Алып барыусы район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Фәнзил Ғәлин, рәт булып теҙелгән халыҡты байрам менән тәбрикләп, тантаналы асыу өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы Владимир Герасимовҡа бирҙе. Артабан район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов сығыш яһап, барлыҡ ир-аттарҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм төрлө һуғыштарҙа үҙҙәрен аямай көрәшкән, хеҙмәт иткән локаль һуғыш ветерандарына, ал таңдарыбыҙ тыныс атһын өсөн яугирлыҡ һәм гражданлыҡ бурысын ҡыйыулыҡ һәм ғәййәрлек күрһәтеп, намыҫ менән үтәгәндәргә рәхмәтен белдерҙе. Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Фәйруз Ғимаҙиев сығыш яһап: “Ғафуриҙар быға тиклем дә һынатманылар, һәм бынан һуң да һынатмаҫтар”, - тине. Шулай уҡ яуҙа, төрлө хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Һуңынан Геройҙар аллеяһында автомат тотоп, шинель кейеп, ғорур баҫып торған һалдат һәйкәленә сәскәләр һалынды. Ҡыйыу, Тыуған иле өсөн йәнен аямаған батырҙарға, данлы, ышаныслы ир-егеттәргә дан йырланды был сарала.