+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Февраль 2021, 16:20

Әсә телендә 100 һүҙ

18 февраль Ташбүкән ауылы мәҙәниәт йортонда Туған телдәр көнө уңайынан “Әсә телендә 100 һүҙ” тигән баш аҫтында диктант үтте.

Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Роза Кәримова сарала ҡатнашыусылар иғтибарына яҙыласак диктантты тасуири уҡып ишеттерҙе. Диктант Зәйнәб Биишеваның “Уйҙар, уйҙар” повесынан алынды. Диктантты яҙырға Миңлебикә Мөьминова, Нәсимә Кәримова, Минизам Булатов, Әлиә Зөбәйҙуллина теләк белдерҙе. Һуңынан сарала ҡатнашыусылар китапханаға үтеп, “Шиғриәт минуттарында” билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡып ишеттереп, тасуири уҡыу алымдарын иҫкә төшөрҙөләр.
Туған телдәр көнө матур сара һәм күңелле осрашыу менән үтте.
Роза КӘРИМОВА,
Ташбүкән ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе.
Читайте нас: