Тантанала һәр йәшармеец “Йәш армия” хәрәкәте уставын үтәргә, Ватанға тоғро, батыр һәм ҡыйыу ил һаҡсыһы булырға, иптәштәренә ярҙам итергә, көсһөҙҙәрҙе яҡларға, уҡыуҙа һәм спортта еңеүҙәргә ынтылырға, геройҙарҙың иҫтәлеген һаҡларға ант бирҙе.
Уларҙы сараның ҡунаҡтары район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.З. Байдәүләтова, Афған һуғышы ветераны А.П.Мигунов, ДОСААФ ойошмаһы рәйесе В.Н.Калачигов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариатының уҡыу пункты начальнигы А.Ш.Фәйезов, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары тәбрикләне. Матур йола буйынса яңы ғына йәшармиясылар сафына ингән үҫмерҙәргә түшкә таға торған билдәләр таратылды. Тантанала йыр-моңдар ҙа яңғыраны - Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Аделина Әхмәтйәнова “Рәсәй беҙ - һинең балаларың” йыры менән башлап ебәрҙе, ә барлыҡ йәшармиясылар “Рәсәйгә хеҙмәт итеү” йырын башҡарҙы.
Фойела ҡыҙыҡлы экспонаттарға бай хәрби-патриотик күргәҙмә ойошторолғайны. Йәш армия хәрәкәте сафына баҫыусы уҡыусыларға тыуған илебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары булыуҙарын теләйбеҙ, Сараны уҙғарыуҙа ярҙам күрһәткән Красноусолдағы 2-се мәктәп директоры М.Р.Басировҡа, 1-се мәктәптең Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы О.С.Николаевҡа, хәрби хәрәкәттәр ветераны И.З.Закировҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Әлфиә НАСИРОВА,
Балалар ижады үҙәге методисы.