+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 17:15

Көрәш көслө, таҫыл егеттәрҙе йыйҙы

20 февралдә “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов иҫтәлегенә 2003-2004 йылғы үҫмер егеттәр араһында Башҡортостан Республикаһы беренселегенә көрәш бәйгеһе үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Тап Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында районыбыҙ ерлегендә ошондай сара үтеүе тағы ла әһәмиәтле. Төрлө райондарҙан бик күп көрәшселәрҙе йыйған был оло сарала республикабыҙҙың, районыбыҙҙың хөрмәтле, абруйлы ҡунаҡтары, тренерҙар, спорттың был төрөн үҙ иткән кешеләр ҡатнашты.

Районыбыҙҙың Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе барабансылар (етәкселәре Ә.Р. Насирова) бәйгенең асылыуын белгертеп, әйҙәүсе тауыш сығарыуы залды йәнләндереп ебәрҙе. Барабан тауышы аҫтында өс кешенән торған байраҡ йөрөтөүсе төркөм Башҡортостан һәм Рәсәй флагын тотоп алға үтә, уларҙы йәш армеецтар (етәкселәре А.Р.Миңлебаев) оҙата бара. Бәйге һәм 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан бындай сығыш сараны биҙәп кенә ҡалманы, тантаналы, аһәңле, матур күренеш тә булды.
Сара үтәсәк залда спорт маршы яңғырай. Алып барыусылар батыр көрәшселәрҙең район-ҡалаларын атауға командалар теҙелеп залға үтә. Бына улар: Әбйәлил, Баймаҡ, Балтас, Йыла-
йыр, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Шаран, Дыуан, Хәйбулла, Илеш, Учалы, Стәрлебаш, Ғафури, Ишембай, Мәләүез райондары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Туймазы, Ишембай ҡалалары. Ысынында ла, йөрөш-тороштары, төҫ-ҡиәфәттәренән үк ғәййәрлектәре күҙгә бәрелеп торған был егеттәрҙе республикабыҙҙың иң көслө көрәшселәре тип атарға хаҡлыбыҙ. Тренерҙар менән аралашҡанда көрәшерҙәй егеттәребеҙ булһа ла, уларға ҡыйыулыҡ етмәүе, икенсенән, атай-әсәйҙәренең был спорт төрө менән шөғөлләнергә ризалыҡ бирмәүҙәрен дә әйтеп киткәйнеләр. Шуға ла ҡыйыулыҡты, ҡатҡыллыҡты, көстө, таҫыллыҡты сағылдырыусы көрәш менән үҙ улдарын сыныҡтырған атай-әсәйҙәргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы көрәш бәйгеһенә килгән барыһын да тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.
- Был сараның байрам алдынан үтеүе лә әһәмиәтле. Ғафури ере ил өсөн бик күп батырҙар тәрбиәләгән. Райондан Бөйөк Ватан һуғышында биш Советтар Союзы Геройы сығыуы ҙур ғорурлыҡ. Бына бөгөн Рәсәй Геройыбыҙ Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов иҫтәлегенә Башҡортостан Республикаһы беренселегенә көрәш бәйгеһенә йыйылғанбыҙ. Йыл һуҙымында бик күп спорт саралары үткәрәбеҙ, был тәңгәлдә әүҙем йәштәрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Шулай уҡ райондарҙа һоҡланғыс ярыштар үткәргән, һәр саҡ беҙҙең менән булған БР “Көрәш спорты һәм билбаулы көрәш Федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Вәкил Ильясовҡа, ошондай саралар үткәрергә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Роберт Йосоповҡа рәхмәт әйтеп үткем килә. Ә инде көрәшселәргә уңыштар теләйем, - тип тамамланы Ф.Ф.Сыңғыҙов үҙ сығышын.
В.И.Ильясов район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа һәм бик күп тренерҙарға Рәхмәт хаттары тапшырып үтте.
Ошондай уҡ көрәш бәйгеһе бынан алда Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондарында ла үткән. Унда икенсе йәш төркөмө буйынса көрәшселәр бил һынашһа, Ғафуриҙа 2003-2004 йылғы үҫмер егеттәр араһында көрәш ҡыҙыу барҙы. Уларҙың йәш, ауырлыҡ үлсәме буйынса ла тап килеп тороуы көрәште сәмлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ яһаны. Тамашасылар ҙа судьялар менән бергә келәмгә сыҡҡан һәр көрәшсене күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтте. “Иҫкәрмә” булған осраҡта, видео аша ҡарап алыу мөмкинлеге лә бар ине. Ҡасандыр үҙҙәре лә көрәш бәйгеләренән ҡалмай йөрөгән судьялар, келәмгә сыҡҡан көрәшселәргә дөрөҫ баһа бирә барҙы. Ҡыҙыл һәм йәшел көрәш кейемендәге, билдәренә шундай уҡ билбау бәйләгән егеттәр ике ҡул менән ҡаршы көрәшсеһенең билбауын ныҡ итеп тотоп, бер аҙ аймаҡлашып, ҡаршы көрәшсенең тәнен йомшартҡанын тойомлап, яурын аша алып йығырға тейеш. Бында көс тә, сослоҡ та, етеҙлек тә, ғәйрәтлелек тә, тәнеңде ҡатҡыл тота белеү ҙә кәрәк. Һәр кем еңеү өсөн көрәш алдынан ғына түгел, көн дә ныҡышмалы күнекмәләр эшләү кәрәклеген аңлағандыр. Ҡатнашыусылар күп булғанлыҡтан, көрәшселәр ике келәмдә көс һынашты. Көрәш 55, 60, 65, 70, 75, 80, 85, 90, 110 ауырлыҡ үлсәмендә барҙы. Ҡатнашыусылар иң күп булған (30 егет) тәүге ауырлыҡ үлсәмендә еңеү өсөн көрәш айырыуса сәмле барҙы. 55 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә Өфө ҡалаһынан Вадим Дорафеевҡа, 60-та - Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Рубин Раджаповҡа, 65-тә - Туймазынан Айнур Лоҡмановҡа, 70-тә, 75-тә - Ишембай районынан Алмаз Кирәев менән Марсель Мырҙагилдинға, 80-дә - Стәрлетамаҡтан Даниил Сөләймәновҡа, 85-тә - Октябрьскийҙан Рәмил Кашаповҡа, 90-та - Баймаҡтан Ислам Ишдәүләтовҡа, 110-да Хәйбулла районынан Никита Cабинға беренсе урын бирелде. Беҙҙең райондан Тимур Ҡолманов (Үзбәк ауылы егете, тренеры М.Ғ.Зарипов) 110 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә икенсе урын алыуға өлгәште.
Сара һуңында еңеүсе тип танылған оҫта көрәшселәргә Маҡтау грамоталары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Беренсе урынға сыҡҡан көрәшселәрҙең тренерҙары ла Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр алды.
- Көрәштең дә төрлө алымдары бар. Иң беренсе көс һәм сәләмәт булыу кәрәк, әлбиттә. Мин үҙем физика уҡытыусыһы булһам да, көрәш менән ҡыҙыҡһыныуым көслө. Көрәш буйынса түңәрәк тә алып барам. Ғафуриға килеп, бер-ике тапҡыр ошондай бәйгелә ҡатнашҡаныбыҙ булды. Ул саҡтарҙа ярыштар мәктәп спорт залында үткәрелә торғайны. Бар уңайлыҡтары булған бындай комплекста үтеүе оҡшаны, зал иркен. Ойоштороусыларға ла рәхмәт, матур итеп ҡаршы алдылар. Үҙебеҙҙә лә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөп бөткәс, келәмдә осрашырбыҙ тип өмөтләнәм, - тип, әңгәмә араһында һөйләп үтте Учалынан килгән тренер Рәмил Ғәле улы Әхмәтйәнов үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Келәмгә сығырға йөрьәт иткән көрәшселәрҙең барыһына ла "афарин" тиергә генә ҡала. Район мәҙәниәт һарайы артистары тәнәфес ваҡытында, ялға туҡтағанда бәйгегә килеүселәргә дәртле йыр-моң бүләк итеүе лә был сараны сикһеҙ байытты, күтәренке кәйеф булдырҙы.
Көн оҙоно барған бәйге кискә генә тамамланды. Көрәшселәр бер-береһенә ҡул биреп, яурындарынан ҡағып, дуҫтарса ҡәнәғәтлек менән таралышты.
Читайте нас: