+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 19:50

Илһөйәрлек рухында Призывҡа тиклемге йәштәр спартакиадаһы еңеүселәре билдәләнде

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан районда төрлө саралар үтте.

Йәш быуында илһөйәрлек, пат-риотик рух тәрбиәләү, хәрби хеҙмәткә шәхси сифаттарын формалаштырыу, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыларының методик әҙерлеген күреү маҡсатында Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә призывҡа тиклемге йәштәр араһында спартакиада үткәрелде.
Район хакимиәтенең мәғариф, йәштәр һәм социаль сәйәсәт бүлектәре ойошторған был сарала 8 команда сафта йөрөүҙә, хәрби әҙерлек дисциплиналарында, физик әҙерлектә көс һынашты.
Бер командала 8-11 класс уҡыусыларынан 5 егет һәм 2 ҡыҙ ҡатнашып, улар хәрби әҙерлек буйынса үҙ белемдәрен, көсөн күрһәтте. Киләсәктә ил һаҡлаясаҡ егеттәрҙе баш судья А.Ш.Фәйезов (район хәрби иҫәп пункты начальнигы), А.Ш.Шәрәфетдинов (район хәрби комиссариаты), В.Н.Калачигов (ДОСААФ), И.Р.Закиров (хәрби бәрелештәр ветерандарының ра-йон йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе), Р.Р.Рәхмәтуллин (хәрби хәрәкәттәр ветераны), В.А.Батыршин (Ауырғазы күп профилле колледжы Красноусол филиалының тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы), А.М.Рафиҡов (мәғариф бүлеге методисы), С.Н.Хәбибуллин (Еҙем-Ҡаран), Н.В.Николаев (Табын), Н.Р.Ғәлекәйев (Яңғыҙҡайын), М.Н.Сабитов (3-сө мәктәп), О.С.Николаев (1-се мәктәп), Ф.З.Зәйнетдинов (Бурлы), Ш.Ш.Мөхәмәҙиев (Сәйетбаба), Л.Д.Хәкимова (1-се мәктәп) баһалап, һәр ярышты күҙәтеп барҙы. Дөйөм һөҙөмтә буйынса Красноусолдағы 1-се мәктәп беренсе урынға лайыҡ булһа, Бурлы урта мәктәбе - икенсе, 3-сө урта мәктәп өсөнсө урындарҙы яуланы.
Еңеүсе команда, йола буйынса республика кимәлендә район данын яҡлаясаҡ, ә был хәҙер беренсе тапҡыр түгел.
Спартакиаданан призывҡа тиклемге йәштәр күп нәмәгә өйрәнеп, фәһем алып, дәртләнеп таралышты.
Читайте нас: