Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Р.Ғ.Абдрахманов йыйылыусыларға был программаның бик күп мөһим проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге биреүен аңлатты. Артабан ул Ҡауарҙы ауыл биләмәһенең был программала уҙған йылдарҙа ла ҡатнашыуы тураһында һөйләп үтте. 2019 йылда Ҡауарҙы мәктәбенә компьютерҙар (507,5 мең һум), ә 2020 йылда Ҡауарҙы ауылына "МТЗ-82".1 тракторы (1432,5 мең һум) һатып алынды. Фекер алышыуҙа халыҡ бик әүҙем ҡатнашты, төрлө тәҡдимдәр булды. Бер тауыштан 2021 йылда ла был программала ҡатнашырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Һабай ауылынан ауыл Советы депутаты Ф.Ә.Хәбибуллин бөгөнгө көндә иң отошлоһо – "МТЗ-82".1 тракторына аҫылма һәм тағылма ҡоролмалары алырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Был тәҡдимде Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Э.Т.Ғафарова ла хупланы. Ул үҙенең сығышында тракторға КУН, арба, роторлы ҡар таҙартҡыс һәм роторлы үлән сапҡыс алыу өлгөрөп еткән мәсьәлә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан был тәҡдимде хуплап ҡарар ҡабул итте. Һуңынан инициатив төркөм төҙөлдө. Был программа артабан да эшләһен, Һабай ауылы проекты еңеп сығыр, һәр кем был проектҡа үҙ өлөшөн индерер тигән теләктә таралышты ауыл халҡы.