+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 16:00

«Башҡорт теле йылы»на йомғаҡ яһап…

Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров тарафынан «Башҡорт теле йылы» тип иғлан ителгән 2020 йыл район, республика кимәлендә үткән төрлө сараларға бай булды. Айы-рыуса беҙҙең, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, өсөн. Бына ошондай сараларҙың, минең ҡарамаҡҡа, иң әһәмиәтлеләре:

Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы. Район уҡыусылары был төр олимпиадала ҙур теләк менән ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай. Уҙған 2020 йыл да беҙҙең өсөн емешле булды. Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10 һәм 11-се класс уҡыусылары Гөлнур Ибәтуллина менән Аделина Вафина призер исеменә лайыҡ булды. Ҡыҙҙарҙы гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Э.С.Ҡунафина һәм Ю.Р.Мәүлетҡолов әҙерләне.
Ә бына "Гагарин Кубогына" республика олимпиадаһы 2 еңеүсе һәм 4 призер бирҙе. КБГИ-ның 7-се класс уҡыусылары Азалия Әсәнова, Алһыу Әбделмәнова (етәкселәре - Э.С.Ҡунафина) еңеүсе, 6, 8-се класс уҡыусылары Алтынай Ҡунафина, Азалия Садиҡова (етәкселәре - Э.С.Ҡунафина, М.М.Рәхимова); Красноусолдағы 3-сө мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы Регина Маннапова (етәксеһе - Ф.Ф.Баязитова); Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Айгөл Рәхимова (етәксеһе - Ф.Х.Заһиҙуллина) призер исемен яуланы.
Шулай уҡ халыҡ-ара «Глобус» олимпиадаһы тураһында бер нисә һүҙ әйтеп китмәксемен. Сөнки бында ла емешебеҙ ҙур: 3-сө мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы Регина Маннапова (етәксеһе - Ф.Ф.Баязитова) еңеүсе титулына лайыҡ булды.
Аҡмулла олимпиадаһында һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҙғарған олимпиадаларҙа ла уҡыусыларыбыҙ йыл да ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Һуңғы тапҡыр 4 - I урын, 1 - II урын, 3 - III урын яуланыҡ.
Төбәк-ара йәки рес-публика фәнни-ғәмәли конференцияларға туҡталып китмәксемен. Тәү сиратта Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған “Ғафури уҡыуҙары” республика конкурсы хаҡында. Конференцияны Аҡмулла исемендәге БДПУ менән берлектә район мәғариф бүлеге ойошторҙо. Барлығы 96 ҡатнашыусы булһа, шуларҙың 17-һе район исемен яҡлаусылар. Бигерәк тә Н.Мәжитов исемендәге КБГИ уҡыусылары ҙур әүҙемлек күрһәтте һәм еңеүсе исеменә лайыҡ булып, Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр. Әйтергә кәрәк, улар араһында уҡытыусыларыбыҙ ҙа бар: Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡытыусыһы Флүзә Фәрүәз ҡыҙы Баязитова «Иң оҫта башҡарыусы» номинацияһында һәм Табын урта мәктәбе уҡытыусыһы Сажиҙә Хәбир ҡыҙы Йәнмырҙина «Маҡсатҡа ынтылыш» номинацияһында еңеүсе тип танылдылар.
Шулай уҡ "Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ - 2020" халыҡ-ара әҙәби-нәфис һүҙ конкурсы ла емешле үтте. Конкурстың етәксеһе Люциә Камаева үҙенең шәхсән сәхифәһендә 1000-ләп кеше ҡатнашыуы тураһында бәйән итә. Башҡортостан һәм Рәсәй ҡалаларынан тыш Белоруссия, Төркиә, Канада, Чехия, Ҡытай, Македония, Австралия кеүек сит илдәрҙән дә эштәр ҡабул ителә. Ғафури районы әүҙемлеге бу-йынса 2-се урынды яуланы, райондан барлығы 21 кеше ҡатнашты. Еңеүселәр Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломдары менән бүләкләнде.
Тағы ла “Бикбай уҡыуҙары” I төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Был мәртәбәле сарала Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 10-сы һәм 8-се класс класс уҡыусылары Диләфрүз Латипова, Лилиә Ишбулдина (етәкселәре - З.Х.Иҙрисова менән Л.Г.Ғәниева) ҡатнашты. 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.Ф.Баязитова эссе яҙып, сертификат менән бүләкләнде.
Бынан тыш "Р.Ғарипов һәм З.Биишева уҡыуҙары" республика ғилми-ғәмәли конференцияһында райондан 6 уҡыусы ҡатнашты. КБГИ уҡыусылары Зарина Рәхимова һәм Линара Иҙрисова 2-се урынға лайыҡ булдылар.
"Рәшит Солтангәрәев уҡыуҙары - 2020" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы һөҙөмтәләренә лә туҡталып киткем килә. Көйөргәҙе районының 2004 йылдан алып күренекле прозаик Р.Солтангәрәев исемен йөрөткән Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһы Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә бер-нисә йыл рәттән фәнни-ғәмәли конференция уҙғарып килә. Ғафури районы уҡыусылары ла был конференцияла үҙҙәрен һынатманы. Шулай итеп, башҡорт телендә яттан шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә 5-7 кластар араһында: Фаягөл Кинйәбаева (3-сө мәктәп, етәксеһе - Ф.Ф.Баязитова) - 2-се урын, Айһылыу Яҡшыбаева (Юлыҡ мәктәбе, етәксеһе - Э.М.Абдрахманова) 3-сө урын яуланылар.
Кәтибә Кинйәбулатова шиғриәтенә арналған видеоконкурс та һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Күренекле башҡорт шағирәһенең әҫәрҙәрен ятҡа һөйләп, район уҡыусылары уның әҫәрҙәрен пропагандалауға ҙур өлөш индерҙе. Бында Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларын (бөтәһе - 4) әйтеп китер инем.
Шулай уҡ уҙған йылда билдәле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы интернет-викторина үткәрелде. Был сарала ла беҙҙең уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнашып, 13 уҡыусы призер булды.
Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы "Тел серҙәре" дистанцион интернет-викторинаһы уҙғарҙы. Унда 2000-гә яҡын уҡыусы ҡатнашҡан. Райондан 19 уҡыусыбыҙ призер исеменә лайыҡ булды.
Туған тел донъяһы порталында ойошторолған Этноквиз - интерактив онлайн-уйында ла беҙҙең башҡорт теле уҡытыусылары һынатманы. 4 турҙан һәм финалдан торған был уйындың финалистары: Ф.Ф.Баязитова, Ю.Р.Мәүлетҡолов, Л.Ф.Хәмзина Мәғарифты үҫтереү институтының сертификаты һәм ҡиммәтле приз менән бүләкләнһә, Мәүлиҙә Миҙхәт ҡыҙы Мозафарова институттың Дипломына һәм 1000 һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
Бөгөнгө педагогтарҙың бурысы – уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәрен ойоштороу, фәнни-тикшеренеү күнекмәләрен нығытыу. Респуб-лика кимәлендә уҙған шундай сараның еңеүсеһе - Сәйетбаба урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Диләфрүз Латипова.
“Фәнгә тәүге аҙымдар” фәнни-эҙләнеү конференцияһы районда ла бик һәйбәт ойошторолған. Унда 6 уҡыусы призлы урын алды.
Йылдың-йылы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙҙәренең һөнәри оҫталығын Төбәк-ара «Йыл уҡытыусыһы»нда күрһәтеп, еңеү яулайҙар. “Йыл уҡытыусыһы-2020” бәйгеһендә Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.Х.Иҙрисова ҡатнашып, Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломы менән бүләкләнде.
"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика йәш сәсәндәр онлайн-бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙан: Арсен Әхтәмовты (1-се мәктәп), Розалия Зәйнетдинованы (Йөҙимән төп дөйөм белем биреү мәктәбе), Милена Моченеваны (Табын урта мәктәбе) атап үтер инем. Бәйгенең район этабында барлығы 17 уҡыусы ҡатнашты һәм төрлө урындар яулап, мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр.
Районда Башҡорт теле йылы бөйөк мәғрифәтсе-шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөн һәм Башҡорт теле көнөн билдәләү маҡсатында уҙғарылған "Аҡмулла вариҫтары" шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе менән асылды. Уҡыусылар бөйөк шағирыбыҙҙың шиғырҙарын башҡорт телендә илһамланып тасуири һөйләү менән үҙҙәренең туған теле - башҡорт теленә һөйөүен күрһәттеләр.
2020 йылда халҡыбыҙ Бѳйѳк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Беҙҙең Fафури районында мәктәп уҡыусылары араһында ошо оло юбилейға арналған шиғыр һѳйләүселәр конкурсы үткәрелде. Үҫеп килеүсе йәш быуынды патрио-тик рухта тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған үткәрелгән был конкурста 90-ға яҡын бала ҡатнашты һәм еңеүселәр билдәләнде.
Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткән район хакимиәте призына “Шиғри донъя” исемле шиғыр һөйләүселәр конкурсында ла районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әүҙемлек күрһәтте. Уның финалистары: Әлфирә Нәжметдин ҡыҙы Ғәлиуллина (1-се мәктәп); Флүзә Фәрүәз ҡыҙы Баязитова (3-сө мәктәп); Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина (КБГИ); Мәүлиҙә Миҙхәт ҡыҙы Мозафарова (Игенйылға төп дөйөм белем биреү мәктәбе); Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова(Сәйетбаба урта мәктәбе).
Ғафури районы “Сәсәндәр мәктәбе” районыбыҙҙың мәғариф бүлеге менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында «Ҡышҡы йәйғор – 2020» интернет–бәйгеһе уҙғарҙы. Был сарала Красноусол ауылының 1-се, 2-се мәктәптәре, Н.Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары, Үзбәк, Имәндәш, Йөҙимән, Игенйылға мәктәптәре, Ватан ауылындағы “Йәншишмә” төркөмө, Юлыҡтан “Мағаш”, Яугилденән “Һандуғастар” төркөмөндә шөғөлләнгән уҡыусылар әүҙем ҡатнашты.
КБГИ уҡыусыһы Алһыу Ғәлимова бөтә конкурстарҙа ла алдынғылыҡ алып Гран-при яуланы!
Барлыҡ сараларҙа ла әүҙемлек күрһәткән, башҡорт телен үҫтереү һәм өйрәтеү, балалар күңеленә милли рух һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә юғары күрһәткестәргә ирешкән бер төркөм уҡытыусыларҙың эше район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, мәғариф бүлеге етәксеһе Р.Ғ.Солтанморатов тарафынан юғары баһаланып, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнһә, Бөтә
донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғ.М.Яҡуповтың Рәхмәт хаты Ф.Ф.Баязитоваға, Ф.Й.Шәрәфетдиноваға, Л.Ф.Хәм-зинаға бирелде.
Һүҙемде йомғаҡлап, телебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге өсөн битараф булмаған, рухлы, әүҙем уҡыусыларыбыҙ тағы ла артһын, еңеүҙәр юғарыраҡ булһын, тип теләр инем.
Флүзә БАЯЗИТОВА,
рус мәктәптәре буйынса район
методик берекмәһе етәксеһе, Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Тел ҡәҙерен беләйек
Районыбыҙҙа туған тел уҡытыусылары – 52, шуларҙың 34-е – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, 3-һе – татар теле һәм әҙәбиәтенән, 14-е рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыусыларға туған тел дәрестәре серҙәрен асалар. Мәктәптәрҙә барлығы 4323 уҡыусы белем алып, шуларҙың 2210-ы башҡорт милләтенән (51,12%), рустар – 1054 (24,40%), татарҙар – 738 (17,07%), сыуаштар – 253 (5,85%), 28 әрмән (0,64%), үзбәктәр – 15 (0,34%), украин, немец, төрөк милләтенән уҡыусылар уҡый.
Уҡытыу башҡорт, татар, рус телендә алып барыла. 19 мәктәптә 1696 уҡыусы башҡорт телендә белем ала, 12 мәктәптә 2394 уҡыусы - рус телендә, 4 мәктәптә 233 уҡыусы татар телендә уҡый. Башҡорт милләтенән булмаған уҡыусыларҙы 2-се кластан 9-сыға тиклем (1732 уҡыусы – 82%) һәр мәктәптә уҡыу планына ярашлы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу ойошторолған. 2237 уҡыусы (51,7%) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
Уҡытыу рус телендә ойошторолған мәктәптәрҙә 720 башҡорт балаһының 568-е (78,9%) башҡорт телен туған тел булараҡ, 152 уҡыусы дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Татар милләтенән 738 уҡыусының 233-ө татар телендә белем ала. 253 сыуаш милләтле уҡыусыларҙың 38-е сыуаш телен, рус милләтле уҡыусыларҙың 1054-нең 918-е (87%) туған рус телен предмет булараҡ өйрәнә. Рус милләтенән булмаған 3269 уҡыусының 772-һе (23,6%) рус телен туған тел булараҡ өйрәнә.
Һәр бала үҙ туған телендә һөйләшеп, туған телендә уҡырға, белем алырға тейеш. Шулай итеп, хөрмәтле ата-әсәләр, балаларыбыҙҙы туған телен өйрәнеүҙән, үҙ телендә белем алыуҙан мәхрүм итмәйек. Туған телебеҙҙе хөрмәтләйек, телдең ҡәҙерен беләйек.
Әлфиә ШАҺИЕВА,
район мәғариф бүлегенең туған
телдәр буйынса методисы.
Читайте нас: