+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2021, 11:55

Беҙгә 1 йәш!

"НөктәТВ" телестудияһы Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында йылдан артыҡ уңышлы эшләп килә. 1 йәшлек тыуған көнөндә күп ҡотлауҙар ҡабул иттек, "Тамыр" телеканалынан өлкән коллегаларыбыҙҙың ҡотлауын алыуҙан башыбыҙ күккә тейҙе.

"НөктәТВ" телестудияһының алмаштырғыһыҙ хәбәр-селәре Алһыу Ғәлимова, Алмаз Ҡоҙайғолов, Зарина Рәхимова, ҡораусы Булат Буранов - маҡтауға лайыҡ уҡыусылар! Улар менән төшөрөлгән сюжеттар "Тамыр" телеканалының "Тау-тау хәбәр" рубрикаһында йыш донъя күрә - гимназиябыҙҙы һәм районыбыҙҙы шулай бөтә республикаға танытабыҙ. Алмаз Ҡоҙайғолов менән Зарина Рәхимова "Тамыр" телеканалы менән берлектә сюжет та төшөрөп өлгөрҙө.
Телестудияға яңы ғына йөрөй башлаған уҡыусыларға ла өмөтөбөҙ ҙур.
"Бәйләнештә” селтәрендә үҙебеҙҙең төркөмөбөҙ уңышлы эшләй, унда мәктәп тормошон сағылдырған фото, видео- сюжеттарҙы туплап барабыҙ. Эшләй башлағандан алып "Тамыр селтәре" ойошторған бәйгеләрҙә беренселекте ҡулдан ысҡындырмайбыҙ. Әлбиттә, был башҡарылған эш уҡыусыларҙың тырышлығы, ижади ҡарашлы булыуы, яуаплылығы арҡаһында.
Киләһе йылда ла һынатмай, арымай-талмай, ижади ҡомарыбыҙ артып, тағы ла уңыштарға өлгәшербеҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ. Яңы йылда яңы уңыштар насип булһын!
Лариса РӘХИМОВА,
тәрбиәсе.
Читайте нас: