+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 16:50

Төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк

Районыбыҙҙа ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырыштары дауам итә. Сираттағыһы 10 февралдә Бурлы ауыл биләмәһендә үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, ра-йон хакимиәтенең административ комиссияһы яуаплы секретары Юлай Мәүлимбирҙе улы Нәзиров, ауыл Советы депутаттары, биләмәләге ойошмалар етәкселәре, ауылдар халҡы ҡатнашты.

Бурлы ауылы мәҙәниәт йортонда уҙған асыҡ ултырышта ауыл биләмәһе башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов 2020 йылғы эшмәкәрлеккә байҡау яһаны, ағымдағы йылға пландары менән уртаҡлашты.
Бурлы ауыл биләмәһенә ҡараған 6 ауылда (Бурлы, Ҡормантау, Байымбәт, Яугилде, Ерек, Михайловка) 539 йорт булып, 1683 кеше йәшәй. Былтыр биләмә буйынса 12 сабый донъяға килгән, 28 кеше мәрхүм булған. Ауыл биләмәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән 21 субъект теркәлгән: крәҫтиән-фермер хужалыҡтары (5-әү), “Р.Р.Муллағәлиев” КФХ-һы өҫтәлгән, грант алып, аттар алған, сауҙа өлкәһендә (10), СПК (3), шәхси пилорамалар (5). Вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләүселәр һаны 150 кеше. Бюджет өлкәһендә 58 кеше эшләй. “Урожай” КХ-һында 100-150-ләп кешегә эш урындары булдырылған.
Артабан сығыш яһаусы “Аныҡ эштәр” проекты, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы һәм коммерциялы булмаған ойошма (НКО) ярҙамында биләмәләге башҡарылған эштәрҙе барланы. “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бүленгән аҡсаға Ерек ауылында ҡоймалар евроштакетникҡа (525 м) алыштырылған, йәнә 275 м арауыҡта эште теүәлләйһе бар. Еректә ауыл биләмәһе иҫәбенә Башҡортостандың гео-график үҙәге янында беседка урынлаштырылған. Бурлы ауылында Илгизәр Фәрит улы Сәлимйәнов ярҙамы һәм ауыл халҡының тырышлығы менән зыяраттың ҡапҡаһы яңыртылған. НКО-ға килгәндә, уның етәксеһе – Байымбәт ауылынан Бурлы ауыл Советы депутаты Илдар Хәниф улы Ғәлин тырышлығы менән 430 мең һумлыҡ грант отоуға өлгәшкәндәр һәм ауыл биләмәһе бюджетынан 200 мең һум аҡса өҫтәп, Байымбәт ауылында обелиск менән бәләкәй парк төҙөргә планлаштыралар. Шулай уҡ НКО ярҙамында Ҡормантауҙа спорт һәм ял итеү майҙансығы эшләргә уйлашалар.
Ауыл биләмәһе тыҡрыҡтары менән 20 км юлдарҙы үҙ эсенә ала. Ауылдарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса планға ярашлы эштәр башҡарылған. Ерек ауылында Партизан урамы (847 м), Яугилделә Йәштәр урамы (890 м), Ҡормантауҙа Дуҫлыҡ (426 м) һәм Ҡышлау урамдары (363 м) ремонтланған. Бурлы – Байымбәт ауылдары араһындағы 3 км юл һәм Байымбәттәге өс урам (дөйөм 1650 м) ҡырсынташ түшәп төҙөкләндерелгән. Бурлы урта мәктәбе янында 400 м арауыҡтағы тротуар асфальтланған.
Һыу менән тәьмин итеүгә килгәндә, ауыл биләмәһендә дөйөм 21 км һыуүткәргестәр булып, 7 скважина, 4 һыу башняһы хеҙмәтләндерелә. Скважиналарға ике яңы насос, Яугилде, Ерек, Байымбәттәге скважиналарға автоматика ҡуйылған.
Урамдағы яҡтыртҡыстар урынлаштырыу буйынса республика бюджетынан бүленгән аҡса маҡсатҡа ярашлы файҙаланылған. Урам бағаналарына элек ҡуйылғандарына өҫтәп, йәнә 50 дана яңы яҡтыртҡыстар һатып алынып, шуның 21-е – Бурлы ауылының Фрунзе урамына һәм башҡа яҡтылыҡ етешмәгән нөктәләргә урынлаштырылған.
- Ҡалғандары комплектланып бөткәс, Ҡормантау ауылының Мәктәп урамына ҡуйыласаҡ. Финанс мөмкинлегенә ҡарап, тағы ла һатып алынған яҡтыртҡыстарҙы Ерек, Яугилде, Байымбәт ауылдарының берәр урамына урынлаштырыу күҙаллана, - тине Азат Кәшәфетдин улы.
Былтыр Ҡормантау ауылында Ленин ордены кавалеры Шәйәкбәр Шәйбәк улы Вәлиевтың Хәтер кисәһе һәм иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы үткән, Бурлы ауылы мәктәбе биләмәһендә Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповҡа бюст ҡуйылған.
А.Хәйретдинов ағымдағы йылда эшләнәсәк эштәргә туҡталып:
- Биләмәлә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса 9 майҙансыҡ булдырылды, быйыл йәнә 3 майҙансыҡ урынлаштырыу, уларҙың эргә-тирәһенә ҡырсынташ түшәү күҙаллана. Ҡормантау, Байымбәт, Бурлы ауылдарындағы һыу скважиналарының насостарын алмаштырырға кәрәк. Ерек ауылында балаларҙың уйын майҙансығын урынлаштырырға, булғандарын ремонтларға, буярға, Бурлы ауылындағы хоккей майҙансығы кәртәһен һүтеп, ҡапҡа ҡуйырға, юл буйындағы кәртәләрҙе йүнәтеп, буярға, Бурлы, Яугилде, Ерек, Михайловка ауылдарындағы быуаларҙы быуып, төҙөкләндерергә уйлайбыҙ. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, быйыл тағы ла бер тапҡыр “МТЗ-82” тракторы алыу буйынса документтар әҙерләйбеҙ (былтыр конкурстан үтмәнек, быға республикала финанс-лау кәметелеү сәбәпсе булды). Ауылдарҙа төҙөкләндереү эштәре лә дауам итәсәк, - тине.
Осрашыуҙа шулай уҡ административ комиссияның яуаплы секретары Ю.М.Нәзировтың сығышы тыңланды. Халыҡты борсоған һорауҙарға килгәндә, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, түләү, юлдарҙы ремонтлау һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн килеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды, райондағы хәл-торошто барланы һәм йыйылыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Яугилделә - Йәштәр, Еректә Партизан урамдары юлдарын ремонтлау эштәре атҡарыласағын билдәләне. Фәнзил Фәйез улы биләмәләге 150 кешене эш менән тәьмин иткән “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе.
Ауыл биләмәһенең 2020 йылғы эшмәкәрлеге буйынса ҡарар ҡабул ителгәндән һуң, ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышы үҙ эшен йомғаҡланы.
Читайте нас: