+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 14:35

Тәүге өсәү иҫәбендә

Күптән түгел Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһының Көньяҡ зонаһы кубогына тиҙ шахмат турниры үтте. Бында Мәләүез, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Красноусолдан бөтәһе 69 уйынсы ҡатнашты, 2007 йылғыларҙан алып һәм унан өлкәндәр сәмле ярышты.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар туғыҙ турҙа үткән ярышта шахмат буйынса өс йәш төркөмөндә көс һынашып, Стәрлетамаҡ, Мәләүез шахматсылары Ринат Ҡунаҡҡужин, Анастасия Стрелкова еңеүсе булып танылһа, Красно-усолдан Даниил Никифоров 1-се урын, 2009-2010 йылғы һәм өлкән төркөмдә Алиса Тужикова - 2-се, иң бәләкәй төркөмдән Ясмина Әбдрәшитова, гимназиянан Тимербулат Арыҫланов, 2007-2008 йылғыларҙан Арина Солтанбәкова 3-сө урын алды, шулай уҡ үҙ төркөмдәрендә улар көслөләр иҫәбендә булдылар.
Пандемияға бәйле сикләүҙәр булғанлыҡтан, бөтә талаптар ҙа ҡәтғи үтәлде. Еңеүселәр, призерҙар район хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлегенең Маҡтау грамотаһы, миҙалдары менән бүләкләнде.
Наталья ПРОЦЕНКО,
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: