Төп доклад менән биләмә башлығы Валерий Локоленко сығыш яһаны.
- Уҙған йыл Зауыҡлы биләмәләр йылы булғанлыҡтан, бар иғтибар төҙөкләндереүгә йүнәлтелде. Ауыл хакимиәте менән бер рәттән ауыл кешеләре лә ҡоймаларҙы, ҡыйыҡтарҙы йүнәтеүгә ҙур тырышлыҡ һалды. Йәй көнө юл билдәләре урынлаштырыу буйынса эштәр башҡарылды, зыярат янында стенд ҡуйылды. Йыл һуҙымында урам яҡтыртҡыс фонарҙар өлөшләтә алыштырылды, шәмбе өмәләрендә әүҙем ҡатнаштыҡ. Әйҙәгеҙ, быйыл да был йүнәлеш буйынса эште дауам итәйек, ауылыбыҙҙы иң яҡшыһы итеү өсөн тырышайыҡ, сөнки беҙгә ял итеүселәр төрлө яҡтарҙан килә, шуға ла һәр кем үҙенең йорт янын тәртипкә килтерергә, хәл-торошон (сүп-сар, кесерткән) күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш, - тине биләмә башлығы.
- “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, тәгәрмәслек трактор һатып алыуға өлгәштек. Финанс ярҙамы күрһәтеүселәргә, шулай уҡ бағыусыларыбыҙ Илдус Фәрит улы Баязитовҡа, Рөстәм Таһир улы Анамуратовҡа һәм башҡаларға ҙур рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Тракторға этәргес һәм тейәгес һатып алынды. Бөгөнгө көнгә коммерция булмаған ойошма теркәлеү үтте һәм беҙ төҙөкләндереү өлкәһендә эшләргә планлаштырабыҙ.
Янғын хәүефһеҙлегенә килгәндә, Толпарҙа өс мотопомпа һәм 700 метрҙан ашыу еңсәләр, Ерекле ауылында бер помпа һәм 250 м еңсәләр иҫәпләнә. Барлыҡ йорттарға ла янғын иҫкәрткестәр урынлаштырылды, әммә тикшереү барышында бер нисә йортта электр үткәргестәрҙең насар хәлдә булыуы асыҡланды, бәғзеләр ауылға электр уты үткәрелгәндән, 1997 йылдан бирле электр үткәргестәрен яңыртмаған, яҙға тиклем был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә уйлашабыҙ. Әлегә берәҙәк эттәр, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләү, клуб төҙөү мәсьәләләре асыҡ килеш ҡала. Хөрмәтле ауылдаштар, был мәсьәләләргә етди ҡарайыҡ, - тип тамамланы үҙ сығышын В.Локоленко. Биләмә башлығы быйылғы пландары менән дә уртаҡлашты: төҙөкләндереү эштәре артабан да дауам итәсәк, клуб ҡоймаһын яңыртыу (евроштакетниктар һатып алынған), обелиск биләмәһен төҙөкләндереү, янғынға ҡаршы техникаға йылы бина, социаль үҙәк төҙөү күҙаллана.
Артабан район Советы рәйесе, ветстанция начальнигы Ф.Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ф.Кейекбаев, административ комиссияның яуап-лы секретары Ю.Нәзировтың сығыштары тыңланды.
Ултырышта ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Улар араһында үҙәк урамдарға яһалма тигеҙһеҙлектәр һалыу, автомобиль юлын баҫып барған ағастарҙы киҫеү, Ерекле ауылына тиклемге юлды (10 км) төҙөкләндереү, бында электр уты өсөн генератор менән тәьмин итеү кеүек һорауҙар булды.
Йыйылыш һуңында Толпар ауыл советы ауыл биләмәһе Советы депутаттары ҡарар ҡабул итте. Ошоноң менән асыҡ ултырыш үҙ эшен йомғаҡланы.