Ауылыбыҙ Табын ауыл биләмәһенә ҡарай. Биләмәнең янғын һүндереү машинаһы бик иҫке. Беҙҙең клуб янғандан һуң Табын ауылында ла янғын сығып, йәш ғаилә йортһоҙ ҡалды, уға тиклем Родина-Ватан ауылында ла янғын булған ине. Унда янғын төнө менән башланып китеп, һарайҙары, барлыҡ бесәне һәм эсендәге мал-тыуары, ҡош-ҡорто менән янып бәхетһеҙ осраҡ булды. Ана шундай ваҡыттарҙа беҙҙең ауыл биләмәһенә яңы янғын һүндереү машинаһы кәрәк. Иҫкеһе күптән инде үҙ вазифаһын үтәп шалтырап бөткән, ҡойолоп төшөргә тора. Янғын һүндереү машинаһының булыуы ут менән көрәшкәндә халыҡ милкен һаҡлап ҡалыуға ярҙам итер ине. Шуның өсөн дә “ППМИ -21”-ҙә нимә алырға тип оҙаҡ уйлап торманыҡ, яңы клуб бик кәрәк булһа ла, йыйылышта тәү сиратта кәрәк булған “УАЗ” машинаһы нигеҙендә эшләнгән янғын һүндереү машинаһы алыр өсөн берҙәм тауыш бирҙек.
Хөкүмәтебеҙ үҙе ярҙам тәҡдим итеп торғанда беҙ был ярҙамсы программаны күтәреп алдыҡ. Конкурста еңеп сығыр өсөн ҡулдан килгән эштәребеҙҙе эшләп ҡатнашып, янғын һүндереү машинаһына эйә булырбыҙ тип ныҡлы ышанабыҙ.
Рәйлә МЫРҘАҒОЛОВА.
Яңы Бурлы ауылы.