+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 13:40

Артылғанда ғүмер үрҙәренә

Красноусолда йәшәүсе, ғүмеренең 70-се баҫҡысына аяҡ баҫҡан Ишбирҙе Арыҫлангәрәй улы Әминевты районда белмәгән кеше һирәктер. Бер уйлаһаң, әллә ниндәй орден-миҙалдарға, ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған шәхес тә түгел, ә үткәндәре, бөгөнгөһө менән оло ихтирамға лайыҡ кеше ул.

1951 йылдың 5 февралендә Һабай ауылында Ғәбиҙә менән Арыҫлангәрәй Әминевтар ғаиләһендә донъяға килә ул. Тыуған ауылында башланғыс белем алғас, 8-се класҡа тиклем Юлыҡ мәктәбенә йөрөп уҡый, артабан уҡыуын Ҡауарҙы мәктәбендә дауам итеп, өлгөргәнлек аттестатына эйә була. Оло тормош юлына тәүге һабаҡ биргән Жәлил Кейекбаевтың һеңлеһе Ғәйшә Кейекбаева, Миңнира Монасипова, класс етәкселәре һәм математика уҡытыусылары Әхмәт Яҡупов менән Рим Насировты әле лә хөрмәт менән иҫкә ала. Атай-инәһе Ишбирҙенең уҡыуы менән бик ҡыҙыҡһынмай, сөнки эштә сынығып үҫкән отҡор бала уҡыуҙа һынатмай, спортта ла бирешмәй, гармун уйнарға, оҫта итеп һүрәт төшөрөргә өйрәнә.
Үҙаллы балта оҫтаһы, электрик һөнәрҙәрен үҙләштерә, машина йөрөтөргә лә өйрәнә.
1968 йылда мәктәпте тамамлағас, бер аҙ колхозда эшләй. Киләһе йылдың яҙында Совет Армияһы сафына алына. Ипле, изгелексән, ихтирамлы, эшсән егетте бөтә ауыл оҙатырға килә. Һарытауҙа ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби тормош уның ысын кеше, гражданин булып формалашыуына, үҙ-үҙенә ышаныс артыуына ҙур йоғонто яһай. Физик эштә сыныҡҡан, бөхтәлек яратҡан етди егет тиҙ арала үҙен шәп һалдат итеп күрһәтә һәм уны 6 айлыҡ сержанттар курсына уҡырға ебәрәләр. Курстан һуң, хәрби бүлек командиры итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәте осоронда Ишбирҙе Әминев тиҫтәнән ашыу Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
1971 йылда баҙыҡ аҙымлы, етеҙ, хәрәкәтсән, бөркөт кеүек үткер ҡарашлы көслө егет булып, армиянан ҡайтып төшә. Йәштән үк күңеле медицинаға тартылған Ишбирҙе атай-инәһенә медицина институтына уҡырға инеү теләген белгертә. Ә улары кинйә улдары үҙҙәре янында ауылда ҡалыр тип өмөтләнә, ситкә ебәргеһе килмәй. Атаһы ҡәтғи ҡаршы төшә: “Унда 6-7 йыл уҡырға, бик оҙаҡ, һин уны тамамлағансы мин был донъяла булмам инде”, - ти. Һуғыштан ике тапҡыр яраланып, икенсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡан атаһының һүҙенә ҡаршы сығырға баҙнат итмәй һәм Өфөләге 1-се һанлы медицина училищеһына уҡырға инә. Училищела күпселек ҡыҙҙар уҡый, сибәрлеге, күрмәлеклелеге менән күптәрҙең төн йоҡоларын ҡалдырған егеткә күҙ атыусылар бик күп: эстән генә уфтанған тыйнаҡтары ла, хистәрен белгерткән ҡыйыуҙары ла, артынан илап йөрөгәндәре лә була. Ә уның 17 йәшлек Салауат районының ғорур ҡыҙы Нәфисәгә күҙе төшә. Әллә бик йәш булғанға, ҡыҙ ҡырағай ат һымаҡ, баш бирмәй, артынан оҙаҡ ҡына йүгертә. Башлаған эште еренә еткермәһә, Ишбирҙе буламы ни! Училищены тамамлап, ҡулына диплом алған йылды ул Нәфисәне, ниһайәт, “йүгәнләй” һәм өйләнешеп, йәш белгестәр йүнәлтмә буйынса Ғафуриға эшкә ҡайта. Уларҙы Табын ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктына тәғәйенләйҙәр, Ишбирҙе Арыҫлангәрәй улы - ФАП мөдире - фельдшер, Нәфисә Миндиәхмәт ҡыҙы акушерка булып тәүге хеҙмәт юлын башлай. Йәш белгестәргә ауыл советы йорт бирә. Йәштәр башкөллө эшкә сума. Һәм оҙаҡ та үтмәй, амбулаторияны районда өлгө итеп күрһәтә башлайҙар.
1976 йылдың апрелендә үҙәк район дауаханаһының баш табибы перспективалы йәштәрҙе, район үҙәгендә быға тиклем булмаған яңы штаттар асып, яуаплы эшкә күсерә. Ишбирҙегә флюорография кабинеты асыу, уны йыһазландырыу, район буйлап йөрөп, халыҡты йәлеп итеү һәм хеҙмәтләндереү бурысы йөкмәтелә. Кәләшен поликлиникаға өлкән шәфҡәт туташы итеп ҡуялар. Табында, тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт итеп, туплаған тәжрибә менән фото эшләү серҙәрен бел-гән булдыҡлы егеткә яңы эште башлап алып китеүе ауыр булмай. Ул тәүҙә флюорокабинетта, бер нисә йылдан рентген кабинетында район халҡына хеҙмәт итә. Төп эшенән тыш, Ишбирҙе Арыҫлангәрәй улы оҙаҡ йылдар профсоюз комитетында хеҙмәттәштәренең хоҡуҡтарын яҡлау, хеҙмәттәрен еңеләйтеү буйынса әүҙем эш алып бара, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, халыҡ контролендә лә, дружинник та булырға тура килә.
40 йылдан ашыу ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған И.А.Әминевтың намыҫлы хеҙмәте хаҡында күп һанлы Маҡтау грамоталары, айырым уңыштары өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаттары һөйләй. “Ҡыҙыл тәре” йәмғиәтендә әүҙем хеҙмәте һәм шәхси өлөшө өсөн “Рәсәй Федерацияһының почетлы доноры” һәм бер урында оҙайлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” тигән исемдәргә лайыҡ була.
Үҙенең яратып һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, барлыҡ вазифаларҙы еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуы, егәрле, тырыш, ныҡышмал, ярҙамсыл, ипле булыуы коллегаларының, район халҡының оло хөрмәтенә лайыҡ итә уны, күптәргә ул остаз да. Булмышы матур, күңеле күркәм, яҡты уйлы булыуы йөҙөндә сағыла. Ә шәхси тормошона килгәндә, Ишбирҙе Арыҫлангәрәй улы гармунда өҙҙөрөп уйнаһынмы, һүрәт төшөрһөнмө, ағас, тимер эштәре менән булһынмы, һылау, төҙөлөш, техниканы ремонтлаумы, хатта кейем бесеү, тегеү ҙә – барыһын да ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Ирмен тигән ир кешегә үҙ ғүмерендә йорт һалыу, ул үҫтереү, ағас ултыртыу бурысы һалынған. Хөкүмәт биргән фатиры булыуға ҡарамаҫтан, үҙ ҡулдары менән ҙур, күркәм йорт һала. Тормош юлдашы Нәфисә Миндиәхмәт ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар, ике ейәнсәр һәм өс ейәндең яратҡан олатаһы-өләсәһе. Ҡыҙҙары Раушания менән кейәүҙәре Динис Красноусолда төпләнгән. Өс бала үҫтерәләр, ҡыҙҙары Әҙилә БДПУ талибәһе, улдары Арыҫлан менән Владик мәктәптә уҡыйҙар. Улдары Ришат килендәре Гөлфирә менән Өфөлә йәшәй. Улар Нуретдин менән Аиша исемле балалар үҫтерәләр.
Ҙур булмаған майҙанда өйҙәре тирәләй ағас-ҡыуаҡтар ултыртып, урамдарын гөл-сәскәгә күмеп, Аллаһы Тәғәлә биргәнгә шөкөр итеп, мул тормошта татыу ғүмер итәләр.
Бөгөн күркәм ғүмер байрамын – юбилейын ҡаршылаған Ишбирҙе Әминевтың тормош юлы һәр кемгә өлгө булып тора. Юбилейығыҙ ҡотло, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, хөрмәтле юбиляр! (147)
Читайте нас: