Был күләмле проект йәмғиәттең иғтибарын башҡорт халҡының тарихына, Рәсәй һәм донъя тарихында башҡорттарҙың роленә йүнәлтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тематик йылды уҙғарыу буйынса методик тәҡдимдәр раҫланған.
Башҡорт тарихы йылының төп йүнәлештәре - башҡорт ырыуҙары тарихы, Ҡарауанһарай тарихи-архитектура комплексы буйынса саралар, “Шайморатовсылар” проектын дауам итеү, күренекле башҡорт эшмәкәрҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм яңы “Мин – “Төньяҡ амурҙары” тоҡомо” проекты.
Йылдың концепцияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында (https://kurultai.ru/) ҡуйылған.