+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2021, 18:00

Мәмерйәлә – яңы асыш

Ғинуарҙа Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе һәм Валерий Нассонов исемендәге клуб спелеологтары “Еҙем” паркы биләмәһендәге Октябрь мәмерйәһендә эҙләнеү эштәре алып барҙы.

Уҙған йылда мәмерйәнең төп галереяһынан 40 метр өҫтәрәк тағы ла бер ҡатлам табылғайны. Бер нисә тапҡыр Өфө спелеологтары мәмерйәнең түбәһе аҫтындағы яңы үткәүелдәрҙе өйрәнде. Быға тиклем билдәле өлөшө 78 метр тәрәнлектәге вертикаль шахтанан һәм километр ярымға яҡын горизонталь юлдарҙан тора. Был юлы спелеологтар көтөлмәгән асыш яһап, түбә аҫтында яңы юлдар тапты. Уларға үтеү ҡатмарлы, тикшереү өсөн 70 метр бейеклеккә менергә, бер нисә ҡойоно үтеп, текә һикәлтәләрҙән төшөргә һәм горизонталь тәрән ярыҡтарҙы үтергә кәрәк. Мәмерйәнең был өлөшө быға тиклем билдәле булғанынан бик ныҡ айырыла: уны махсус спелеоҡоролмаларһыҙ үтеп булмай, хатта горизонталь участкаларҙа ла баҫҡыс янтауырҙары кәрәк. Өҫкө өлөштөң топоһүрәте дөйөм оҙонлоҡҡа тағы ла 411 м өҫтәне. Һөҙөмтәлә, мәмерйәнең оҙонлоғо хәҙер 1934 м тәшкил итә.
Экспедиция ваҡытында спелеолог, профессиональ фотограф Гөлназ Сакулина мәмерйәне фотоға һәм видеоға төшөргән. Тикшереү эштәре “Еҙем” паркы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үтте.
Әлиә РӘХИМОВА,
“Еҙем” паркы методисы.
Читайте нас: