+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Февраль 2021, 14:40

Халҡым теле – хаҡлыҡ теле

Сәйетбаба китапханаһында Туған тел көнөнә арналған сара үтте

Атай тигәндә лә һин кәрәк,
Әсәй тигәндә лә һин кәрәк.
Күңелемдең һүнмәҫ нуры һин,
Мәңге йырланасаҡ йырым һин,
Моңло- йырлы туған телем һин...
Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған саралар үтте: туған телгә бағышланған класс сәғәттәре, тасуири шиғыр һөйләүселәр, иң оҫта инша яҙыусылар конкурсы. Былары мәктәп эсендәге генә саралар булһа, ауыл, район, хатта республика күләмендә уҙғарылған сараларҙа ла бик теләп ҡатнаштыҡ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы ойошторған онлайн “XIII Кейекбаев уҡыуҙары”нда рес-публика фәнни-практик конференцияһы бер төркөм уҡыусыларыбыҙ ҡатнашты. 6-сы класс уҡыусыһы Айгөл Рәхимова “Һүҙ оҫтаһы” номинацияһы еңеүсеһе булды, шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһы ойошторған онлайн “Игебаев уҡыуҙары”нда үҙе ижад иткән шиғыры менән Айгөл призер булып танылды. Башҡорт тел ғалимы, талантлы яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап, Ж.Кейекбаевтың йорт-музейы менән Жәлил Табындың исемен йөрөткән “Табын” фонды “Башҡорт телен яратам” исемле әҙәби марафон уҙғарҙы. Улар Ж.Кейекбаевтың ниндәй ҙә булһа әҫәрен йә яттан һөйләп, йә тасуири уҡып видеоға төшөрөп ебәрҙеләр. Бигерәк тә башланғыс класс уҡыусылары теләп ҡатнашты. Уларға оло класс уҡыусылары ла ҡушылды.
Сираттағы күркәм сара Сәйетбаба модулле китапханаһында 8-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында уҙҙы. “Халҡым теле - хаҡлыҡ теле” тип аталған мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла сараны китапхана мөдире Илһөйәр Шамил ҡыҙы Мортазина “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә ойошторҙо. Сараның маҡсаты - киләсәк йәш быуында башҡорт теленә һөйөү уятыу, туған телдең ниндәй бай һәм бөйөк булыуын аңлатыу. Әңгәмә башында Илһөйәр Шамил ҡыҙы сығыш яһап, уҡыусыларҙы телдең һаҡсылары булырға саҡырҙы, телегеҙҙе яратығыҙ, ҡәҙерләгеҙ, һаҡлағыҙ, телде ҡәҙерләгән кеше ҡәҙерле булыр, тип тамамланы үҙенең сығышын.
Сараның икенсе өлөшөндә уҡыусылар викторинала ҡатнашты. Һорауҙар туған телгә лә, шағирҙарға ла бағышланды, руссанан башҡортсаға тәржемә лә яһанылар. Викторина уйынында иң күп балл йыйып, Камила Ҡунафина -1-се, Динар Ишниязов - 2-се, Наҙгөл Рәхимова 3-сө урынға сыҡтылар.
Еңеүсе уҡыусыларға “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рифат Баймөхәмәтов Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы һәм иҫтәлеккә китап бүләк итте. Был сара барыһының да күңеленә хуш килде. Уҡыусыларҙың белемдәре тағы ла артты һәм тағы ла күберәк уҡырға, күберәк белергә тигән сәм өҫтәлде. Илһөйәр Шамил ҡыҙы һәр ваҡыт мәктәп уҡыусылары менән берлектә ниндәй ҙә булһа кисәләр ойоштороп тора, уҡыусылар үҙҙәре лә китапханаға теләп килә. Ойошторолған һәр сара үҙенең яңылығы менән айырыла.
Һәр бер кеше үҙ туған телен һөйөргә, яратырға тейеш. Туған тел – Ватан, ата-әсә кеүек бөйөк, изге һәм ҡәҙерле һүҙ ул.
Зилә ИҘРИСОВА,
Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: