+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 12:50

Ысын ир-егеттәр уйыны

Юлыҡ ауылында һуңғы йылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә, физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур иғтибар бирелә. Юлыҡтар айырыуса хоккей уйнарға ярата. Рәсәй Президенты гранты иҫәбенә төҙөлгән боҙ майҙансығында йәштәр шайба һуға, балалар конькиҙа шыуа. Әленән-әле хоккей ярыштары, ауылдың ғына түгел, район хоккей командалары араһында ла, уҙып тора.

13 февралдә юлыҡтар үҙ боҙ майҙансығында йәнә күрше ауылдар хоккейсыларын ярышҡа ҡабул итте. Икенсе йыл рәттән “Хәләл-Еҙем” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы кубогына “Юлыҡ” ТОС-ы ярҙамында уҙған турнирҙа Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Юрмаш һәм юлыҡтарҙың ике командаһы көс һынашты. Фәнил хәҙрәт Басиров бәйгене башлауға фатиха бирҙе. Хоккей командалары араһында шайба өсөн ҡыҙыу, сәмле, көсөргәнешле көрәш барҙы. Һәр команда ныҡлы әҙерлекле килеүен һәм яҡшы уйнауын күрһәтте. Уйын һөҙөмтәләре буйынса Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Юлыҡ-1 командаларының мәрәйҙәр һаны тигеҙ булып сыҡты. Барлыҡ уйындарҙа ла ҡапҡаға индерелгән һәм үткәрелгән шайбалар иҫәбе айырмаһына ярашлы, кубокты Юлыҡ-1 командаһы яуланы. Ҡауарҙылар – 2-се, сәйетбабалар 3-сө урынға лайыҡ булды. “Иң күп шайба индереүсе” булып Илмир Собханғолов танылды.
Еңеүсе һәм призлы урындарҙы яулаусыларға “Хәләл-Еҙем” кооперативы рәйесе Фәнил Басиров кубок, миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Фәнил Миңлеғәле улы элекке билдәле йүгерек, еңел атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, 12 тапҡыр Башҡортостан чемпионы, марафонсы, марафон йүгереүе буйынса Рәсәй чемпионатында баҡыр миҙал яулаусы, Өфө, Мәскәү асыҡ марафондарында еңеүсе, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы үҙенең юбилей даталарына еңел атлетика буйынса ярыштар уҙғара килде. 60 йәшлек юбилейын боҙ майҙансығында хоккейсылар менән ҡаршыланы.
Хоккей командаларының оҫталыҡтары артҡандан-арта бара, үҙҙәрен формалар менән тәьмин итәләр. Сәйетбабалар һәм юлыҡтар матур хоккей майкалары алған. Юлыҡтарҙың ҡапҡасы экипировкаһы берәү булһа, аҡса йыйып, йәнә берәүҙе һатып алғандар. Сәйетбаба ауылы халҡы хоккейсыларға матур формалар тектереп биргән (эшҡыуар Илдар Тереғолов эскизын эшләгән, шулай уҡ аҡсалата ярҙам күрһәткән).
-Бындай турнирҙар киләсәктә лә дауам итер, башҡа ауылдар ҙа ҡыҙыҡһынып, хоккей уйынында ҡатнашырға теләк белдерер, тип ышанабыҙ, - тине Фәнил Басиров барыһына ла уңыштар теләп.
-Юрмаштарҙың, бәләкәй ауылдан булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр ярышҡа тулы команда менән килеүҙәре маҡтауға лайыҡ. Ә Красноусолда хоккей майҙансығы булып та команда туплай алмауҙары һәм турнирҙа ҡатнашмауҙары аңлашылып етмәй, - ти ТОС рәйесе Рәхимйән Юлыҡов.
Уйынсыларҙы “Хәләл-Еҙем” кооперативы хеҙмәткәрҙәре тәмле аштары менән һыйланылар. Сәмле бәйгенән командалар үҙҙәренә көс-дәрт алып, ҙур ҡәнәғәтлек менән таралышты.
Читайте нас: