+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Февраль 2021, 12:45

Берҙәмлектә - көс

9 февралдә районыбыҙҙа ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырыштары башланып, уның тәүгеһе Имәндәш һәм Сәйетбаба ауыл биләмәләрендә булды. Имәндәштәге йыйылыш эшендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район хакимиәтенең административ комиссияһының яуаплы секретары Юлай Мәүлимбирҙе улы Нәзиров, муниципаль район Советы белгесе Марсель Барый улы Йәнмырҙин, Сәйетбаба ауылында ошо төркөм менән бергә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, ауыл Советы депутаттары, биләмәләргә ҡараған ауылдар халҡы ҡатнашты. Һәр йыйылышта Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғыраны.

Имәндәш дөйөм белем биреү мәктәбендә уҙған 28-се саҡырылыш ауыл Советының киңәйтелгән ултырышы ауыл ағинәйҙәренең йыр-моңло сығышы менән башланып, улар үҙ фатихаһын биргәс, биләмә башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов ауыл хакимиәтенең 2020 йылғы эшмәкәрлегенә отчет доклады менән сығыш яһаны. Бында айырыуса ауылдарҙың социаль йөҙө, төҙөкләндереү, ауыл хужалығы, алда торған пландар бәйән ителде, килем-сығымдар барланды.
Ауылдарҙың социаль йөҙө
Әхнәф Әхиәр улы 2020 йылдың Имәндәш ауыл советы өсөн насарҙарҙан булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Үткән йылда төрлө һорауҙар менән 1122 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың барыһы ла ыңғай хәл ителгән. 9 ауылды үҙ эсенә алған ауыл биләмәһендә 1473 кеше иҫәпләнә. Үткән йыл менән сағыштырғанда 26 кешегә кәмегән. 428 йорт иҫәпләнеп, шуларҙың 216-һында хаҡлы ялға сыҡҡан оло йәштәге кешеләр йәшәй, 267-һендә – мәктәп йәшендәге балалар, 101-ендә мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙар. Эшкә һәләтле кешеләр һаны 890 булһа, шуларҙың 89-ы - бюджет өлкәһендә, 47-һе вахта ысулы менән Башҡортостандан ситтә эшләп йөрөй, ҡалғандары шәхси ихаталарында мал аҫрап, табыш алып йәшәйҙәр. 9 сауҙа нөктәһе халыҡты көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙары менән тәьмин итә, өс крәҫтиән-фермер хужалығы бар. 8 пилорама төҙөлөш материалдары етештерә. Был биләмә халыҡтан иң күп һөт йыйыу менән дә айырылып тора. Ауылдарҙа 43 күп балалы ғаилә иҫәпләнеп, уларҙа 161 бала тәрбиәләнә. Былтыр 15 бала донъяға килгән, 20 кеше мәрхүм булған. Бөгөнгө көнгә ҡарата Имәндәш, Ҡарағай һәм Некрасовка ауылдарында 180 йортҡа газ индерелһә (78 процент), 2020 йылда 5 йортҡа керетелгән. Биләмәлә Ҡарағай урта, Имәндәш төп дөйөм белем биреү мәктәптәре, Юрмаш, Иҫке Тайыш ауылдарында башланғыс мәктәптәр эшләп килә. Уларҙа бөтәһе 183 балаға 29 уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә. Ҡарағай һәм Имәндәш балалар баҡсаларында 30 бала тәрбиәләнә. 4 фельдшер-акушерлыҡ пункты 9 ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Ҡарағай ауылында теш дауалау кабинеты уңышлы эшләй. Имәндәш һәм Иҫке Тайыш ауылдарындағы клубтарҙа төрлө саралар үтеп тора.
Төҙөкләндереү
Төҙөкләндереүгә килгәндә, йыл әйләнәһенә өмәләр ойошторолоп, сүплектәр, йылға буйҙары таҙартылған. Июлдә Республика Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов был биләмәлә булып, төбәк менән яҡындан танышҡан. Август айында “Башҡортостан йөрәге” тип аталған район сараһы ҙурлап үткәрелгән. Өс километр юлға асфальт һалынған (34 миллион һумға). 7 километр юл күтәртелеп ҡырсынташ түшәлгән (10 миллион). Тайыш - Таш-Аҫты ауылдары араһында өлөшләтә юл киңәйтелгән. Таш-Аҫты ауылында депутат Айрат Айбатов, Некрасовкала ауыл старостаһы Сергей Ильин, Яңы Ҡауарҙыла А.Рәхмәтуллин ойоштороуында зыяраттар төҙөкләндерелгән. Ағас ултыртыу, кәртәләү кеүек башҡа бик күп эштәр ҙә башҡарылған.
Алдағы көнгә пландар
Ә.Ноғайғолов шулай уҡ алда торған пландарға ла туҡталып, тәү сиратта өс проект менән НКО-лар конкурсында ҡатнашыу, Таш-Аҫты ауылы клубын төҙөп бөтөү, аҫылмалы күперҙе үҙгәртеп ҡороу, Иҫке Тайыш ауылында ҡойо ҡаҙҙырыу, туристик парк ойоштороу, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм башҡа бик күп эштәрҙе һанап үтте. Коронавирустан һаҡланыу сараларын күрергә, йорт тирәләрен тәртипкә килтерергә, яҙғы ташҡын осорон ныҡлы әҙерлек менән ҡаршы алырға ла саҡырҙы.
Артабан төп доклад буйынса фекер алышыуҙа 7-се һайлау округы депутаты Айрат Рәүзил улы Айбатов, 3-сө һайлау округы депутаты – Ҡарағай урта мәктәбе директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Әхтәмова, 8-се һайлау округы депутаты – Имәндәш мәктәбе директоры Рәсих Ишмырҙа улы Муллашев, Имәндәш ауы-лы имам-хатибы Салауат Ғәббәс улы Түзбәков, Тайыш ауылынан Рафил Сәлих улы Кинйәбулатов, был төбәк буйынса район Советы депутаты Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, административ комиссия секретары Юлай Мәүлимбирҙе улы Нәзиров сығыш яһаны. Сығыштарҙа сит яҡтарҙан ҡош-ҡорт алмау кәрәклеге, көтөү тәртибе, берәҙәк эттәр, мәсетте тиҙерәк төҙөп бөтөү, аҫылмалы күперҙе төҙөкләндереү мәсьәләләре күтәрелде. Һорауҙар ҙа күп булды. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова “Айыҡ ауыл” программаһында, төрлө гранттарҙа ҡатнашырға саҡырҙы, ер мәсьәләһе буйынса күп һорауҙар бирелгәнлектән, был тәңгәлдә КУС белгесе менән айырым һөйләшеү кәрәклеген әйтеп китте. “Берҙәмлектә – көс”, тип тамамланы ул үҙ сығышын.

Читайте нас: