+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 19:25

Ғафуриҙар дәррәү саңғыға баҫты

Шәмбе көнө ХХХIХ асыҡ “Рәсәй саңғы юлы – 2021” Бөтә Рәсәй саңғы уҙышы сиктәрендә ярыштар үтте. Төбәктәге муниципаль райондарҙан һәм ҡала округтарынан саңғы ярышында 120 мең самаһы кеше ҡатнашҡан. Әйткәндәй, был спорт сараһы 1982 йылдан алып үткәрелә килә. Быйылғы иң күмәк ҡышҡы ярышҡа ғафуриҙар ҙа берҙәм ҡушылды. Красноусол ауы-лындағы саңғы трассаһындағы (телевышка) ярышта 352 кеше ҡатнашһа, тамаша ҡылырға килеүселәр ҙә күп ине.

2021 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы булғанлыҡтан, сара сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, саңғы спортын популярлаштырыу, иң шәп йөрөүсе саңғысыны асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Был көндә һауа торошоноң да ярышҡа әйҙәп, матур тороуы саңғысыларҙы бер ергә дәррәү тупланы. Ярыш барған майҙан ситтән ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтеп тора ине.
Район хаки-миәтенең физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Шакир улы Хәкимов барыһын да быйылғы тәүге саңғы ярышы менән тәбрикләп, һәр береһенә уңыштар, сәләмәт тормош теләне һәм стартҡа баҫырға саҡырҙы.
Сарала Крас-ноусолдағы 1-се, 2-се, башҡорт гимназия-интернаты, Аҡкүл, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Ҡарағай, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Табын, Яңғыҙҡайын урта, Имәндәш, Игенйылға, Курорт, Мораҡ, Үзбәк, Йөҙимән, Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылары, Красноусолдың “Миләшкәй”, “Тирәккәй”, “Тирмәкәй” балалар баҡсалары тәрбиәселәре, оло йәштәгеләр, спорт ветерандары әүҙем булдылар.
2013-2015 йылғылар төркөмөндә 1 километрға саңғыла йөрөүҙә малайҙар араһында Ибраһим Йәнбирҙин - 1-се, Родион Клементьев - 2-се, Арсений Батыршин 3-сө (барыһы ла 3-сө мәктәптән), ҡыҙҙарҙан Амалия Алтынбаева (1-се мәктәп) - 1-се, Полина Зюлькина (2-се мәктәп) - 2-се, Рената Дибаева (1-се мәктәп) 3-сө килде.
2011-2012 йылғылар араһында (1 км) малайҙарҙан Уҫман Сөләймәнов (Ҡауарҙы) 1-се, Данил Савельев (1-се) 2-се, Данияр Нәбиуллин (Йөҙимән) 3-сө, ҡыҙҙарҙан Лина Мөхәмәтйәнова 1-се, Ләйсән Йомағолова 2-се, Нигина Низомова 3-сөлөктө (барыһы ла 1-се мәктәптән) алыуға өлгәште.
2009-2010 йылғылар араһында (2 км) малайҙарҙан Рамазан Исмәғилев (Ҡауарҙы) 1-се, Вәсим Дибаев (1-се мәктәп) 2-се, Ислам Шәйәхмәтов (Сәйетбаба) 3-сө, ҡыҙҙарҙан Лиана Сәйфетдинова 1-се, Полина Баязитова 2-се, Камилла Хурманшина 3-сө (1-се мәктәптекеләр) булып финиш һыҙығына етте.
2006-2008 йылғылар араһында 3 километрға саңғыла уҙышыуҙа егеттәрҙән Егор Ерсуков (1-се) 1-се, Альмир Ишмөхәмәтов (Игенйылға) 2-се, Искәндәр Насиров (1-се) 3-сө, ҡыҙҙарҙан Карина Торопкина (1-се) 1-се, Динара Дәүләтбаева (Ҡауарҙы) 2-се, Наҙгөл Рәхимова (Сәйетбаба) 3-сө килде.
2004-2005 йылғылар төркөмөндә ир-аттар 5, ҡыҙҙар 3 километрға ярышты. Бында Радмир Фәтҡуллин (Бурлы) 1-се, Вадим Фәтҡуллин (1-се) 2-се, Булат Ҡотлобаев (2-се) 3-сө, ҡыҙҙарҙан Эвелина Хәмзина (2-се) 1-се, Снежана Стерехова (1-се) 2-се, Әлфинә Арыҫланова (Яңғыҙҡайын) 3-сөлөктө алыуға иреште.
1982 -2003 йылғылар төркөмөндә лә ир-аттар 5, ҡатын-ҡыҙҙар 3 километрға ярышты. Артур Кәримов (1-се мәктәп) 1-се, Илнур Кейекбаев (ветеринария хеҙмәте) 2-се, Айҙар Исхаҡов (Ҡауарҙы) 3-сө, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Альбина Кәримова (2-се мәктәп) 1-се, Йәнбирҙина 2-се, Татьяна Баранова (“Миләшкәй”) 3-сө булып килеп етте.
1972-1981-се йылғылар төркөмөндә ир-аттар 5, ҡатын-ҡыҙҙар 2 километрға көс һынашты. Бында Фаил Ғафаров (Красноусол курорты) 1-се, Фәтҡулла Әхмәтйәнов 2-се, Нәзир Шәрипов (Үзбәк) 3-сө, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Лилиә Салауатова (Ҡарағай) 1-се, Елена Клементьева (ДЮСШ) 2-се, Гөлнара Ғафарова (Игенйылға) 3-сө булды.
1952-1971-се йылғылар төркөмөндә (ир-аттар - 3, ҡатын-ҡыҙҙар 2 километрға ярышты) Фәнүр Алтынбаев (1-се мәктәп) 1-се, Сабир Исхаҡов (Ҡауарҙы) 2-се, Әлфрит Мәүлетҡолов (КБГИ) 3-сө, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Розалия Дәүләтбаева (“Уңыш”) 1-се, Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова (шәхси эшҡыуар) 2-се, Флүрә Искәндәрова (“Тирәккәй”) 3-сө булып килһә, 1961-се йылғы һәм унан өлкәндәр төркөмөндәгеләр 2 километрға уҙышып, ир-аттарҙан Мәхәмәт Хисаметдинов 1-се, Ғайса Кейекбаев 2-се, Әхәт Сәйфиев 3-сө булһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Вәрисә Кәлимуллина 1-се булып финиш һыҙығын үтте.
Ярышта ҡатнашыусылар бөтәһе туғыҙ төркөмдә уҙышты. Саңғыға баҫҡан һәр кем үҙ көсөн һынап ҡарап, үҙҙәренә һаулыҡ өсөн юл ярҙылар, көс-дәрт, күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф алып таралыштылар. Саңғысыларға эҫе сәй эсеү, ҡапҡылап алыу мөмкинлеге лә булды.
Еңеүселәр грамота һәм миҙалдар, "Рәсәй саңғы юлы" тип яҙылған башлыҡтар менән бүләкләнде.
Лидия ЕЛСУКОВА,
Балалар-үҫмерҙәр
спорт мәктәбе тренеры;
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: