-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 16:50

Йәшәү ҡәҙерен белә ир-егеттең яҡшыһы

Ватанды һаҡлау тигән изге тойғо һәр үҫмерҙең күңелендә йөрөйҙөр. Сөнки элек-электән ир-егеттәр малай сағынан ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләнде һәм тәрбиәләнә.

Толпар ауылында йәшәүсе Хәмзә Фәхретдинов та һәр үҫмер кеүек һалдат булырға, әрмелә хеҙмәт итергә хыяллана. Бала сағы, үҫмер йылдары тиҫтерҙәренән бер яҡлап та айырылмай уның. Тыуған ауылы Толпар һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға төшә, 9-сы класты Сәйетбабала дауам итә, ә өлгөргәнлек аттестатын үҙҙәрендә яңы төҙөлгән урта мәктәптә алыу насип була. Район хәрби комиссариаты йүнәлтмәһе буйынса Өфөлә ДОСААФ-та уҡып, водитель танытмаһы ала. 1987 йылдың 14 ноябрендә 19 йәшлек егет хәрби хеҙмәткә алына. Башта Төньяҡ Осетияның Орджоникидзе ҡалаһында 6 ай учебкала була. Быуындары ла нығынып өлгөрмәгән үҫмер егет бер аҙҙан Афғанстанға оҙатыла.
-Учебкала Башҡортостандан 87 егет бергә булғайныҡ, артабан афғанда уларҙың береһен дә күреп булманы, - ти Хәмзә. –Бары тик районыбыҙ егеттәре – Ҡотлоғужанан Айрат Ғәббәсов, Яңғыҙҡайындан Ришат Ғафаров, Еректән Рәүф Хәмзин менән бергә Ҡабулға барып төштөк. Әммә унда беҙҙе төрлө частарға айырҙылар, бер ҙә күрешеп булманы. Хеҙмәтте тултырып ҡайтҡас, әле улар менән хәбәрләшеп, осрашып торабыҙ, - ти ул. – Ә ауылдаштарым араһында – ике туған Самат Фәхретдинов хәрби бурысын афғанда үтәне.
Афғанстанда Джабаль ҡалаһына эләккән Хәмзә саперҙар ротаһы артиллерия полкында БТР-ҙа пулеметсы булып хеҙмәт итә. Улар афғанға иң һуңғылар рәтендә ингәнлектән, һуғыш ғәрәсәте эсендә 10 ай тирәһе генә булырға өлгөрәләр, совет ғәскәрҙәрен Афғанстан еренән сығарыу башлана. Һәм егет барлыҡ һалдаттар рәтендә тыуған иленә имен-һау ҡайтып, хеҙмәтенең ҡалған өлөшөн Калининградта химик ротала тултыра. Шулай итеп, ике йыл һалдат һурпаһы эсеп, 1989 йылда йәнтөйәгенә әйләнеп ҡайта. Ситкә сығып китеүҙе хуп күрмәй, тыуған ауылында ата-әсәһе янында төпләнә афған яугиры. Ауылдағы кооперативта эшләй.
Әйткәндәй, Толпар ауылының ишле – 9 балалы Мәлиха менән Ниязи Фәхретдиновтар ғаиләһендә буй еткергән дүрт малайҙың барыһы ла һалдат сафына баҫып, ир-егеттең изге бурысын намыҫ менән үтәгәндәр. Хәмзәнең ағайҙары Наил - Хабаровск крайында Хәрби-диңгеҙ флотында өс йыл, Хөрмәт - Баҡы ҡалаһында, энеһе Әмир Серпуховта хеҙмәттәрен тултырған.
Хәмзә Ниязи улы Оло Үтәш ауылы һылыуы Рәйсә Әхмәт ҡыҙы менән матур ғаилә ҡора. Өс тиҫтә йылға яҡын донъя йөгөн бер төптән, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап ғүмер итәләр. Атай нигеҙен ҡоротмай, үҙе үҫкән йортто йүнәтеп, төкәтмәләп, иркенлектә йәшәйҙәр. Ҡура тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, 26 баш умарта ҡарайҙар. Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Уландары – Илнур менән Илгиз дә - атайҙары, Фәхретдиновтар нәҫел быуыны кеүек үк Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәгән, өлкәне – Тоцкиҙа танкист, кесеһе – Приморье кра-
йында артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Илнур – Өфөлә, Илгиз һәм ҡыҙҙары Гөлнур Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнеп йәшәйҙәр, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр. Фәхретдиновтар ике ейәнгә олатай-өләсәй ҙә.
Бөгөн яугир-интернационалист Хәмзә Фәхретдинов ауылдаштарына өлгө булып, бер нигә зарланмай, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп ғүмер йомғағын һүтә. Уны Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләп, сәләмәтлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ.
Читайте нас: