+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 16:35

Оҫта волейболсы иҫтәлегенә

13 февралдә Үзбәк мәктәбенең спорт залында спортсы һәм оҫта волейболсы Илдар Рәхимов иҫтәлегенә волейбол ярышы үҙғарылды.

Мәктәп директоры Айгөл Кинйәбай ҡыҙы Ғәбдиева был сараны асып, уйында ҡатнашыусыларҙы, көйәрмәндәрҙе, Илдарҙың ата-әсәһен, туғандарын, дуҫтарын ихлас күңелдән сәләмләне һәм ярышта ҡатнашыусы һәр командаға уңыштар теләне. Илдарҙың атаһы Әнүәр Әхтәм улы һәм бер туған ағаһы Рим Әнүәр улы ярышты ойоштороу-сы иптәштәренә, бағыусыларға, мәктәп хакимиәтенә, ашнаҡсыларға, волейбол командаларына, көйәрмәндәргә оло рәхмәттәрен еткерҙеләр.
Ярышта 4 команда ҡатнашты. lV урынды Красноусол командаһы, III урынды Бурлы егеттәре, II урынды Юлыҡ ауылы командаһы, I урынды Үзбәк волейболсылары яуланы. Үзбәк волейболсылары икенсе йыл рәттән беренселекте алыуға өлгәштеләр. Афарин уларға!
Бурлы ауылы командаһынан Искәндәр Зәйнуллин “Иң яҡшы һөжүмсе”, Эльдар Бәширов “Иң яҡшы пас биреүсе”, Красноусолдан Рафаэль Юлмөхәмәтов “Иң оло уйынсы”, Рәшит Вашиев “Иң йәш уйынсы” булып танылды. Уйында ҡатнашыусыларға миҙал һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Самат Ғәбдиев, Айгөл Ғәбдиева, Гүзәл Халиҡовалар иң шәп көйәрмәндәр булып сыҡты. Улар ҙа миҙалдар менән бүләкләнде.
Волейбол ярышы күңелле һәм сәмле барҙы. Илдар Рәхимов иҫтәлегенә ойошторолған волейбол ярышы дауамлы булыуын теләп ҡалабыҙ.
Флүрә ҒӘЗИЗОВА.
Үзбәк ауылы.
Читайте нас: