+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Февраль 2021, 10:00

Ҡыйыу йөрәклеләр байрамы менән!

Хөрмәтле райондаштар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби бәрелештәр ветерандары, хәрбиҙәр! Һеҙҙе ысын күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!

Был байрам Рәсәй халҡының тарихын, илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлаусы ҡыйыу һәм намыҫлы яугирҙарҙы данлай. Һәр йортта, һәр ғаиләлә атай-олатайҙарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлыҡтары тураһында иҫтәлектәр ҡәҙерләп һаҡлана, әлеге ваҡытта Ватаныбыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе, дәүләтебеҙҙең бөтөнлөгө һағында тороусылар менән сикһеҙ ғорурланалар.
Бөгөн тыуған ерен һаҡлауҙы, уның мәнфәғәтен яҡлауҙы үҙенең изге бурысы тип иҫәпләгән, илебеҙҙең именлегенә һәм сәскә атыуына бар булмышын бағышлаған һәр кемде Ватанды һаҡлаусы тип әйтә алабыҙ.
Байрам уңайынан барығыҙға ла изгелек, бәхет, именлек, хөрмәтле ветерандарға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер, һалдат-офицерҙарға уңышлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем. Ҡыйыу һәм батыр кешеләрҙең байрамы һәр ваҡыт тыныс һәм шатлыҡлы үтһен!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: