+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 21:55

Балланғандыр баландар...

Таң менән тороп өйрәнгән Шәмсинур тәҙрә аша тышты күҙәтә. Ҡояш сыҡҡан, үләндәге ысыҡ тамсылары мәрйен кеүек йылтырай. Алмағастар ҙа сәскәһен ҡойҙо, тик балан ҡыуаҡтары ғына аҡҡа төрөнөп ултыра.

Ваҡыт үтеп кенә тора. Шәмсинур әле ҡасан ғына боҙбармаҡтарға ҡарап ултырғайны, хәҙер бына йәйгә аяҡ баҫып торалар. Уның баҡсаһындағы баландар ҙа шау сәскәләлер инде... Их, ауылын үлеп һағынды ул. Баҡсаһындағы емеш ҡыуаҡтары ғына түгел, урам буйҙарындағы кесерткәндәр ҙә төшөнә керә уның. Ауылда булһа, әле бына торғас та баҡсаһында таң йырын тыңлап йөрөр, йә үҙе кеүек иртә менән уянған тауыҡтарына ем бирер ине. Унан өйгә инеп сәй ҡайнатып эсер, тәҙрә төбөн биҙәп, шау сәскәгә күмелеп ултырған ярандарына, тамсыгөлдәренә һыу һибер ине. Унан инде һуңғы бер нисә йылда үҙенә иптәш булып йәшәгән кәзәләрен һауып мәж килеү үҙе бер күңел йыуанысы була торғайны. Ә бында күңелен баҫырлыҡ бер ниндәй шөғөл юҡ. Үҙ донъяһында бөтөрөлөп йөрөгән уңған ҡатын булды Шәмсинур, шуға ла Ҡарттар йортон үҙһенә алмай йонсой. Йомош-юлға сығып йөрөүен иҫәпкә алмағанда, ауылынан оҙаҡҡа айырылып торғаны ла булманы бит уның.
- Их, ауылҡайым, ҡайтып күрергә яҙырмы икән үҙеңде?.. Уйҙарының ошо ерен ул ҡысҡырып әйтеп ебәрҙе.
- Әү, нимә тиһең?..
Уянып, карауатында сәс-башын, яулығын ипләштереп ултырған бүлмәләше уға текәлде. Ҡолаҡҡа ҡаты булғас, гел шулай, нимә тинең әле, ти ҙә ултыра. Шәмсинур уға ҡарап, һиңә әйтмәнем, тигәнде аңлатып, башын сайҡаны.
Йыйнаҡ ҡына бүлмәлә улар икәү йәшәй. Өсәүҙәр ине, уларҙан олораҡ ҡарсыҡ бер нисә ай элек үлеп китте. Мәрхүмдәрҙе элек йәшәгән урындарына алып китеп, ауыл советы хәстәрлеге менән ерләйҙәр. Шәмсинурҙың да һуңғы, Ғазраилға йәнен тапшырыр көнө килер инде.
Иртәнге аш мәле лә етеп килә. Унан әҙерәк саф һауала ултырып кергән булырҙар. Унан төшкө ашҡа саҡырырҙар. Шәмсинурҙың һәм уның менән Ҡарттар йортонда ғүмер итеүсе тағы ла 26 кешенең көндәре шулай бер төрлө үтә.
- Хәйерле иртә, апайҙар, ҡан баҫымығыҙҙы үлсәп алайык әле. - Бүлмәгә алсаҡ һөйләнеп фельдшер Зилиә килеп керҙе.
- Нисек йоҡланығыҙ, Шәмсинур апай? Ҡана, һеҙҙән башлайым.
- Рәхмәт, зарланырлыҡ түгел. Ҡояш кеүек балҡып йөрөйһөң инде, ҡыҙым. Эштән туҡтаһаң, һағынырмын әле үҙеңде. Урыныңа һинең кеүек һәйбәт кеше килһә ярар ине.
Зилиә йылмайҙы ғына.
Ул икенсегә бәпәй көтә, декрет ялына йыйына. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, йомшаҡ һүҙле йәш ҡатын ҡарттарҙың хәл-торошон тикшереп кенә тора. Шәмсинурҙың ихластан аралашҡан берҙән-бер кешеһе ул, дөрөҫөн әйткәндә. Сөнки ул үҙенә бикләнеберәк йәшәй, бер кем менән дә аралашырға теләге юҡ. Әйтерһең, ошо йортҡа эләгеүенә бындағылар ғәйепле.
Ҡарттар йортона ҡунаҡтар ҙа килеп тора. Яңыраҡ район гәзитенән килделәр. Фотохәбәрсе кәртешкәгә төшөрөргә иткәйне, ризалашманы Шәмсинур. Ҡуйсы, ауылдаштары йәлләп ҡарар, кемдер, бәлки, үсәр ҙә. Йәлләткес итеп бер ваҡытта ла йәшәмәне бит ул. Хәбәрсе тигәндәре, бында һеҙ ҡасандан бирле, ниндәй яҙмыштар менән, тип ныҡып-ныҡышты. Шәмсинур бында үҙ теләге менән килгәндер шул. Шуға өндәшер-өндәшмәҫ кенә ултырҙы.
Аҙна тирәһе үткәс, гәзиттә Ҡарттар йорто тураһында яҙып сыҡтылар. Хәбәрсе ҡыҙыҡай тупһыҙ ғына һорауҙар биреп аптыратып ултырһа ла, мәҡәлә оҫта, уйландырырлыҡ итеп яҙылғайны.
...”Ҡарттар йорто тупһаһында төрлө яҙмышлы кешеләр. Балалары иҫән-һау булып та, яҙмыш ҡосағына ташланғандары бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Берәүҙәр яңғыҙ һәм үҙ аллы йәшәүгә яраҡһыҙ, кемдер йәшәү урынһыҙ ҡалған. Ҡайһылары үҙҙәре лә ғәйеплелер, сөнки бында эләгеүҙәренә хәмер менән дуҫлыҡ сәбәпсе булған". Ошо юлдарҙы тетрәнеп, ҡат-ҡат уҡыны Шәмсинур. Үҙенә төбәп әйтелгән кеүек күрҙе. Юҡ, иҫерткес эсемлектәрҙе ғүмерендә ауыҙына алманы ул. Ә бына хәмер тигәндән... Заманында ул байлыҡ туплау маҡсатында көмөшкә ҡыуып һатты. Етеш тормошта йәшәһәләр ҙә, булған һайын булдырғыһы килде. Киҫәтеүҙәрҙе ишетмәне. Күрәсәгем шул булғандыр, тип яҙмышҡа япһарған була, ысынлап та, берәүгә кәрәкмәй ҡаҙна йортонда ғүмер иткән ерен һағынып зарығыуында үҙе ғәйепле түгелме? Эскеселәрҙең ғаиләләре әҙ ыҙаланымы ни? Кеше рәнйетеп йыйған мал ниңә кәрәк булды икән? Етештереп һатыусыһы әҙ булһа, эсеүсеһе лә әҙерәк булыр ине, тигәйне уға бер мәл, үҙәгенә үткән бер ҡатын.
Мәҡәлә уның тыныслығын алды, хатта төндәрен йоҡлай алмай уйланып, борғоланып сыға.
Гөрләп торған донъяһы, күркәм ҙур йорто бар ине Шәмсинурҙың – янды, етеш донъянан көл-күмерҙәр генә ҡалды. Төнгә ҡарай йылытҡыс ҡуйып ятҡайны, ойоп йоҡлап киткән. Бер-береһенә терәтеп һалған бәләкәй өй, мунса, һарай - бер нәмә лә ҡалманы. Февраль айының елле-буранлы бер таңы уны бар мөлкәтенән яҙҙырҙы, улай ғына ла түгел - ғүмер иткән төйәгенән айырҙы. Ярай әле күршеләре уяу булып, үҙен ҡотҡарып ҡалдылар. Район дауаханаһында ике ай тирәһе ятып сыҡты. Ауыл советынан янына килеп йөрөнөләр. Апрель аҙаҡтарында дауахананан сығарҙылар. Өй урыны ауыл етәкселәре хәстәрлеге менән таҙартылғайны. Шәмсинур оҙаҡ итеп буш донъяһына, баҡсалағы ағас-емеш ҡыуаҡтарына ҡарап торҙо. Тиҙҙән улар хуш еҫ таратып сәскә атыр, баландарым алланыр, шунан балланырҙар инде. Әбейҙең күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты. Бәлки, һуңғы күреүелер...
- Туғандарығыҙға барып йәшәп тораһығыҙмы әллә? - Эштәргә идара итеүсе ҡатын шулай тигән булды.
Ауылда бер генә ғаилә туғандары булып, улар менән бер ҙә генә аралашмағанын ул ҡатын да, ауыл советы башлығы ла беләләр ине. Бәләкәй ауылда барыһы ла күренеп тора бит. Уңған, әммә һауалы, уҫал тигән даны бар шул Шәмсинурҙың, холҡо шәкәрҙән түгел. Ауыл советы башлығы Ҡарттар йорто тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ризалашты. Башҡа сараһы юҡ ине. Ауыл етәкселәре тәүге мәлдә хәлен белешеп торҙо, бәләкәйерәк булһа ла өй һалыу мәсьәләһендә ярҙам итербеҙ, тинеләр. Матур итеп донъя көткән оло йәштәге ҡатынды улар йәлләй ине.
- Юҡ, ҡустым, әйтеүеңә рәхмәт. Минән башҡа ла эшегеҙ бөтмәгән. Булыры булған инде. Яңғыҙмын, йәш тә бара, күпме йәшәргә ҡалғандыр. Ҡулым да ауырта, элеккесә донъя көтә алмамдыр. Шуға ла иң ҡулайы ошо йорт инде, тип, ярҙамдан баш тартты. Аҙаҡ янына килеүсе булманы. Ауыл советы башлығын алыштырғандар тип ишетте.
Бына шулай, Шәмсинурҙың тормошонда ҙур үҙгәреш булып, яҙмышы икенсе боролош алды. Тәүҙәрәк ят урында йоҡоһо йоҡо түгел, саҡ таң аттыра торғайны. Ниңә шунда үлеп кенә ҡуйманым, кемгә кәрәгем бар, тип һыҡтаған мәлдәре лә йыш булды. Шулай ҙа ҡырыҫ тормошҡа өйрәнә башланы, яҙмышына күнде. Бер үҙенә күп кәрәкмәй, шуға ла пенсияһынан йыйып барған аҡсаһы байтаҡ ҡына ине. Өйөндә тотҡас ни - янды. Үлеп-фәлән китһәм, тәрбиәләп күмерһегеҙ, тип күрше килен Фәйрүзәне саҡырып индереп әйтергә йөрөй ине. Өлгөрмәне. Ә донъяһын оло улының улына - ейәне Иреккә инселәгәйне ул. Уныһын да яҙҙыра алмай ҡалды. Эйе, Шәмсинурҙың бер генә бөртөк ейәне бар, тик үҙен дүрт йәшенән бирле күргәне юҡ. Үҙенең тиҫкәре холҡо арҡаһында. Хәйер, ул баланы йәлләү, уға ҡарата һағыныу хисе лә йөрөтмәне күңелендә. Хатта ҡайһы тарафтарҙа, нисек йәшәүҙәре менән дә ҡыҙыҡһынманы. Тик нисек кенә булмаһын, донъяһын ситтәргә түгел, үҙ ейәненә ҡалдырырға ҡарар иткәйне.
Ҡарттар ҡараулы, өҫ-баштары таҙа, тамаҡтары туҡ булһа ла, ҡаҙна йорто үҙ донъяң түгел инде. Алдында тәмле аш ултыра, ә уның шул тиклем мейестә тәгәрәткән бәрәңге ашағыһы килеп китә. Ҡул ҡаушырып тик ултырыуҙан да ялҡа.
Көндәр шулай үтә торҙо. Йәйге көндәр йылы, йәмле. Рәхәтләнеп саф һауала йөрөйҙәр. Шәмсинур ҙа ҡайһы ваҡыт ауыртмаған ҡулы менән хеҙмәткәрҙәргә түтәл уташа. Улар быйыл да учреждение баҡсаһына күп итеп йәшелсә, сәскәләр ултыртҡайны. Кисә түтәлдәр араһында йөрөгәнгәме икән, бөгәсә, ана, үҙенең өй алды баҡсаһында сәскәләр араһында йөрөйөм имеш, тип төш күреп уянды. Ул ғына ла түгел, бынан 23 йыл элек вафат булған оло улы Вәрис инде төшөнә.
Ҡарты Вәхит, кесе улы һирәкләп кергеләһә лә, оло улын инде байтаҡтан төшөндә күргәне юҡ ине Шәмсинурҙың.
- Әсәй, бына киленең һиңә күлдәк тегеп ебәрҙе, - тип шау сәскәле күлдәк тотоп тора имеш, тип күреп ята. Хәйерлегә булһын. Хәйер ҙә һорайҙыр инде. Үҙ өйөндә булһа, рухтарына бағышлатып, Ҡөрьән уҡытып алыр ине.
...Ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙҙары булып иркә үҫкән, тормошҡа сыҡҡас та бер ниндәй мохтажлыҡ кисермәй йәшәгән Шәмсинур бик бәхетле ине. Тик яҙмыш һәр кемде үҙенсә һынай, күрәһең. Ул ана, юғалтыуҙар кисереп, олоғайған көнөндә яңғыҙ ҡалып, ете яттар араһында, ҡаҙна йортонда йәшәргә мәжбүр.
Һәр ваҡыт үҙ ҡарашы, үҙ фекере менән генә йәшәргә тырышты бит ул. Иң яҡшы
донъя, иң матур йорт уныҡы булырға тейеш. Уның һүҙе генә һүҙ булһын, янында ул яҡын күргән кешеләр генә йөрөһөн һәм башҡалар. Кейәүгә сыҡҡас та сәмләнеп йәшәне, мөлкәт йыйҙы. Район үҙәгендә һатыусылыҡҡа уҡып ҡайтып, сельпо магазинында эшләне. Үҙе лә уңған булды, ире лә йүнсел ине. Бер-бер артлы тыуған улдары ла эш рәтен белеп үҫте. Ире сит райондан, был яҡтарға ветфельд-шер булып эшкә ебәрелеп, Шәмсинурға өйләнгәс, ошонда төпләнеп ҡалдылар. Олоғайып килгән ата-әсәһен дә, ауылын да ташлап киткеһе килмәне ҡыҙҙың. Иренең тыуған яҡтарына һирәк, ҡунаҡ-маҙарға ғына барғыланылар, әллә ниҙә бер ҡәйнәһе, туғандары килеп ҡайтыр ине.
Кешеләрҙе "хәлле-хәлһеҙ"гә, үҙе әйтмешләй "йүнле-йүнһеҙ"гә айырып ҡарап өйрәнгәйне Шәмсинур. Әсәһенең бер туғаны, үҙенән ун йәшкә генә өлкән Маһира апаһын да тора-бара кешегә һанамай башланы. Сөнки апаһы эскесе ире менән йонсоп йәшәй, көнкүрештәре насар ғына.Уның өс ҡыҙҙан һуң тыуған улы Булатты малайҙары янына уйнарға килһә, ҡыуыр ҙа ҡайтарыр ине.
Талон заманы, һатыусылар Аллаға тиң ваҡыт. Шәмсинур ҙа үҙ баһаһын белеп, түрә-ғара менән генә аралашты.
Бер көндө ҡаршыһына осрағанда Маһира апаһы менән теләр-теләмәҫ кенә һаулыҡ һорашып уҙып киткәйне, уныһы артынан ҡысҡырып ҡалды:
- Бала сағыңда шулай һөйкөмлө инең, беҙҙән ҡайтмай торғайның да бит. Хәҙер "апай һаумы", тип тә әйткең килмәй. Башыңа төшһә, бағанаға ла сәләм бирерҙәй булырһың...
Ҡарттар йорто тормошо үҙағышы менән барҙы. Фельдшер Зилиә урынына йәш кенә ҡыҙ эшкә килде. Тәү күргәндә үк был ҡыҙ кемделер хәтерләткән кеүек булды Шәмсинурға. Бигерәк һөйкөмлө үҙе, йылмайғанда бит остары уйылып китә.
- Ҡыҙым, ҡайһы яҡтан һин? - тип һораны бер көн Шәмсинур унан.
Ҡыҙ яҡындағы ҡаланы атаны.
- Унда ҡайтыуыбыҙға оҙаҡ түгел әле. Себер яҡтарында үҫтем мин. Бер аҙ тынып торғас, ҡыҙыҡай шулай тип өҫтәп ҡуйҙы һәм ҡаршыһында ултырған оло кешегә күтәрелеп ҡараны. Йә Хоҙай! Шәмсинур терт итеп ҡалды. Килене Зәримәнең ҡарашы! Бит остары уйылып китеүе лә... Киленен күрмәгәнгә хәтһеҙ йылдар үтһә лә, ҡарашы онотолмаған икән.
Шәмсинур бүлмәһенә кереп, урынына ятты. Күҙ алдына Зәримә килеп баҫты. Вәрис үлгәндә йәш кенә ҡалған килене икенсегә тормошҡа сығып, ҡыҙ тапҡандыр. Ысынлап уның ҡыҙы микән? Шулайҙыр, оҡшаған. Ҡайҙалыр Себер яҡтарына сығып китте тинеләр шул. Вәристең улы ҡайҙа икән? Ғүмерендә беренсе тапҡыр тигәндәй, Шәмсинурҙың күңелендә ейәне яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу уянды.
Икенсе көндө фельдшер бүлмәһендә ҡан баҫымын үлсәтеп ултыра ине, ниндәйҙер ҡағыҙҙар тотҡан секретарь ҡыҙ килеп инде.
- Альбина Вәрисовна! - тип фельдшер ҡыҙға һүҙ ҡушыуға Шәмсинур терт итеп ҡалды. Вәрисовна...? Ниңә Вәрисовна икән? Шәмсинур үҙен ҡулға алып, ҡыҙҙың фамилияһын, әсәһенең исемен белеште. Күңеленә таш инеп ултырған әбей, аяҡтарын ауыр һөйрәп, бүлмәһенә кереп ятты. Ошо баланың әсәһен, киленен рәнйетте бит ул. Тәкәбберлеген, еңмешлеген еңә алмай, улы Вәристе лә юғалтты. Бәләкәй балаһын етем ҡалдырып, яҡты донъянан китеп барҙы улы. Етмәһә, кәләше икенсегә ауырлы булғанмы? Бер ҙә генә ҡыҙыҡһынманы шул ейәне, килене яҙмышы менән. Зәримә үҙе лә ғорурлығын еңә алмағандыр, Ейән-ейәнсәрҙе уға кесе улының кәләше, яратҡан килене бүләк итер тип көтөп тик йөрөнө. Тик хыялдар буш ҡалды, өмөттәр аҡланманы. Вәрис төшөнә бушҡа кермәгәндер, әсәһе янына ҡыҙы килеүен иҫкәртеүе булғандыр...
Альбинаның ҡарашы, йылмайыуы әсәһенеке, ә бына ҡаралығы, буйсанлығы атаһына тартҡан.
Шәмсинурҙың улдары мәктәптә яҡшы уҡыны. Олоһо Вәрис һалдат бурысын үтәп ҡайтты, төҙөлөш техникумын тамамланы. Бәләкәйе Байрас Өфөлә нефть институтында уҡыны. Уныһы атаһы кеүек аҙ һүҙле, тыныс холоҡло ине, шулай булһа ла студент сағында уҡ, ағаһынан алда өйләнергә лә өлгөрҙө. Ҡала ҡыҙын - киленен Шәмсинур бик яратты. Үткер, баллы һүҙҙәре менән ҡәйнәһенең башын әйләндерә генә. Атаһы ҙур ғына урында эшләй ти. Ә үҙе улы кеүек инженерлыҡҡа уҡый. Ҙурҙан ҡубып, түрә-ғараларҙы йыйып туй яһанылар. Йәштәргә уҡып бөтөргә лә, фатир алырға ла ярҙам иттеләр, ҡайтҡан - киткәндәрендә күстәнәс тә мулдан һалынды. Атаһы үлгәс, Шәмсинурҙың әсәһен үҙҙәренә күсергәйнеләр. Уның донъяһын һатҡан аҡса ла кесе улы менән килене ҡулына күсте. Тик нишләптер килен бала табырға ғына ашыҡманы. Оло улы Вәрис һуңғараҡ, үҙҙәренән 10 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ятҡан Томбойоҡло ауылы ҡыҙын алды. Төҙөлөштә ябай эшсе булып эшләгән Зәримә улына тиң түгел! Үтә баҫалҡы үҙе, сирләшкә әсәһе яңғыҙы үҫтергән. Шул
ауылдан йыш ҡына магазинға килеп йөрөгән бер танышы аша буласаҡ килене тураһында бар мәғлүмәтте туплағайны инде Шәмсинур. Ризалығын бирмәне, туй үткәреүҙән дә баш тартты. Йәштәр ҙә ныҡыш булып сыҡты. Никах уҡытып, икеһе Загста яҙылыштылар ҙа йәшәп алып киттеләр, Стәрлетамаҡта төпләнеп, төҙөлөштә эшләнеләр. Үҙ-ара татыу йәшәнеләр, ике яҡҡа ла ҡайтып- китеп йөрөнөләр. Тик Шәмсинур килененә тәүге күргәндән үк яҡты йөҙ күрһәтмәне. Ҡайтҡандарында Зәримә нимә эшләйем тип тотонһа ла, Шәмсинур уның ҡулынан шарт тартып алыр булды. Төрлөсә кәмһетеүҙән дә тартынманы. Ейәне Иректең тыуыуы ла килененә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртмәне. Вәристең ҡәйнәһе йортонда нимәлер эшләп, ярҙам итеп йөрөүен ишетһә, туҙынды ғына Шәмсинур.
- Ни өсөн әсәй мине күрә алмай? Уның алдында ниндәй ғәйебем бар һуң? - Был һорауҙы иренә лә биреп ҡараны йәш ҡатын, үҙе лә өҙгөләнде. Вәристең отпускыһында ауылға бесән эшләргә ҡайтҡайнылар. Зәримә уйнап арып, йоҡлап киткән улын бәләкәй өйгә индереп һалды ла, ишек алдына сыҡты. Ҙур өйҙә ҡәйнәһенең Вәристе әрләгәне ишетелә.
- Нишләп бер үҙең ҡайтмай шуныңды эйәртәһең дә йөрөйһөң ул? Күргем килеп торамы ни? Уҡығанды, юғары белемлене алыр инең, ана ҡустың кеүек. Хәҙер ғүмер буйы өс бөртөк эш хаҡына йәшә инде. Ни ауырыу әсәһенән башҡа ярҙам итер кешеһе юҡ, ауылдаштары, ана, беҙҙең ауылға бәләкәй ҡыҙын етәкләп килеп йәшәй башланы ул татар Сәйҙә, тип һөйләйҙәр. Шәмсинур күреп-аралашып йәшәмәгән ҡоҙағыйын әллә нимәләр тип хурлап бөттө.
- Нимә һөйләйһең ул, әсәй. Нишләп һин бына тигән кешеләрҙе бөтөрөп ташлайһың. Улар һинән килеп аҡса ла, ашарға ла һорамай бит, үҙ тормоштары менән йәшәй. Киленең бит ул, ейәнеңдең әсәһе. - Вәрис тә түҙмәй, ҡыҙып китте.
- Киленем ул минең Ләлә, ейәндәрҙе лә ул бүләк итәсәк. Ә был әллә һинең балаң, әллә юҡ. Барыбер һүҙемде һүҙ итәм, йәшәтмәйем шуның менән. - Шәмсинур артығын ысҡындырғанын аңлап, телен тешләне, әммә һуң ине.
Асыҡ ишек аша барыһын да ишетеп торған Зәримә, әйберҙәрен йыйып, йоҡлап ятҡан балаһын уятып, торғоҙоп сығып китте. Шунан аҙаҡ оло килене был өйгә килеп йөрөмәне. Вәрис тә тыуған йортона теүәл бер йыл үткәс кенә ҡайтып төштө. Ауылда аҙна тирәһе булып, атаһына бесән әҙерләште. Ҡустыһы ла ҡатыны менән ауылда ине. Эштәрен теүәлләгән көн атаһы, ҡустыһы менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар, бер яртыны бушаттылар. Улдары эсергә әүәҫ түгел, әммә атай кеше оло улының ғаиләһен әсәһе ҡабул итмәүенә өҙгөләнеп йәшәүен аңлай ине. Йөрәге яныуы баҫылыр, һөйләшеп тә ултырырбыҙ тип ҡатынынан бер ярты һорап алды. Шәмсинурға күпме әйтеп ҡарай Вәхит, уның холҡон үҙгәртерлек түгел, үҙенекен һүҙ итеп йәшәй бирә.
Шунда ятып ҡына йоҡлаһа ла булыр ине, Вәрис ҡәйнәләренә барырға булып китте. Зәримә улы менән үҙ әсәһе янына ҡайтҡайны. Аҙна буйы уның ҡатыны юҡ, хатта ейәне тураһында бер ни ҙә һорашмаған, бәләкәй килененә нисек ярарға белмәй йөрөгән әсәһенә асыуы, үпкәһе ҙур ине уның. Ҡустыһы менән аралары ике генә йәш. Ата-әсәһе уларҙың икеһенә лә тигеҙ ҡарашта булып, ҡурсалап үҫтерҙе. Нимә булды әсәһенә? Үҙен генә яратҡан, ҡулынан бер эш тә килмәгән ҡылансыҡ Ләлә килен ҡай яғы менән артыҡ һуң? Юҡ, ул Зәримәһеҙ йәшәй алмаясаҡ. Күптән түгел Вәрис икенсегә атай буласағын да белгәйне. Кәләшен һәм улын һағынып өлгөргән ир ата-әсәһенең, ҡустыһының төн йөҙөндә йөрөмә, иртән барырһың, тиеүҙәрен тыңламаны, яҡындары янына ашыҡты, атаһының коляскалы мотоциклында сығып китте. Һәм артабан ҡот осҡос хәл... Араҡы шауҡымынанмы, шәп тиҙлек менән барғандырмы, тормоз фәләне тотмағанмы – юлдан ситкә осҡайны улы, алған йәрәхәттәрҙән вафат булды. Килененән улын бик аяныслы итеп үлем айырҙы.
Вәристе һуңғы юлға оҙатып кеше таралғас, Зәримә ҡәйнәһе ҡаршыһына килеп баҫты. Тыныс күренә ине ул. Тик былай ҙа аҡ йөҙө тағы ла ағарып киткән.
- Бына, әсәй, беҙҙе айырырға теләгәйнең. Шундай аҡыллы ул үҫтергәнһең тип, һине яҡын күреп торҙом. Ошонда килеп, киленең булып гел нимәлер эшләп йөрөгөм килде. Ә һин мине ниңәлер күрә алманың. Хәҙер бөтөнләй күрмәҫһең. Зәримә ҡарап торҙо ла сығып китте. Уның ҡарашы Шәмсинурҙың күңеленә уйылып ҡалды.
Бөтөнләй күрмәҫһең, тиһә лә, Зәримә үҙҙәре тураһында белгертеп алды әле. Вәристең үлеменә ай самаһы булғандыр, әсәй Иректе алып ҡайтып тормаҫ микән тип, Стәрлелә уҡыған бер ҡыҙ аша әйтеп ебәргән. Әсәһен дауаханаға һалғандар тигәнме? ... Барманы Шәмсинур. Тағы ла кирелеге еңде. Ире белһә, бәлки, барған да булыр ине, уға өндәшеп тә торманы. Үҙе килтереп ҡалдырһа, моғайын, алып ҡалыр ине ейәнен. Тик Зәримә килмәне.
Күрәһеләре бөтмәгән булған Шәмсинур менән Вәхиттең, кесе улдарында яман шеш таптылар. Һуңғы көндәрен йә дауаханала, йә атаһы-әсәһе янында үткәреп, ҡәҙерлеләрен ҡара ҡайғыға һалып, Байрас та яҡты донъя менән хушлашты. Исмаһам, күңел йыуанысы булырлыҡ балаһы ла ҡалманы. Ләлә килене менән дә аралары һыуынды. Уныһы Байрастың 40 көнөн уҙғарғанда ла килеүҙе кәрәк тип тапманы. Ә күп тә тормай уның икенсе иргә сыҡҡанлығы ишетелде.
Шәмсинурҙар тормошонда эш бошорғос, һоро көндәр башланды. Былай ҙа аҙ һүҙле Вәхит үҙ эсенә йомолдо, яңғыҙы ғына тыуған яҡтарына барып ҡайтты. Мал-тыуарҙары ишле, әсәһе лә олоғайҙы, 87 йәштә, уның бер үҙен ҡалдырып йөрөмәй Шәмсинур. Бик сығып йөрөмәһә лә барыһын да күреп, ишетеп ултыра ҡарсыҡ. Зиһене теүәл. Ейәндәре үлеменән һуң биреште әбекәй, уға тиклем урам тирәһендә лә һин дә мин йөрөй ине әле. Бер көндө ул Шәмсинурҙы янына саҡырып алды.
- Ултыр әле, ҡыҙым. Әйтә торған һүҙҙәрем бар ине. Мине матур тәрбиәләнең, рәхмәт. Тик ҡайһы бер кешеләргә үтә мәрхәмәтһеҙһең, балам. Бер бөртөгөбөҙ булғас, иркәрәк булдыңмы? (Әсәһенең уға тиклемге балалары үлеп торған). Улай тиһәң, ҡулыңдан килмәгән эш юҡ. Быркащик булып эшләп һауаландың әллә? Был тиклем таш бәғерле булырһың икән? Анау Зәримә киленде, аҡыллы ғына баланы, ниңә рәнйетергә ине һиңә? Ул араларҙы яйларға тырышты бит әле ул, йәш булһа ла. Аҡсаһыҙ интеккән сағы булғандыр бәлки, яңғыҙ ҡатындың. Бер бөртөк ейәнеңде алып ҡайтып ҡарап тора алмаҫ инеңме ни? Ошо арандай өйөңдә балаңдың балаһы йүгереп йөрөһә, насар булыр инеме? Ғәфү үтен киленеңдән, төҙәт хаталарыңды, ейәнеңде үҫтерергә ярҙам ит. Йәйге ялдарында ауыл һауаһын һулап, янығыҙҙа йүгереп йөрөһөн. Өйөңә берәү инеп, берәү сыҡмай. Шул да булдымы тормош? Маһира апайыңдың балалары менән ҡатышып йәшә. Ана, әсәләре донъя ҡуйһа ла, тыуған нигеҙҙәрен ташламай улар, мине лә туған итеп, хәл белешеп торалар. Зинһар, башҡаса харам менән булма, донъя малы йыйма. Йыйғандарың, ана, күпме. Миңә әхирәткә күсергә күп ҡалмаған. Оҡшамай тигән кешенең дә ярҙамын алыуың бар, шуны онотма.
Ошо һөйләшеүҙән һуң әсәһе оҙаҡ йәшәмәне. Заманында уҡыу эләкмәһә лә, күпте белгән, аҡыллы кеше ине ул. Бәхетле ғүмер кисереп, ҡыҙы ҡулында донъя ҡуйҙы. Ә бына Шәмсинурға ҡартлығы хәйерлеһе менән килмәне бит әле.
Әсәһенән һуң ире Вәхит тә оҙаҡ йәшәмәне. Бер нисә тапҡыр инсульт үткәргән ир, һуңғыһынан китеп барҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡан Шәмсинур шулай япа-яңғыҙ ҡалды. Баҡса, мал-тыуар, йорт эштәре менән булып көнөн үткәрҙе, яҡындары янына зыяратҡа барып әйләнде.
Бер барғанында Вәристең ҡәберендә янып торған ҡыҙыл ҡәнәферҙәр ята ине. Килене килеп киткән! Көнө буйы уйланып йөрөгән Шәмсинур түҙмәне, таң менән тороп Стәрлегә юлланды. Әсәһенең васыя-тын үтәгеһе килдеме, яңғыҙлығы үҙәгенә үттеме.
- Зәримә Себер яғына күсеп китте, - тинеләр уға ул йәшәгән дөйөм ятаҡта. Өлгөрмәне, поезд киткәйне. Был донъяла Шәмсинурҙың япа-яңғыҙын ҡалдырып киткәйне...
...Йәйҙәр ҙә матур итеп һаубуллашты. Урамда өйөрөлөп-бейеп япраҡтар ҡойола. Шәмсинур Ҡарттар йортонда икенсе көҙөн ҡаршылай. Альбина ла матур ғына эшләп йөрөй. Зилиә кеүек ул да үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Аҡ халаты үҙенә бигерәк килешеп тора. Өләсәй менән ейән-ейәнсәр хәҙер бер-береһен беләләр. Шәмсинур унан Ирек хаҡында һорашты. Өфө дауаханаларының береһендә табип булып эшләй икән ейәне. Уҡып бөтмәҫ элек үк өйләнгән, ҡыҙы бар, ти. Зәримә килене өләсәй ҙә икән хәҙер. Шулай инде, шунсама ғүмер үткән бит, атаһы үлгәндә ҡарында ҡалған Альбина ла, ана, буй еткереп, үҙаллы эшләп йөрөй.
...Оло йәштәгеләр көнөн Ҡарттар йортонда ҙур байрам итеп уҙғаралар. Был юлы ла ҡотланылар, урындағы мәктәп уҡыусылары концерт ҡуйҙы. Байрам ашынан һуң Шәмсинурҙар бүлмәһенә йылмайып Альбина килеп керҙе.
- Әйҙә, йыйын өләсәй, һине ҡунаҡҡа алып ҡайтам, - тине ул. Өләсәй тиме? Кит инде, был һүҙҙе лә ишетер көнө булған икән! Шәмсинур ни тиергә белмәне, күҙҙәре йәшләнде.
- Юҡ, ҡыҙым, бара алмайым, - тине бер аҙ торғас. Минең һеҙҙең алда ғәйебем ҙур. Хатта һинең, ейәнсәремдең донъяла барлығын да белмәй йәшәгәнмен бит. Әсәйеңә лә мине күреү еңел булмаҫ. Ризалашманы Шәмсинур.
Бер аҙҙан Альбина тағы керҙе янына, был юлы директор ҡатын менән.
- Әсәйем шылтыратты. Иректәр ҙә килде, көтәбеҙ, - ти. Тышта машина көтә, өләсәй.
- Эйе, Шәмсинур апай, ялға барып килә алаһығыҙ яҡындарығыҙға, - тип уға директор ҡатын да ҡушылды.
Ейәне Иректе күреү теләге оятын еңде, шикелле. Шәмсинур кейенеп, яйлап ҡына атлап Альбина артынан сыҡты. Машина эргәһендә оҙон буйлы йәш кеше тора. Альбинаның дуҫлашып йөрөгән егете икән.
Нисек ҡаршы алырҙар икән? Зәримәнең ире нимә тип торор? Юл буйы төрлөһөн уйлап килде әбей.
Ҡалаға ҡайтыуыбыҙға йылдан ашыу ғына тигәйне Альбина. Яңы биҫтәнән алғандар икән фатирҙы.
Шәмсинурҙы йылы ғына ҡаршыланылар. Зәримә әллә ни үҙгәрмәгән, тик оҙон һары сәстәрен киҫтергән, бер аҙ тулыланған. Ә Ирек ейәне ҡойоп ҡуйған Вәрис инде, оҙон буйлы, тик аҡлығы ғына әсәһенә оҡшаған. Ул өләсәһен ҡыҙы, кәләше менән таныштырҙы. Өс бүлмәле фатир бик иркен. Матур итеп өҫтәл әҙерләгәндәр.
Ашағанда әллә ни һөйләшмәнеләр. Тик өс йәшлек Сафияның ғына тәтелдеге сыға. Иректең кәләше Яна бик алсаҡ. Татарстандан икән, керәшен ҡыҙы, ата-әсәһе юҡ, Балалар йортонда үҫкән, ти. Ул да табип, әле ординатура тигәндәрендә уҡый, шуға йәштәр Сафияны күберәк Зәримәлә ҡалдыра икән. Кисен ҡыҙҙарын ҡалдырып, Иректәр Өфөгә юлланды. Альбиналар дуҫтары янына тип китте. Бәләкәй ҡыҙсыҡ йоҡлап киткәс, ҡәйнә менән килен икәү ҡалды. Арала йылдар ята... Тәүҙәрәк һүҙҙәре берекмәгән кеүек ине, аҙаҡ асылып китеп оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙылар. Шәмсинур килененән ҡат-ҡат ғәфү үтенде.
- Үҙем дә йәш, аҡылһыҙ булғанмын шул. Альбина тыуғас хәбәр итһәм дә булыр ине бит. Вәрис үлгәс, былай ҙа ауырыштырып торған әсәйем насарланып китте, уны алып килеп дауаханаға һалдым. Үҙемә лә бик оҙаҡ һаҡланып ятырға тура килде. Шунда Иректе ҡалдырып торорға кеше тапмай, һеҙгә хәбәр иткәйнем, килеүсе булманы. Артабан инде теште ҡыҫып, һыр бирмәҫкә тырышып йәшәлде лә йәшәлде. Альбинаға алты айҙар самаһында әсәйем дә беҙҙе ҡалдырып китте.
- Ҡоҙағыйҙы ҡайҙа ерләнегеҙ? -Уңайһыҙ булһа ла Зәримәне бүлдереп шулай тип һораны Шәмсинур.
- Томбойоҡлоға алып ҡайттыҡ. Үҙе шулай теләне. Минең ҡәберемә барып, үҫкән ауылыңды күреп китерһең, тигән булғайны.
Үҙе эшләгән төҙөлөш ойошмаһында үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, Зәримә декрет отпускыһынан һуң унда эшкә сығып тормаған. Вәрис иҫән саҡта бергә аралашып йәшәгән дуҫтары янына, Себер яҡтарына сығып киткән.
- Ете яттар араһында, ике бала менән нисек йәшәнең? - тине Шәмсинур.
- Эйе, ауырлыҡтар осрап торҙо. Шул дуҫтарыбыҙға рәхмәт инде, ике бала менән һыйындырҙылар, ярҙам иттеләр. Китер алдынан әсәйемдең, Вәристең ҡәберенә барып киттем. Шунда һеҙгә кереп сыҡмауыма ғүмерем буйы үкендем. Аҙаҡ ҡайтырға юл төшмәне. Ситкә сығып китеп, һине ейәндәрең менән аралашып йәшәүҙән мәхрүм иттем. Мине лә ғәфү ит, әсәй.
Зәримә лә, ҡәйнәһе лә илай ине. Әрнеү, үкенес йәштәре биттәрен өттө уларҙың. Һәр икеһе үҙен ғәйепләне.
- Вәристе мин ныҡ яраттым, - тип дауам итте килене бер аҙ тынысланғас. -Уның менән бергә йәшәр өсөн теләһе ниндәй кәмһетеүҙәрҙе ишетмәҫкә тырыша инем. Әсәйем исеменә әйткән һүҙҙәреңә хәтерем ҡалды шул, әсәй.
Шәмсинурҙы иң ғәжәпләндергәне - килененең уға һаман әсәй тип өндәшеүе. Шунан ул тағы ла бер көтөлмәгән яңылыҡ ишетеп аптыраны.
- Сәйҙә әсәй минең үҙ әсәм түгел бит. Үҫкәс кенә белдем. Бына минең атай-әсәйем. - Ҡатын һуҙған фотоһүрәттән мөләйем йөҙлө йәш пар йылмая ине.
- Әсәйем мине тапҡанда үлгән, атайым эскегә бирелеп үҙенә ҡул һалған. Сәйҙә әсәй менән ире мине балалар йортона бирҙермәй, үҙҙәренә алған. Атайым, әсәйем, Сәйҙә әсәй өсөһө бер балалар йортонда үҫеп, дуҫтар булғандар. Миңә өс йәштәр тирәһендә, заводта эшләгән Сәйҙә әсәйем бер ҡулын өҙҙөрә. ире ташлап китә, мин дә йыш ауы-рып йонсотҡанмын. Шунда беҙҙе күрше ҡатын Томбойоҡлоға алып ҡайта. Уның яңғыҙ йәшәгән әсәһе янында йәшәп тороп ҡалғанбыҙ. Ауылдың ихлас кешеләрен, матур тәбиғәтен әсәйем бик оҡшатҡан. Башланғыс булһа ла мәктәбе бар. Унан бигерәк миңә саф һауа килешкән. Әсәйем мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне. Үҫә килә мин ярҙам иттем. Кәзәләр аҫраныҡ. Әсәйем шәлдәр бәйләп һатты. Бер ҡулы протез булһа ла миңә бирнәгә тип селтәрҙәргә тиклем бәйләп һалды бит ул. Бүтән тормошҡа ла сыҡмай, бар ғүмерен миңә арнаны. Йәл, ғүмере ҡыҫҡараҡ булды. Әсәйемдән ҡул эштәренә өйрәнгәйнем, балалар үҫтергәндә кәрәге тейҙе.
- Япа-яңғыҙ ике баланы үҫтереп кеше иткәнһең бит әле сит тарафтарҙа. - Шәмсинур шулай тигән булды. Үҙе, ҡабат тормошҡа сыҡманыңмы, тип һорарға баҙнат итмәне.
- Күп эшләргә, арытһа ла кистәрен ҡул эштәре тоторға тура килде. Төҙөлөшкә урынлашҡас, барактан йәшәр урын бирҙеләр. Бер нисә йылдан фатирлы ла булдыҡ. Альбинаға күҙ-ҡолаҡ булыу, дәрестәрен ҡарашыу Иректең иңенә төштө. Йәйҙәрен ял итергә алып бара инем үҙҙәрен, китапҡа ылыҡтыра инем. Шөкөр, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй уҡынылар. Ирек Омскиҙа медицина институтын, Альбина үҙебеҙ йәшәгән ҡалала медучилище тамамланы. Мин үҙем дә мәктәптән һуң мединститутҡа кергәйнем бит, уҡыуы оҙаҡ, әсәйем яңғыҙ, уны йәлләп ташланым, төҙөлөшкә эшкә керҙем. Тыуған яҡтарға ҡайтырға ине тип йөрөй торғас, балалар уҡып бөткәнсе, хаҡлы ялға тиклем йөрөлдө лә ҡуйҙы, - ти Зәримә. Ул яҡта ҡатын-ҡыҙ 50 йәштә хаҡлы ялға сыға икән.
- Балаларың өсөн йәшә, һынғанға кешеләр һоҡланмай, көслө бул, - тигәйне әсәйем. Хоҙай миңә әсәй булыу бәхетен биргән бит әле тинем дә, улар өсөн йәшәнем. Ҡабат тормошҡа сығырға уйламаным да, - ти Зәримә.
Бына нисек! Ниндәй тәрән аҡыллы, сабыр икән килене! Ниндәй генә юғалтыуҙар, һынауҙар кисермәгән, ә ул һынмаған. Иренең рухына хыянат итмәгән, балаларын күҙ ҡараһылай үҫтереп, кеше иткән. Ә Сәйҙә һуң! Ниндәй оло йөрәкле кеше булған уның ҡоҙағыйы! Ә ул ... Шәмсинур үҙе?
Кит инде, ни эшләп шул тиклем яһил булған икән ул. Их, ҡоҙағый! Түрҙә генә ултыртырлыҡ кеше булғанһың. Ана, ниндәй ҡыҙ үҫтергәнһең, үҙеңдеке булмаһа ла. Уның күңеленә матур ғәмәлдәрҙе күсерә, һеңдерә алғанһың. Ниңә ул бына тигән кешеләрҙе рәнйеткән?... Ы-ы-һ!
... Шәмсинурҙың күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Ҡылған хаталары, үкенестәр йөрәген тырнаны. Зәримәнән һорап алған дарыуын ҡапҡан булды. Дарыу ғына баҫа алһа икән йөрәк яныуын!
Таңға ғына йоҡлап киткәйне, ҡоймаҡ еҫенә уянды. Сәйҙән һуң Сафияны етәкләп урамда йөрөп әйләнделәр. Илгәҙәк ҡыҙыҡай ҡартөләсәһенә тиҙ өйрәнде, эргәһенән китмәне. Кейем-һалым магазинына инеп Шәмсинурға күлдәк алды килене, шау сәскәләр генә төшкәнен.
- Икенсе аҙнала Альбинаның никахы, әҙерләнә торайыҡ, - тип аңлатты ул.
Скверҙағы ҡып-ҡыҙыл булып янып ултырған миләштәргә оҙаҡ ҡарап торҙо әбей. Шунан: "Баландар ҙа балланалыр инде", - тип ҡуйҙы. Зирәк Зәримә уның ауылын һағыныуын аңланы. Һағынмай һуң, ғүмер иткән ерен. Зәримә үҙе лә Томбойоҡлоно төшөндә күреп уяна.
... Күлдәк Шәмсинурға киңерәк ине. Зәримә тиҙ арала теген машинаһында уны таманлап та бирҙе. Ҡулы оҫта икән шул килененең, ана бит, ҡайһы берҙә заказдар ҙа тегәм ти.
Икенсе аҙнаһына Шәмсинурҙы никахҡа саҡырҙылар. Оло ҡоҙағый булып түрҙә ултырҙы ул. Никах күлдәге кейгән ейәнсәренә һоҡланып ҡараны өләсәй. Үҙе бит остарын уйылдырып бәхетле йылмая. Аҡ күлдәк һылыу Зәримәгә лә бигерәк килешкән булғандыр, ә ул ҡәйнәһенең холҡо арҡаһында туй күлдәге кейеүҙән дә мәхрүм ҡалды. Шәмсинурҙың күңелен тағы ла әрнеү-һыҙланыу баҫты. Үҙе бер туҡтауһыҙ йәштәргә парлы ғүмер, бәхет теләне.
Ейәне, ейәнсәре, бүләсәре, ике килене, кейәүе бар хәҙер Шәмсинурҙың. Ҡарттар йортондағылар әбейҙәге үҙгәреште һиҙеп йөрөй, уның өсөн барыһы ла шат ине. Ирек кеҫә телефоны бүләк иткәйне, шылтыратып хәлен белешәләр. Әбей үҙе лә тик ултырманы, Зәримәнән энә, йөн һорап алғайны. Сафияға, Иреккә башалтайҙар бәйләне. Ҡулы яҙылып китте, бер ҙә генә ауыртмайсы.
Аҙна аҙағында Иректең машинаһында ауылға барып килергә булдылар.
Зыярат ҡылырбыҙ, өләсәйең дә ауылын һағынған, тигәйне Зәримә, уның артынан килеп тә еттеләр.
Баҡсаһындағы баландарҙың ҡыҙарып бешкән мәленә генә ҡайтып төштө Шәмсинур. Емешен өҙөп алып, татлы ғына итеп ҡабып ебәрәм тигәйне, әсеһенән күҙен йомдо.
- Балан, балан, нисек кенә ҡыҙарып бешһәң дә, емешең әсе көйө ҡала шул...
Ҡулына балан тәлгәшен тотҡан килеш, үҙен көтөп торған яҡындарына табан атланы әбей. Ирек янында бер ир кеше тора. Маһира апаһының улы Булат икән.
- Апай, һаумы! -Ул Шәмсинурға ике ҡуллап күреште. Булат вахта ысулы менән ҡырға йөрөп эшләй тиҙәр ине. Хәҙер ҡатыны менән ауылда магазин асып, һатыу эше менән булалар икән. Шәмсинурҙарҙы ай-вайына ҡуймай, сәйгә алып ҡайтты Булат.
- Өләсәй, бында бик йәмле, беләһеңме, йәйгә һинең өй урынына бәләкәй генә итеп өй һалырға уйлайым әле. Дача кеүек итеп, ҡайтып йөрөрбөҙ. Һин дә йәйҙәреңде ауылда үткәрерһең. Ана, Булат ағай ҙа ярҙам итербеҙ, тип тора. -Тышҡа сыҡҡас Ирек шулай тине.
- Ҡайһылай яҡшы уй килгән башыңа, улым, изге ниәтең тормошҡа ғына ашһын. -Сабый баланы яратҡандай, ейәнен арҡаһынан тупылдатып һөйҙө өләсәһе.
Ҡайтырға ҡуҙғалдылар.
- Әсәй, һин хәҙер ҡарттар йортона барып тормаҫһың. Фатир иркен, балаларҙың үҙ тормошо, минең янға йәшәргә килерһең. -Зәримә ҡәйнәһенә йылылыҡ менән ҡараны.
Бына бит ул донъя! Ҡасандыр Шәмсинур киленен ҡайтҡан-киткәнендә һыйҙырмай йонсотһа, ул йәшәргә саҡыра. Үҙе берәү шул Зәримә, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Вәрис улы бик тә бәхетле булған уның менән. Әсәләренең оло йөрәклелеге балаларына ла күскән. Ана бит, Ирек ейәне брус ҡушаматлы бүрәнәнән бәләкәйерәк булһа ла өй һалам ти, өләсәһе-олатаһы нигеҙенә йән өрмәксе.
Барыр, әлбиттә, барыр. Килене ихлас саҡыра бит, исем өсөн генә әйтмәй. Зәримә заказдар ҡабул итер, тегеү тегер. Сафияны ҡарашасаҡ Шәмсинур. Ейән-ейәнсәрҙәренә булдыра алғанса ярҙам итәсәк.
Нишләп үлмәнем икән тип һыҡтай ине. Бурысын үтәмәгән өсөн алмаған уны Хоҙай. Өләсәйлек бурысын үтәмәгән бит әле ул.
Бөтәһен дә яңынан башларға йыйынған Шәмсинур үҙен бик бәхетле тоя ине. Иң мөһиме - ул яңғыҙ түгел, ҡәҙерләп һуңғы юлына оҙатыр яҡындары бар.
Гөлсиә КӘРИМОВА.
Читайте нас: