+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Февраль 2021, 16:55

Хәрби һөнәрҙе үҙ итте

Районыбыҙҙа хәрбиҙәр һөнәрен һайлап, Ғафури районын данлап, Ватаныбыҙға лайыҡлы хеҙмәт итеүселәр бихисап. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә шундайҙарҙың береһе - Красноусол ауылы егете Алмаз Хужиәхмәтов менән таныштырасаҡбыҙ. Әлеге мәлдә егет тыуған яҡтарында ата-әсәһе янында отпускыла, уның менән осрашып, һөйләшеү форсаты тейҙе.

Красноусолда йәшәүсе Юлыҡ ауылы ҡыҙы Зилә менән Үзбәк ауылы егете Хәлил Хужиәхмәтовтар ғаиләһендә апаһы Элинаға иптәш булып донъяға килә Алмаз. Красноусолдағы башҡорт гимназия-интернатына уҡырға төшөп, ошонда 11-се класты тамамлай. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, хәрби һөнәрле булыуҙы үҙмаҡсат итеп алған егетте ҡайҙа уҡырға барыу уйы борсомай. Санкт-Петербург ҡалаһындағы Советтар Союзы флоты адмиралы Н.Г.Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ политехник академияһына документтарын тапшырып, был уҡыу йорто курсанты булыу бәхетенә ирешә. 2018 йылда уны уңышлы тамамлап, Владивостокта хеҙмәт юлын башлай. Карапта авиацион-химик-биологик һаҡ хеҙмәте начальнигы вазифаһын башҡара, лейтенант дәрәжәһенә эйә. Үҙе карап командирына буйһонһа, ә уның ҡул аҫтында биш матрос.
Хәрби һөнәр бик абруйлы, кәрәкле генә түгел, ауыр ҙа, ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта етдилекте, ҡыйыулыҡты, яуаплы, түҙем булыуҙы, ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итеүҙе, хәрби серҙе асмауҙы, хәрби ҡоралды һаҡлауҙы талап итә. Алмаз да бындай хәрбиҙәргә хас сифаттарҙы үҙендә тупларға тырышып хеҙмәт итә. Донъя буйлап, диңгеҙ-океандар аша төрлө илдәрҙә, Колумбияла, Шри-Ланкала булыу бәхетенә ирешкән.
-Хәрби һөнәрен һайлауымдың сәбәбе – хәрби кейемдә үҙеңде һәр ваҡыт хәрбиҙәргә генә хас булғанса, дәрәжәле, етди, лайыҡлы тотоу, ир-ат мәҙәнилеге кеүек сифаттарға эйә, башҡаларға өлгө булыу, донъяны бер сигенән икенсеһенә иңләп-буйлау, - ти ул. – Хәрби булырға, контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр булһа, килһендәр, үкенмәҫтәр, - ти Алмаз тиҫтерҙәренә төбәп.
Алмаз Хәлил улының етәкселеге лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн ата-әсәһенә рәхмәтле. Уңыштар һиңә, Алмаз!
Читайте нас: