+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 12:00

Тулыһынса түләй башлайбыҙ 1 февралдән Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өлкәһендә ташламалы осор тамамланды

Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Төбәк Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Башҡортостан биләмәһендә тарифтар республика Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарары менән раҫланып, 2019 һәм 2020 йылдарға йән башына 95 һум тирәһе тәшкил итте. Әммә 2018 йылдың декабрендә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбиров был тарифты кәметеп түләү ҡарарын сығарҙы, был ваҡытта республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу системаһы саҡ башланып ҡына тора ине. Халыҡтың хәленә инеп, 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем сүп-сарҙы даими сығарыу ойошторолған урындарҙа был хеҙмәткә - 70 һум, быға тиклем сығарылмаған тораҡ пункттарҙа 35 һум түләү билдәләнгәйне.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өлкәһендәге күсеү осоро 2019 йылдың декабрендә тамамланыр тип көтөлһә лә, 2020 йылдағы пандемия менән бәйле ябай булмаған иҡтисади хәл сәбәпле, Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан күсеү осоро оҙайтылып, түләү хаҡын бигүк арттырмай, граждандарҙан 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем сүп-сарҙы даими сығарыу ойошторолған урындарҙа был хеҙмәткә - 75 һум, быға тиклем сығарылмаған тораҡ пункттарҙа 55 һум түләүҙе индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай итеп, кешеләр ике йыл буйына ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса коммуналь хеҙмәттәргә башҡа төбәктәргә ҡарағанда ярайһы ғына ташламаға эйә булды.
Тариф күтәрелмәй, ә граждандар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу реформаһы сиктәрендә 2019 йылдың 1 ғинуарынан билдәләнгән иҡтисади йәһәттән нигеҙләнгән тарифтарға ярашлы түләй башлаясаҡ.
Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, Башҡортостан Республикаһында иң түбән хаҡтар билдәләнгән. Ил буйынса бер кешегә уртаса тариф 120-130 һум тәшкил итә.
2021 йылдың 1 февраленән республикала йәшәүселәр өсөн зоналар буйынса түләүҙәр айырым билдәләнде. 3-сө һанлы биләмәгә ингән Ғафури районын “Эко-Сити” төбәк операторы хеҙмәтләндерә һәм күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн түләү – 94 һум 63 тин, шәхси торлаҡта йәшәүселәргә - 96 һум 10 тин (бер кешегә) тәшкил итәсәк.
- Төбәк операторҙарына үҙҙәренең бурыстарын башҡарыу менән бер рәттән тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеп, үҫешергә лә мөмкинлектәр бар. Объекттарға, техникаға һәм башҡаларға барлыҡ һалыуҙар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу хеҙмәттәре тарифына инмәй, ойоштороусыларҙың һәм подрядсы ойошмаларҙың үҙ аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла, - тип билдәләй “Эко-Сити” төбәк операторы генераль директоры Игорь Фёдоров. – Былтыр уҡ беҙ полигоны булмаған райондарҙа сүп-сар тейәү пункттары булдыра башланыҡ; ҡалаларҙа ғына түгел, ауыл биләмәләрендә лә сорттарға айырыу линиялары төҙөй башланыҡ, бына, мәҫәлән, былтыр көҙ Ауырғазы районының Талбазы ауылында сорттарға айырыу линияһы эшләй башланы; Мәләүез ҡалаһында полигон төҙөлөшө тамамланды; Баймаҡ районында сүп-сар эшкәртеү цехы менән берлектәге экотехнопаркты проектлау эше тамамланып, оҙаҡламай төҙөй башлау күҙаллана; хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән автомобиль паркы даими киңәйтелә, был шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы йыйыу ваҡытын арттырыуға булышлыҡ итә, - ти төбәк операторы етәксеһе. – Күсеү осорона ҡуйылған бурыстарға өлгәшелде, һәм бөгөн, сүп-сар реформаһы һәм ике йыл эсендә тормошҡа ашырылған инвестиция программаһы һөҙөмтәләре бер урында туҡтап ҡалмаһын өсөн, иҡтисади йәһәттән нигеҙләнгән тарифтарға таянырға кәрәк, ә кешеләргә коммуналь хеҙмәт күрһәтеү төбәк операторы билдәләгән түләүҙәргә аңлап ҡарарға кәңәш ителә.
Кристина КУЗНЕЦОВА,
“Эко-Сити” төбәк операторы
матбуғат секретары.
Читайте нас: