+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 20:35

Йылды барлап, киләсәкте күҙаллап...

Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортонда уҙған 28-се саҡырылыш Сәйетбаба ауыл Советының сираттағы асыҡ ултырышында ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин 2020 йылғы эшмәкәрлеккә отчет доклады менән сығыш яһаны. Үткән йыл йомғаҡтарын барлап, ағымдағы йылға пландар менән таныштырҙы.

- Үткән 2020 йылды беребеҙ ҙә еңел йыл булды тип әйтә алмайбыҙ. Донъя кимәлендә таралған ковид ауырыуы кешеләрҙең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы. Сәйетбаба ауыл Советы ауыл биләмәһенә 8 ауыл ҡарай. Ауыл биләмәһендә барлығы 1022 хужалыҡта (906-һында йәшәйҙәр, 116-һы – буш) 3002 кеше теркәлгән. Уларҙан 656 пенсионер, эшкә яраҡлы йәштәгеләр – 1528. 1023 кеше төрлө эш урындарында эшләй, 90 - эшһеҙ, 610 - шәхси хужалыҡ алып бара, 45 – шәхси эшҡыуарлыҡта, КФХ-ларҙа, 230 – ҡырҙа эшләй. Бәлиғ булмаған, йәғни 18 йәшкә тиклемге балалар – 818, шул иҫәптән мәктәпкәсә йәштәге балалар – 279, балалар баҡсаһына йөрөүселәр - 95. 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар - 539, 300 бала мәктәптә уҡый. 100 күп балалы ғаилә булып, унда 351 бала, 31 тулы булмаған ғаиләлә 57 бала тәрбиәләнә, 13 имен булмаған ғаилә (45 бала) иҫәпләнә. Үткән йылда биләмәбеҙҙә 39 кеше үлгән, 30 бала донъяға килгән.
Ауыл биләмәһендә 3 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, тарихи-мәҙәни үҙәк, ауыл мәҙәниәт йорто, 2 ауыл клубы, дарыухана, 4 фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе, Һаҡлыҡ кассаһы, МФЦ бүлексәһе, музей, 2 китапхана эшләп килә. Халыҡты көндәлек тауарҙар менән 13 магазин, 2 кафе, сыр эшләү цехы тәьмин итә.
Хужалыҡтарҙа (фермер хужалыҡтары менән бергә) 1760 һыйыр малы, шуның 890-ы-һауын һыйырҙары, 450 баш аттар, 1730 баш һарыҡ-кәзәләр, 3000 баш умарта күсе үрсетелә. Быларҙан тыш һәр хужалыҡта йәшелсә-емеш үҫтерелә.
Сәйетбаба ауыл биләмәһенең былтырғы бюджеты 4 миллион 207 мең 600 һум булып, шуның эсендә ауыл биләмәһенең үҙ өлөшө 881 мең һум (21 процент) тәшкил итте. Төп килем ер һалымынан – 730 мең һум, мөлкәт һалымынан – 42 мең һум, НДФЛ-дан – 52 мең һум, дәүләт пошлинаһынан - 23 мең һум һәм ҡуртым түләмәләренән 30 мең һумдан тулыланды. 3 миллион 326 мең 600 һумы дотация.
Уҙған йылғы эштәребеҙгә байҡау яһар алдынан дөйөм эштәрҙә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарға, ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади, мәҙәни һәм мәғариф үҫешенә тос ѳлѳш индереүсе һәр хеҙмәткәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Халыҡ мәнфәғәтендә
Сәйетбаба ауылындағы обелискыла һуғышта һәләк булған һәм һуғыштан ҡайтып илебеҙ үҫеше өсөн көсөн биргән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының исемлектәре йәмәғәтселек ярҙамы менән яңыртылып ҡуйылды, обелиск капиталь төҙөкләндереү өҫтөндә. Шулай уҡ быйыл Уҫман, Ҡолҡан һәм Туғай ауылдарындағы обелискыларҙы яңыртыу ҙа планда тора.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашып, Сәйетбаба ауылына кергән урында ағастар, Таш башы артындағы яланда шыршы үҫентеләре ултырттыҡ. Һәр ауылда зыяраттар таҙартылды. Йылға буйҙарын, шишмәләрҙе таҙартыу буйынса ла өмәләр ойошторҙоҡ. Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә башҡарылған был эштәрҙә мәҙәниәт, мәғариф, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре һәм үҙ округ һайлаусылары менән берлектә депутаттар Хәйҙәр Сөләймәнов, Шамил Вахитов, Зөһрә Хәйруллина, Таңсулпан Рәхмәтуллина, Гүзәл Әхмәтшина, Илфат һәм Марс Фәйзуллиндар, Раил Юлбарисов, Әхәт Заһиҙуллин, шулай уҡ район Советы депутаты Әхмәт Аҫылбәков та әүҙем ҡатнашты. Сәйетбаба ауылындағы Шишмә ҡойоһон өмә ойоштороп 63869 һумға евроштакетник менән кәртәләнек, ҡалғанын да кәртәләп ҡуйырбыҙ. Сәйетбаба ауылының Бикәнәй ҡойоһон ауыл тормошона битараф булмаған егеттәр Ғәзиз Исхаҡов етәкселегендә үҙ инициативалары менән матур итеп кәртәләп ҡуйҙылар.
Программаларҙа ҡатнашыу
Үткән йылда “Ҡала мөхите” программаһы буйынса аукционда “Тегидизплюс” ЯСЙ-е еңеп, 3 660 902,19 млн һумға Еңеү паркына планировка эшләп, балсыҡлы яҫы таш ташып тигеҙләнеләр. Тротуар плиткалары һәм электр уты үткәреү өсөн кабель килтертелде. Быйылғы йылда 2 миллион һумға паркты кәртәләү планлаштырылған.
“Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Дәүләкәндән "ГЕНСТРОЙТОРГ" ЯСЙ-е аукционда еңеп, 600 мең һумға Сәйетбаба ауылында Колхоз урамынан Үҙәк урам араһы һәм 300 мең һумға Жәлил Кейекбаев музейы биләмәһе уратып, евроштакетник менән кәртәләнде. Сүп-сар йыйыу майҙансығы, юлдар, күперҙәр төҙөлөшө, урамдарҙы яҡтыртыу, дауахана, мәктәптәр ҙә күҙ уңында. Ж.Кейекбаев исемендәге урта мәктәп ихатаһына Жәлил Кейекбаевҡа бюст ҡуйылды. Жәлил Кейекбаевтың 110 йыллығын ҡаршылар алдынан музей биләмәһе ҙурайтылып, таҙартылды, кәртәләнде, бюст урынлаштырылды һәм эргә-тирәләре, музейға ингән һуҡмаҡҡа плиткалар һалынып, матурланды.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында йыл да ҡатнашып киләбеҙ. Үткән йыл дөйөм тырышлыҡ менән 986 мең һумға трактор арбаһы һәм роторлы ҡар таҙартҡыс алдыҡ. Тағы ла ҡатнашып, 1 млн 500 мең һумға “МПК-0,8” мобиль янғын һағы машинаһы алырға дәғүә итәбеҙ.
Ауыл ерлегендә Президент гранттары конкурсында ҡатнашыу һәм башҡа башланғыстарҙы күтәреп алып тормошҡа ашырыр өсөн НКО (коммерциялы булмаған ойошма) “Табын” үҫеш фонды асылды. Уның етәксеһе - Римма Камил ҡыҙы Ишмырҙина.
Уңыштар ҙа бар
“Башҡортостан Республи-каһында иң яҡшы муниципаль берәмек” конкурсында ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булдыҡ һәм Республика Башлығының Дипломы, 200 мең һум аҡса менән бүләкләндек. Район хакимиәте тарафынан уҙғарылған “Айыҡ ауыл” конкурсында 2-се урын алдыҡ һәм 7 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләндек.
Был конкурстарҙа еңеп сығыуыбыҙ ауыл биләмәһе халҡының йылдан-йыл берҙәм, ойошҡан эшләү һөҙөмтәһе ул. Атай-олатайҙар нигеҙләп ҡалдырған урамдарҙы һәм уларҙың ятҡан урындарын сүп-сар донъяһына әйләндермәһәк һәм уларҙың рухын рәнйетмәһәк ине, - тип тамамланы сығышын В.С.Ҡунафин.
Йыйылышта район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов райондың хәл-торошо менән таныштырҙы, бик күп эштәр эшләнеүен, башҡарыласағы тағы ла күберәк булыуын билдәләне. Коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға мөмкин булыуы ла әйтелде. Шулай уҡ “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Рифат Баймөхәмәтовты юбилейы менән ҡотлап, бүләк тапшырып үтте.
Йыйылышта 8-се һайлау округы депутаты Зөһрә Хәйруллина, Сәйетбаба ауылы ветерандар советы рәйесе Мөхәмәтзәкир Ишмырҙин, Ҡаранйылға йорт-музейы директоры Римма Ишмырҙина, обелиск төҙөү бу-йынса яуаплы Рәзим Мәүлетҡолов, Үҙәк район дауаханаһы баш табибының дауалау эштәре буйынса урынбаҫары Хәкимйән Сәфәрғолов сығыш яһаны. Һорауҙар бик күп йыйылған, күптәренә урында уҡ яуап та алдылар. Иң күп һорау һаулыҡ һаҡлау йүнәлеше буйынса булды.
Ауыл биләмәһе эшмәкәрлеге буйынса ҡарар ҡабул ителгәндән һуң, ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышы үҙ эшен йомғаҡланы.
Читайте нас: