+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 12:25

Балаларға хәүеф янамаһын

Һуңғы ваҡытта ғына районда ике янғын осрағы булды. 10 февралдә ялҡындан бер баланың тәне бешә. Сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү. 12 февралдә Красноусол ауылының Чапаев урамында аҙбар янып китә. Бында электр ҡорамалын техник файҙаланыу ҡағиҙәһе боҙолған.

Бала кешегә бөтә нәмә ҡыҙыҡ, ул һәр нәмәне тотоп, тикшереп ҡарап өйрәнә. Уларҙы айырыуса төрлө сағыу нәмәләр йәлеп итә. Ә ут – тап шундай ылыҡтырғыс нәмә булып тора ла инде. Айырыуса бала яңғыҙ ҡалғанда тыйылған нәмәләрҙе һынап ҡарағыһы килә. Ә инде бала хәүефһеҙлеге хаҡында хәстәрлек күрелмәгән йортҡа бәлә көтмәгәндә килеүсән. Шуға ла янғын хәүефһеҙлеге, балаларҙың ут менән уйнауына юл ҡуймау хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртке килә.
Балалар ут менән уйнап янғын сығармаһын өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
- ут сыҡмаһын өсөн үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға икәнен балаларға аңлатығыҙ;
- янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтеү йәһәтенән үҙегеҙ һәр саҡ өлгө күрһәтегеҙ;
- шырпыны балалар буйы етерлек ерҙә ҡалдырмағыҙ;
- мейескә яғыуҙы, газ плитаһы тоҡандырыуҙы, электр приборҙарын ҡабыҙыуҙы балаларға ҡушмағыҙ;
- балалар ут яҡмаһын өсөн ҡарап тороғоҙ;
- өйҙән сыҡҡанда кескәй балаларҙы өлкәндәрҙән башҡа үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ;
- баланың буш ваҡытын мауыҡтырғыс итеп ойоштороғоҙ.
Баланы янғында дөрөҫ эш итеү ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ.
Янғын күренгәндә йәки нимәлер янғаны тойолһа (төтөн сыҡһа, эргә-тирәлә температура күтәрелһә, көйгән еҫ сыҡһа һ.б.) балаларҙың кескәйе лә, өлкәне лә кисекмәҫтән бинанан сығырға тейеш. Янғын хаҡында өлкәндәргә йәки “112” берҙәм ҡотҡарыу номеры буйынса янғын һағына хәбәр итергә, тиҙ генә 01, 2-11-01 телефондары буйынса янғын һағына шылтыратырға кәрәк. Шуны ла белеү мөһим: кеҫә телефонынан янғын һағына 101 һаны менән шылтыратырға кәрәк.
Балаларҙың был кәңәштәрҙе иҫтә ҡалдырыуы бик мөһим. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтергә уларҙы үҙ миҫалығыҙҙа өйрәтегеҙ. Балаларыбыҙҙы ныҡлы ҡурсалап ҡына уларҙың ут менән уйнауынан янғындар сыҡмауына өлгәшә, йорт-мөлкәтебеҙҙе, иң мөһиме – балаларыбыҙ ғүмерен һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.
Вадим ОТМАХОВ,
янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы.
Читайте нас: