1931 йылдың 9 февралендә Ҡормантау ауылында Шәмсурый һәм Әбйәлил Халиҡовтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып бер малай донъяға килә. Уға Ғәбделхаҡ тип исем ҡушалар. Биш йәшендә атаһын юғалта. Тап биш йәшенән тормошто күрә, аңлай башлай. Шул осорҙан башлап, үҙен кинәт кенә ерҙән үҫеп сыҡҡан үҫентегә оҡшата. Үҫенте лә бит шытып сыҡҡас, әкренләп юғарыға үрмәләй башлай, ботаҡтар ебәрә, япраҡ яра һәм сәскә атып, орлоҡ ҡоя. Кешенең дә ғүмере шулай үтә.
Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә ала, яҡшы уҡый. 1941 йылда һуғыш башланыу менән өлкән ағаһы Барый, һуңынан Әхәт ағаһы фронтҡа китә. Ауыл мәктәбен тамамлаған 1942 йылдың эҫе йәйендә ауыл-
да янғын сығып, бер урамда егермегә яҡын йорт-ҡура янып бөтә. Шәмсурый апайҙың да йорто янып, ғаиләһе урамда тороп ҡала. Әлбиттә, ауыр һуғыш ваҡыты булыу сәбәпле, балаларының өҫтәренә кейеме, ашарға ризыҡтары булмай. Шуға күрә, уҡыу теләге нисек көслө булмаһын, Ғәбделхаҡ әсәһенә, туғандарына ярҙам ҡулы һуҙырға тырышып, башкөллө колхоз эшенә сума. Көҙгө һалҡынға тиклем әсәһе, апаһы Менәүәрә менән землянка ҡороп, шунда йәшәй башлайҙар. Өс йыл буйына элекке һабаҡташы Ғәлинур Суфиянов менән колхозда үгеҙ ҡарай. Араларынан бер үгеҙҙе һайлап, уны егергә өйрәтә. Хатта “Федор” ҡушаматы ла бирә. Үгеҙҙе айырым ашатҡас, йыраҡтан уҡ хужаһын танып, үгеҙ көтөп торған. Бергә эшләгән Сәғиҙулла Фәйзуллин малайҙарҙың эшенән ҡәнәғәт була. Уларҙың белемгә ынтылыуын һиҙеп, август аҙағында: “Егеттәр! Һеҙ иртәгә үк Бурлы мәктәбенә уҡырға барығыҙ, киләсәктә һеҙҙең эш урынығыҙ юғарыраҡ булырға тейеш”, - тип, малайҙарҙы уҡыуҙарын дауам итергә өндәй. Әйткәндәй, һабаҡташы Ғәлинур ҙа ауыл хужалығы техникумында ветеринар һөнәре алып, илле йылға яҡын ауыл халҡы һәм “Ленинизм” колхозы малдарына ветеринар ярҙам күрһәтте.
Шулай итеп, өс йылдан һуң буласаҡ ғалим үҙенән байтаҡҡа кесе уҡыусылар менән бер класта уҡый башлай. Уҡыу еңел бирелгән Ғәбделхаҡ, бер нисә ай эсендә ике класс имтихандарын тапшырып, алтынсы класҡа күсерелә. Алты саҡрым араны бураны, ямғырына ҡарамайса, уҡыу теләге менән мәктәпкә йөрөй. Барлыҡ фәнде лә биш бармағы кеүек белгән Ғәбделхаҡҡа иптәштәре “Ломоносов” тип исем тағалар. 1951 йылда Бурлы мәктәбен уңышлы тамамлай. Был йылда мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаған уҡыусыларға алтын, көмөш миҙал тапшыра башлайҙар. Татар теленән иншаны "4"-легә яҙыуы арҡаһында көмөш миҙал менән генә сикләнә. Шул уҡ йылды документтарын Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына тапшыра. Беренсе миҙаллы уҡыусы булараҡ, имтиханһыҙ ҡабул итәләр. Үҙенең тапҡырлығы, уңғанлығы менән хатта уҡытыусыларҙы ла таң ҡалдыра ул. Беренсе курстан һуң стипендияның да 22 һум ғына булыуы, ашарға етмәүе, өйҙән ярҙам булмауы уны уйланырға мәжбүр итә. "Алда нисек йәшәргә һуң?", тигән уй нефть институтына алып килә. Стипендияның да күплеге, фәндәрҙең ҡыҙыҡлы, күңелгә ятышлы булыуы ла ҡыҙыҡһындыра уны. Күп фәндәрҙе беренсе курста уҡ уҡыған егетте был институттың икенсе курсына алалар. Йыл буйына яңы фәндәрҙән имтихандарҙы уңышлы тапшыра бара.
Тырыш егет нефть институтын 1956 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай. Юғары белемле белгес 1956-1957 йылдарҙа Серафимовка эшселәр ҡасабаһында нефть һәм газ табыу идаралағында өлкән инженер булып эшләй. Мәктәптә бергә һөйләшеп йөрөгән, яңыраҡ ҡына педагогия институтын тамамлаған Бурлы ҡыҙы Рәйсә менән яҙмыштарын бергә бәйләп, донъя ҡороп ебәрә. Ике ҡыҙға ғүмер бирәләр.
Һәр ваҡыт белемгә ынтылған егет бер урында ғына ултырырға яратмай. Ошо теләк уны Мәскәү нефть институты ҡарамағындағы аспирантураға алып килә. 1958-1962 йылдарҙа көндөҙгө бүлектә уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Йәш белгесте Өфөлә түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалалар. Тик Ғәбделхаҡ Халиҡовты Ҡаҙағстан политехник институтына тәғәйенләйҙәр. Барған һәр ерҙә лә яңы асыштар эшләргә ярата ул. Белемле белгес башта ассистент, унан уҡытыусы, өлкән уҡытыусы һәм профессор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. 1970 йылды 39 йәшлек Ғәбделхаҡ Халиҡов докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, Ҡаҙағстан профессорҙарын таң ҡалдыра. 20 йыл ғүмерен ошо республикаға, уның ҡаҙаныштарын күтәреүгә бирә. Бөгөн, хатта бөтә Рәсәйҙә Ғәбделхаҡ ағайҙың нефть өлкәһендәге асыштары, яңы закондары ҡулланыла.
Тыуып үҫкән ерҙән дә ҡәҙерле ер булмай Ғәбделхаҡ ағайға. Үҙемдең Башҡортостанымда ла ошо тәжрибәләрҙе эшләп күрһәтһәм, нефть һәм газ өлкәһендә алға китеш булмаҫмы, бәлки, минең дә кәрәгем сығыр бында, тип уйлана. Һәм бына көткән сәғәт килеп етә. Уны Башҡорт дәүләт университеты комиссия ағзалары фундаменталь фәндәр ойоштороу өсөн саҡыралар. Физика факультетында профессор, кафед-
ра мөдире, һуңыраҡ 1991 йылда декан итеп тәғәйенләйҙәр. Математика фәненән
айырым белеме булмағанлығын иҫкә алып, 48 йәшендә ситтән тороп Удмурт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Унда физик-гидродинамик һөнәрен ала. Тиҙ арала бөтә программа буйынса диплом яҡлай. Хатта, ултырған комиссия ағзалары: “Һин, Халиҡов, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандай булдың, бындай һорауҙарға яуаптарҙы беҙҙең студенттар ҙа белмәй әле, һин барыһын да ҡайҙан беләһең?” – тип аптырайҙар. Ә Ғәбделхаҡ ағай үҙенең күптән доктор булыуын бер кемгә лә әйтмәй. Ул талиптарҙы уҡытыу һәм фәнни эҙләнеү эштәре менән дә бик уңышлы эшләй. Ғәбделхаҡ - 400-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, 18 монография һәм дәреслектәр авторы, 30-ҙан артыҡ фәнни асыш яһаған кеше. Уның ҡул аҫтында 4 доктор, 12 кандидат әҙерләнгән. Ә ил алдындағы ҡаҙаныштарына ҡарап һоҡланаһың ғына. 1980 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 1991 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. 1992 йылдан - академик. Ә 1999 йылда фән һәм иҡтисадты күтәреү эшендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Петр I миҙалы менән бүләкләнә.
Ғәбделхаҡ Әбйәлил улы буш ваҡыттарында шиғыр яҙырға ярата. Ҡыҫҡа “Башҡортостан энциклопедияһы”н Ҡормантау мәктәбенең “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейына бүләк иткәндә, алғы биткә шундай юлдар яҙып ҡалдырҙы:
“Аҙашманым тормош юлдарында,
Текә тауҙар ине сал башым.
Яҡты шәмдәр ҡуйып яҙмышыма,
Башланғысым булды юлдашым”.
“Йәшлегемде туҡтап һөйләгәндә” тигән шиғырында бындай юлдар бар:
“Үткәндәрҙе иҫкә төшөргәндә,
Бер ултырып үкһеп иларлыҡ.
Беҙ йәшәгән дәүер ун ғүмергә,
Йөҙ йылдарға һалып һынарлыҡ.
Бурандарҙа көрт-тауҙарҙы ярып,
Йыртыҡ бишмәт кейеп тубыҡтан,
Йыртыҡ салбар, туҙған сабатанан,
Бөтә хаҡлыҡ ошо һандыҡтан.
Быҙауҙарҙың "ҡосағында" ҡундым,
Һыйырҙарым йылы һөт бирҙе.
Ҡуйы урман миңә ҡыуыш булды,
Шулай һаҡлап ҡалдыҡ ғүмерҙе”.
Тормошта матур эҙҙәр ҡалдырған хөрмәтле ауылдашым оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты сирҙән һуң, 2007 йылдың 28 сентябрендә вафат булды.
Рим ИСЛАМҒОЛОВ,
мәғариф һәм хеҙмәт ветераны.
Ҡормантау ауылы.