+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 12:25

Трактор алыуҙы хупланылар

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы районда уңышлы тормошҡа ашырыла. Был программала еңеп сыҡҡан ауыл биләмәләре үҙҙәрендәге теге йәки был өлгөрөп еткән проблеманы хәл итә килә.

Красноусол ауыл биләмәһе программаның 2016 һәм 2017 йылдарҙағыһында “Йәшлек” ял паркын төҙөкләндерҙе (балалар майҙансығы, спорт-уйын ҡоролмалары, бәләкәй архитектура формалары, яҡтыртҡыстар яңыртылды), 2019 йылда аҫылмалы ҡоролма менән “МТЗ-82” тракторы һатып алды. Һәм программаның быйылғыһында ҡатнашырға булып, район мәҙәниәт һарайында дөйөм йыйылыш уҙғарҙы.
Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Анатолий Ващенко йыйылышты асып, көн тәртибе һәм программа менән таныштырҙы. Бынан алдағы йылдарҙа биләмәнең ППМИ конкурсында дүрт проект менән ҡатнашып, еңеп сығыуын бәйән итте. Дөйөм 6 миллион 743 мең һумдың 4 миллионы – республика бюджетынан бүленгән. Биләмә башлығы программала уңышлы ҡатнашыуҙа әүҙемлектәре өсөн барлыҡ предприятие-ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтарына, шәхси эшҡыуарҙарға һәм бағыусыларға рәхмәтен белдерҙе. Йыйылыш барышында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау-2021” программаһында ҡатнашыу өсөн бер нисә тәҡдим ҡаралды. Шуларҙың береһе – аҫылмалы ҡоролма менән “МТЗ-82” тракторы һатып алыу тәҡдиме бер тауыштан хупланды. Г.В.Петрова, А.Ф.Шабанов, И.В.Соколов, В.А.Суслов, М.В.Нәзированан торған инициатив төркөм проект буйынса аҡса йыйыу менән мәшғүл буласаҡ. Проектта еңеп сығып, 1 миллион 500 мең һумлыҡ трактор һатып алыу өсөн 100 мең һум аҡсаны халыҡтан йыйыу талап ителә. Сығымдың төп өлөшө – 1 миллион һум аҡса республика бюджетынан бүленә, бағыусыларҙан – 100 мең һум, ауыл биләмәһе бюджетынан 300 мең һум йәлеп итеү ҡаралған. Биләмә башлығы А.Ващенко ауыл халҡын был программала әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Шулай итеп, Красноусол ауылы халҡы бер тауыштан “МТЗ-82” тракторы һатып алырға тигән ҡарарға килде.
Читайте нас: