйзулла Вәлиәхмәт улы Рәхимов хаҡында ла онотмайҙар. 17 йәшлек кенә сағынан ул доломит карьерында эшләй башлап, 40 йыл ғүмерен бағышлаған. 70-80-се йылдарҙа, Красноусол быяла заводы юғары етештереүсәнлеккә өлгәшкән ваҡытта, Рәхимовтың бригадаһы айырыуса дан ҡаҙана.
Игенйылға ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәр хаҡында Зилә Сәйетбатталова материал әҙерләгән. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында уҡытыусы булып эшләгән Мәрхәбә Кәлимуллина Ленин ордены менән бүләкләнгән. Хөснулла Яркалов – Дан орденының тулы кавалеры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Барый Йәнбәков – БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы, Октябрь Революцияһы ордены кавалеры. Гөлсөм Ишмөхәмәтова – БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Әмир Ҡотлозаманов – журналист һәм яҙыусы.
Фәнил Ишморатов – БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы. Бала сағында атаһы уға ҡиммәтле Австрия баяны һатып алып биргән. Тап ошо хәл малайға һөнәр һайлауға этәргес биргән дә инде. Фәнил Башҡортостан дәүләт филармонияһында эшләп, үҙе үк көйҙәр яҙған.
Лена Шәһиҙулла ҡыҙы Сөләймәнова – Мәндем ауылында тыуа. Тарихсы, юрист, тарих фәндәре докторы, профессор. 2006 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетында эшләй. Ул 100-ҙән ашыу фәнни эштәр авторы.
Ташбүкән ауылынан Надир Әхмәт улы Әбелғатинға маҡтаулы “Атҡаҙанған нефтсе” (1991 й.) исеме бирелгән. Альфира Низам ҡыҙы Әмирова – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Гөлнур Һарун ҡыҙы Бохарова – әле Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. 2009 йылда филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
Николай Георгиевич Пешков хаҡында Наталья Хәбибуллина һөйләне. Ул үҙенә генә хас һәләтле кеше. Уның пейзаждары мәктәп, элекке Табын консерва заводы хакимиәте стеналарын, “фирменный” аҡҡоштары Табын ауылындағы күпселек йорттарҙың ҡапҡаларын биҙәй. Уның тағы ла бер шөғөлө – музыка. Балалайка ла, гитара, гармун һәм аккордеон да уға “буйһона”.
Данлыҡлы Архангелка баҡсаларына нигеҙ һалған Петр Иванович Молчанов тураһында беҙгә Ирина Савченко (Архангелка ауыл клубының баш художество етәксеһе) һөйләне. Был кеше 20 гектар майҙанда колхоз емеш-еләк баҡсаһын барлыҡҡа килтергән. Үҫентеләрҙе Алтайҙан һәм башҡа питомниктарҙан яҙҙырып алған. Бөгөнгәсә бында төрлө сорттағы груша һәм алмалар, крыжовник үҫә. Бына ниндәй иҫтәлек ҡалдырған был кеше үҙе тураһында.
Рәйес Хәмзә улы Хәлимов – Яугилде ауылында тыуған, “Ленинизм” колхозының алдынғы сөгөлдөрсөһө. Шәкәр сөгөлдөрөнән юғары - гектарынан 300-ҙән ашыу центнер уңыш үҫтергән. Уңыштарға өлгәшкәне өсөн “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы һәм "Почет Билдәһе" ордены менән наградланған.
Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова – имәндәштәрҙең ғорурлығы. Педагог, тележурналист, Евразия Телевидение һәм радио Академияһы ағзаһы. РФ-ның һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. БСТ фондында Шәүрә Ғилманованың 500-ҙән ашыу телематериалдары һаҡлана.
Еҙем-Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Рәүилә Килмөхәмәтова үҙенең фильмында ауылының умартасылары хаҡында ентекле һүҙ алып бара. Ибраһим ауы-
лынан Альмира менән Мансаф Килмөхәмәтовтар үҙ умарталыҡтарында 500 тирәһе умарта тота. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, был бит оло хеҙмәт!
Үзбәк ауылы мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Фирҙәүсә Ғәзизова үҙ ауылының оҙон ғүмерле кешеһе тураһында һөйләй. Биктимер Хәлиулла улы Шәрипов (уға әле 93 йәш) ҡатыны үлгәндән һуң, яңғыҙы ете баланы аяҡҡа баҫтыра. Оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” колхозында эшләй. Хеҙмәт һәм тыл ветераны. Бына шундай атайҙарса батырлыҡ ҡылған был кеше.
Маһира Ғарифуллина – Сәйетбаба ауылының оҙаҡ йәшәүсеһе. Былтыр ул үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Ул 1920 йылдың 9 майында тыуған. Ире менән 9 бала тәрбиәләп үҫтергән, уның 13 ейәне, 19 бүләре һәм 1 тыуасары бар. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалына лайыҡ булған.
Яугилде ауылынан Миңлеямал Солтанморатова 10 балаға ғүмер биргән “Герой-Әсә”, “Әсәлек даны” миҙалы, I һәм II дәрәжә “Әсәлек даны” ордендары менән бүләкләнгән. Ире менән 62 йыл йәшәгәндәр. Колхозда һауынсы булып эшләп, “Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалына лайыҡ булған. Былтыр уға 94 йәш тулған. Бына шулай районыбыҙ кешеләренең яҙмышы һоҡландырғыс.
Районды шиғыр һәм йырҙарҙа данланылар
Сираттағы номинация – “Районыбыҙ хаҡында шиғыр һәм йырҙар”. Беҙ үҙебеҙ өсөн күпме һәләтле кешеләрҙе астыҡ!
Ерек ауылынан Миңтимер Кәримов тыуған ауылына һәм районына бик күп шиғырҙарын бағышлаған.
Фәүзиә Ҡотлогилдина ла шиғырҙарын йәнтөйәгенә арнай, һуңынан уларға йырҙар яҙыла. Уларҙың береһен Р.Ғимрани көйөнә Фәнзил Ғәлин башҡара. Сәсәниәнең бер шиғырына йырҙы Миңсара Суфиянова башҡара. Ташбүкән – Ф.Ҡотлогилдинаның иренең тыуған ауылы. Һәм ул күпме матур-матур шиғырҙарын Ташбүкәнгә бүләк итә! Ташбүкән тураһындағы йырҙы Рауил Мөлөков башҡара.
Тыуған ауылы хаҡында Зилә Сәйетбатталова (Игенйылға ауылы мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе) бихисап шиғырҙар ижад иткән. Шиғыр яҙыу һәләте уға быуындан-быуынға бирелгән.
Фәрғәт Ғәлин шиғырҙарын тыуған ауылы Үзбәккә бағышлай.
Тыуған ауылы - Морағына сыуаш телендә Владимир Николаевич Петров йыр яҙған. Был үтә лә һәләтле кеше, үҙе гармунда уйнай һәм матур йырлай ҙа. Күңел ҡылдарын сиртеүсе йыр “Марок яленче” тип атала.
Наталья Исламоратова “Ғафури районына Гимн”ды (М.Пешков һүҙҙәре, А.Авдеев көйө) башҡарҙы. Унда шундай һүҙҙәр бар: “Беҙҙең район иреккә, мөхәббәткә дан йырлаған шағир исемен йөрөтә, Ғафури урмандар араһындағы һәм Урал итәгендәге бай район”. Йыр матур килеп сыҡҡан.
Үзбәк ауылы мәҙәниәт йортоноң фольклор коллективы районыбыҙҙы данлаусы таҡмаҡтарҙы ихлас күңелдән башҡара.
“Ташлиночка” вокал ансамбле шулай уҡ йырҙарын тыуған ауылдарына бағышлаған.
Риүәйәт һәм әкиәттәр әсирлегендә
Тағы ла бер номинация – “Тыуған яҡ риүәйәттәре”. Был конкурста Аҡкүл ауыл мәҙәниәт йорто еңеүсе булды. Коллектив сыуаш телендә һыу инәһе (русалка) тураһында риүәйәт һөйләне. Ул һыуҙан сыҡҡас, һылыу ҡыҙға әүерелә. Һәм Антоновка ауылы егетен ярата, уға үҙенең серен һөйләп, үҙе менән бергә күл төбөнә төшөүен һорай. Егет ризалашмай, әммә һыу инәһе быға күнергә теләмәй. Егетте үҙе менән Аҡкүл күленә алып китә.
Ташлы ауылынан Татьяна Ишбулдина Фатима ташы тураһындағы риүәйәтте һөйләп ишеттерҙе.
Антоновка ауылы мәҙәниәт йортонан Лилиә Осипова ауылға арналған риүәйәттәр менән таныштырҙы. Бер әбей һөйләүенсә, ике юлаусы – Антон менән Дмитрий һаҙлыҡ буйлап китеп барған. Ҡулдарында оҙон таяҡтары булған. Ҡапыл Антон бата башлаған, таяғына тотоноп, батҡылдан сыҡҡан. Ә таяғы һаҙлыҡта ҡаҙалған килеш ҡалған. Һуңынан таяҡ тамыр ебәреп, ағас үҫеп сыҡҡан. Ағалы-энелеләр был яҡтарҙы үҙ итә. Антон Аҡкүл күленең бер яҡ ярында йәшәргә ҡала, ә Дмитрий икенсе яғында нигеҙләнә. Бына шулай ике ауыл: Антоновка һәм Дмитриевка барлыҡҡа килә. Ә ағас әлегәсә үҫеп ултыра.
Сәйетбаба ауылының нисек килеп сығыуы хаҡындағы риүәйәтте Гәүһәр Байбулдина һөйләне. Борон бында Кесе Табын ырыуы башҡорттары йәшәгән. Сәйетбаба аҫаба (вотчинник) Сәйет бабай Көбәков исеменән алынған. Сәйет бабаның улы Мырҙаҡай Өйә йылғаһының икенсе яҡ ярындағы ауылға, үҙенең исеме менән атап, нигеҙ һала. Йылдар үткәс, ике ауыл бергә ҡушылып, Сәйетбаба ауылы барлыҡҡа килә.
Фантазия һәм креатив осошо
“90 йыл һаны менән инсталляция” номинацияһы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бына ҡайҙа үҙ фантазияһын асты! “90” һаны менән икмәк ҡарауайы ла бешергәндәр. Юлыҡ, Аҡкүл, Табын ауыл мәҙәниәт йорттары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бәлеш-ҡаластар әҙерләгән – “Икмәк барыһына ла баш, ә районға – маҡтау”. Рәйлә Мырҙағолова 90 һанын ауылының бренды булып торған ҡымыҙ тултырылған шешәләрҙән яҙған. Яңғыҙҡайындар 90 һанын көнбағыш сәскәләренән яһаған. Гөлназ Фәтҡотдинова 90 һанын бал ҡортло дәдәнгә “Беҙҙең район татыу ҡорт ғаиләһе кеүек” тип яҙып ҡуйған. Ә бына еҙемҡарандарҙың 90 һаны М.Ғафуриҙың тыуған яғының билдәле шишмәләренең ваҡ таштарынан тора.
Сәйетбабалар һоҡланғыс “Ғафури-90”ды майшәмдәр менән яҙған!
Бесән тюгынан 90 һаны менән инсталляция (был компьютер графикаһы) Родина ауыл клубыныҡыларҙыҡы. Юлыҡтар, антоновкалар һәм архангелкалар 90 һанын алмаларҙан әҙерләгән.
Матур панноға “90” ҡайындар менән һүрәтләнгән һәм текст яҙылған: “Беҙҙең район – икенсе Швейцария. Тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлайыҡ!”. Суҡыштарына “90” һаны яҙылған күгәрсендәр – Үтәк ауылынан Рәхилә Ғөбәйҙуллинаның эше һәм уның бик яҡшы теләге: “Мөхәббәтле парҙар өйләнешһен”. “90” һаны менән йәшелсә һәм емештәрҙән дә композициялар бар. Уларҙы Ташлы ауылында йәшәүселәр эшләгән.
Бына Яугилде ауыл клубының компьютер графикаһы: Ғафури районы картаһында 90 һаны ауыл исемдәренән төҙөлгән.
90 һаны беҙҙең сараларҙың фотоһүрәттәренән - Архангелка ауылы мәҙәниәт йортонан. 90 – ҡарабойҙай бөртөктәренән, макарон изделиеларынан “Ҡарабойҙай ҙа, бойҙай ҙа – районыбыҙҙа мул уңыш бирһен!” һүҙҙәре менән. 90 һаны балалар фотоһүрәттәренән төҙөлгән һәм “Гафури – навеки свято, поздравляют с юбилеем гафурята” тигән һүҙҙәр яҙылған.
Һәм финалда – сәскәләрҙән инсталляция һәм “Үҫ, сәскә ат, минең тыуған, яратҡан йәнтөйәгем!” тигән теләктәр теләнгән.
Бына шундай онлайн-конкурс килеп сыҡты. Йомғаҡ яһағандан һуң, ҡатнашыусыларға приздар тапшырылды.
Елена РЯБОВА,
район мәҙәниәт
һарайы методисы.
Читайте нас: