Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов “Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының 2020 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында. 2021 йылға төп саралар һәм өҫтөнлөклө бурыстар” исемле доклад (гәзиттең киләһе һанында бирелә) менән сығыш яһап, башҡарылған эштәрҙе барланы, ағымдағы йылға бурыс-маҡсаттарҙы билдәләне. Һүҙ оло ҡунаҡтарға ла бирелде. БР Дәүләт комитеты рәйесе М.Д. Болычева республикалағы социаль-иҡтисади хәл, төрлө өлкәләрҙәге уңыштар, ағымдағы йылда көтөләсәк саралар менән таныштырҙы. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Р.Р.Ишмөхәмәтов пандемияға бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, райондың тотороҡло үҫеш юлында булыуын, аҙ килемле ғаиләләргә, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бергә күп эштәр эшләнеүен билдәләне, тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барған район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе. Рөстәм Рифат улы халыҡ мөрәжәғәттәренә туҡталып, ситтән тороп уҡыу ваҡытында мобиль элемтәнең сифаты, Интернет юҡлығы тураһындағы һорауҙарҙың күп булыуын әйтте. “Ростелеком” менән берлектә “Һәр кем ҡулланырлыҡ Интернет” программаһына Юлыҡ, Имәндәш, Ташлы, Еҙем-Ҡаран ауылдарын индереү, газ үткәреүгә бәйле законға үҙгәрештәр керетеү (газды газ плитаһына тиклем үткәреү), Көгөш йылғаһы үҙәнен таҙартыу, төрлө йүнәлештәргә инвесторҙар йәлеп итеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса эштәр алып барылыуын билдәләне. Сығышының һуңында ул бер нисә кешегә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәтен тапшырҙы.
Сарала райондың бер төркөм алдынғыларына Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ултырыш һуңында ҡарар ҡабул ителде. Сараға йыйылыусылар 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы матур концерт ҡараны.