-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2021, 12:50

Урап-бурап ҡарҙар яуа...

Быйылғы ҡыш бик үҙенсәлекле, һыуығы артынан көн ҡабат йылыта, әленән-әле ҡар яуып ала. Февраль айы ҡарлы-буранлы көндәрҙән башланды. Ҡарҙың күп яуыуы халыҡҡа ғына түгел, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар хеҙмәткәрҙәре өсөн дә байтаҡ мәшәҡәттәр тыуҙыра.

Район буйынса автомобиль юлдарын ҡарҙан таҙартыу ра-йон юл төҙөү-ремонтлау идаралығы иңенә төшһә, Красноусол ауылындағы урам юлдарын тәртиптә тотоу менән “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы шөғөлләнә. Предприятиеның бер автогрейдеры, өс ҡеүәтле “Т-150”, бер “ДТ-75”, өс “МТЗ-82” һәм Красноусол ауыл биләмәһенә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса һатып алынған “МТЗ-82” тракторҙары ярҙамында юлдар үҙ ваҡытында ҡарҙан таҙартыла. Предприятиеның юл мастеры Ирек Ғәлиәхмәтов билдәләүенсә, ҡар уғата мул яуған мәлдә предприятие тулы ҡеүәтенә, таңғы сәғәт 4-тән бер нисә йүнәлеш - биҫтәләр буйынса ҡыҙыу эшкә тотона. Ойош-
мала эшләүсе Шестаковтар ғаилә династияһы: аталы-уллы грейдерсы Юрий Михайлович һәм яңы “Т-150” тракторсыһы Владимир Юрьевич (“ДТ-75”), шулай уҡ бер туған энеһе Валерий Михайлович, Табын ауылынан тракторсылар Евгений Шабалин, Александр Павлов, Андрей Герасимов көсө менән район үҙәге урамдарын ҡарҙан таҙартыу эше яйға һалынған.
Читайте нас: