+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2021, 18:00

Афарин, саңғысылар!

Красноусолдағы 1-се мәктәп уҡыусылары саңғы буйынса XXIII мәктәп Спартакиадаһының зона ярыштарында еңеүселәр рәтендә булды.

4 февралдә Өфө ҡалаһының Глумилино ауылында 2006-2008 йылғы уҡыусылар араһында саңғы ярышы үтте. Йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, физик культура һәм спортты популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған сарала респуб-лика ауылдарынан 7 команда ҡатнашты.
Егор Ергунов, Искәндәр Насиров, Вәсим Дибаев, Карина Торопкина, Полина Баязитова, Камилла Хурамшина, Элина Гусельникова, Наҙгөл Рәхимова, Лиана Сәйфетдинова һәм Алтынай Вәлиеванан торған район командаһы сәмле уйын күрһәтте. Тәжрибәле тренерҙар Лиана Хәкимова һәм Виолетта Алтынбаева етәкселегендә команда дөйөм иҫәптә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Шәхси беренселектә ҡыҙҙар араһынан Карина Торопкина еңеү яуланы.
Район данын уңышлы яҡлаған саңғысыларға яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Читайте нас: