-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 17:50

Исемле йылды ҡеүәтләп

8 февралдә – Рәсәй фәне көнөндә, Район мәҙәниәт һарайында Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылын районда тантаналы шарттарҙа асыуға арнап, “Прогресс нимәгә барып етте” тигән йөкмәткеле сара үтте. Фойела бай күргәҙмә лә ойошторолғайны.

Күргәҙмәләр буйлап үтәбеҙ. Балалар ижады үҙәгендә (директоры – Р.Н.Кинйәбаев) “Робототехника” ижад берекмәһендә (етәксеһе – И.В.Соколов) 30 бала шөғөлләнә. Технологик үҫеш нимәлер уйлап табыу, эшләп ҡарау теләген генә түгел, ижад итеү теләген дә тыуҙыра. Шуға күрә робототехника көндән-көн алға китә. Робототехника – ул моторҙар, датчиктар, микросхемалар һәм башҡа бик күп деталдәр менән эш итеүсе йүнәлеш. Ул баланың техник һәм ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү өсөн бик яҡшы этәргес тә. Уҡыусыларҙа конструкторлау һәм уйлап табыуға ҡыҙыҡһыныу көслө. Улар күргәҙмәгә үҙҙәре эшләгән төрлө роботтарҙы алып килгән, пульт ярҙамында уларҙы атлатып, тәгәрәтеп, осороп та күрһәттеләр.
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Нөктә ТВ” телестудияһында шөғөлләнеүсе уҡыусылар етәкселәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр ярҙамы менән матур күргәҙмә ойошторған. Бында үҙҙәренең ҡаҙаныштары урын алған, Педагогтар А.Хәмзин (Бывалый), Р.Уразғолов (Балбес), Р.Рәхимов (Ҡурҡаҡ) “Кавказ тотҡоно йәки Шуриктың яңы мажаралары” кинофильмынан образдар кәүҙәләндергән. Яратҡан геройҙарын күреп, тамашасыларҙың кәйефе күтәрелде, бергәләп фотоға төшөргә теләүселәр ҙә күп ине.
Красноусолдағы 1-се мәктәптә урынлашҡан “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәгендә шөғөлләнеүсе балалар педагогтары Роза Рәйес ҡыҙы Скрипачева етәкселегендә әҙерләгән күргәҙмәлә заманса принтер, баҫыу аппараттарында көнкүрештә, дәрестәрҙә ҡулланырлыҡ әйберҙәр эшләп булыуын күрергә мөмкин ине.
Балалар китапханаһына йөрөүселәрҙең “Лего” шаҡмаҡтарынан эшләгән роботтары, үҙенсәлекле уйынсыҡтары ла үҙенә тартып тора.
“Тирәккәй”, “Миләшкәй” балалар баҡсаларына йөрөүсе кескәйҙәр тәрбиәселәре, атай-әсәйҙәре ярҙамы менән бай күргәҙмә ойоштороуға ирешкәндәр.
Имәндәш, Бурлы, Мораҡ, Яңғыҙҡайын, Архангелка, Ибраһим ауыл мәҙәниәт йорто, Антоновка ауыл клубы, хеҙмәткәрҙәре - лего-конструкторлау кеүек эштәр, Толпар ауыл клубы Илзиә Фәтҡотдинованың “Робот-бүләк”, Флүр Фәтҡотдиновтың “Робот-невидимка”, Гөлфиә Фәтҡотдинованың “Робот-милашка”, Рамазан Вәлиевтең лего ярҙамында төҙөлгән роботын алып килгән. Үтәк мәҙәниәт йорто рәссам Ф.Ғөбәйҙуллинаның манный ярмаһын елемләп йәбештереп эшләгән Ломоносов портретын тәҡдим иткән. Был да үҙенсәлекле эш. Үзбәк мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре алып килгән Раян Фәтҡуллиндың төрлө консерва банкаларын, ҡапҡастар ҡулланып эшләгән роботтарын һәр кем ҡыҙыҡһынып ҡарағандыр. Шулай уҡ бында Нияз Ғәзизовтың эше лә урын алғайны.
Артабан сара сәхнәгә күсә. Район мәҙәниәт һарайы методисы Елена Рябова робот уйлап табыусылар, уларҙың ниндәй илдәрҙә ныҡлы үҫешкәнлеге хаҡында һөйләне. Иван Соколов тамашасыларға “Робототехника” ижад берекмәһе тураһында мәғлүмәт бирҙе. Мораҡ ауылынан 10 йәшлек Тимофей Тимофеевтың экранда күрһәтелгән “Шат тараҡан”ы ла барыһына ла оҡшаны.
Тамашасыларға “Эксклюзив” өлгөлө бейеү коллективы “Робот Бронислав” (етәксеһе О.Кирдеева), “Альянс” бейеү коллективыөлкән төркөмө (С.В.Бакаева) һинд, “Денс-А” бейеү коллективының (А.Салауатова) “Пришельцы”, Илшат Хәбибуллин “Светодиодлы робот” бейеүен бүләк итте. Лина Йомағолованың “Инопланетяндар”, сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының “Прогресс нимәгә барып етте” йырын, Сергей Князевтың саксофонда уйнауын да тамашасылар йылы ҡабул итте. Йыр-бейеү араһында Бурлы, Ибраһим, Мораҡ, Үзбәк, Игенйылға, Яңғыҙҡайын, Ташлы, Еҙем-Ҡаран, Имәндәш ауыл мәҙәниәт йорттары, Родина, Толпар ауылы клубтары, район китапханаһы вәкилдәре Ломоносов образын кәүҙәләндереп күрһәтһә, роботтар дефилеһында ауыл мәҙәниәт йорттары: Архангелка - робот-электрик, Табын – робот-сварщик, Бурлы - няня, Игенйылға - фермер, Ибраһим - медсестра, Еҙем-Ҡаран – робот-полиция, Мораҡ – янғын һүндереүсе, Яңғыҙҡайын – космонавт, Аҡкүл – “гаишник”, Ташлы, Үтәк - эш башҡарыусы, Имәндәш – сүп йыйыусы, Сәйетбаба – рыцарь, модель, Юлыҡ – трансформер; ауыл клубтары: Мәндем – робот-ашнаҡсы, Толпар – робот-ҡотҡарыусыны кәүҙәләндерҙеләр. Абруйлы жюри тарафынан урындар билдәләнеп, еңеүселәр тәбрикләнде.
XXI быуат - фән, иҡтисадтың һәр тармағында юғары инновация һәм технологиялар менән эшләй белеү быуаты. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, һәр өлкә лә яңыса эш итеүҙе талап итә шул. Фән һәм технологиялар йылы асыҡ тип иғлан ителде. Исемле йыл, бәлки, башҡаларҙың да күптән уйлап йөрөгән уй-ниәттәренең асыш булып донъя күреүенә этәргес булыр.

Читайте нас: