+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Март 2021, 12:50

Туҡландырыу - төп мәсьәлә

Балаларҙы туҡландырыу мәсьәләһе һәр ваҡыттағыса иң мөһиме булып ҡала. Районыбыҙ мәктәптәрендә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балаларҙың туҡланыуы нисек ойошторолған, йылы аш менән кем тәьмин итә, сифаты ҡәнәғәтләнерлекме һәм уны кем контролдә тота? Беҙҙе һәм ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған ошондай көнүҙәк мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү йәһәтенән район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы СОЛТАНМОРАТОВ һәм туҡланыу буйынса технолог Фаягөл Камил ҡыҙы ЛАТИПОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

-2020-2021 уҡыу йылында районда 38 дөйөм белем биреү ойошмаһы (шуның 19-ы юридик берәмек) булып, барлығы 4323 уҡыусы иҫәпләнә. 38-ендә лә туҡланыу мәсьәләһе хәл ителгән, - тип башланы һүҙен Р.Солтанморатов. –Мәктәп уҡыусыларын тулыһынса йылы аш менән тәьмин итеү йәһәтенән Юрмаш ауылындағы башланғыс мәктәпкә (Ҡарағай урта мәктәбе филиалы булып тора) төкәтмә төҙөтөп, аҙыҡ-түлек блогы булдырылды. Шулай уҡ 6 башланғыс мәктәп муниципаль бюджет иҫәбенә технологик ҡорамалдар менән тулыланды. 2019 йылда Иҫке Тайыш башланғыс мәктәбендә (Имәндәш мәктәбе филиалы) аҙыҡ-түлек блогы булдырылды, ул йылытылып, канализация үткәрелде һәм ҡорамалдар (һыуытҡыс, электр плитаһы, өҫтәл-ултырғыстар, һауыт-һаба йыуғыс һәм башҡалар) урынлаштырылды.
Районыбыҙҙа мәктәпкәсә белем биреү 40 объектта (уларҙың 4-һе юридик берәмек, район үҙәгендәге балалар баҡсалары) ойошторолоп, уларҙа 1700 бала тәрбиәләнә. Тәрбиәләнеүселәр дүрт тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә.
- Мәктәптәрҙә уҡыусылар нисә тапҡыр туҡлана?
- Мәғлүм булыуынса, 2020 йылдың сентябренән башланғыс белем алыусы уҡыусылар бушлай йылы аш менән тәьмин ителде. Бушлай ҡайнар аштың хаҡы көнөнә бөгөн 57,43 һум (50,54 һумы – федераль, 6,89 һумы – республика бюджетынан) тәшкил итә.
Күмәк балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға ла бушлай ҡайнар аш ойошторолдо, уның хаҡы 5-11-се кластар өсөн көнөнә 55 һум (100% - республика ҡаҙнаһынан) тора.
Мәктәптәрҙә инвалид-балалар һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн бушлай ике тапҡыр (иртәнге һәм төшкө аш) туҡланыу ойошторолдо. Бындай туҡланыуҙың хаҡы көнөнә 100 һум (90 һумы – Башҡортостан Республикаһы, 10 һумы район бюджетынан) тәшкил итә.
Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында тороп уҡыусылар өсөн 5 тапҡыр йылы аш ойошторолдо, туҡланыу көнөнә 118 һум тәшкил итә. Килеп уҡыусылар өсөн 3 тапҡыр ҡайнар аш ойошторолоп, уның хаҡы - 108 һум.
- Бер нисә йыл элек районыбыҙ мәктәптәре аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыу хеҙмәтенә күсерелгәйне? Улар туҡланыуҙы нисек ойошторҙо?
- Эйе, районыбыҙҙың бөтөн белем биреү ойошмалары ла туҡланыу хеҙмәттәре аутсорсингына күсте. Район мәғариф бүлеге ҡарамағында белем биреү учреждениелары ихтыяжы өсөн заказдар урынлаштырыу буйынса комиссия булдырылды. Туҡланыуҙы һатып алыуҙар тураһындағы Федераль законға ярашлы конкурста еңеүселәр тормошҡа ашыра. 44-се Федераль законға ярашлы учреждениеларҙа туҡланыу хеҙмәтен ойоштороусылар булып ике оператор - “Сифат тирмәне” (“Мельница качества”) ЯСЙ-е (директоры – С.И.Фомина), “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е (директоры – Г.Ш.Урманшина) тора. Улар менән барлыҡ контракттар 2 йылға төҙөлдө.
-Туҡланыу хеҙмәтен ойоштороусыларға ниндәй талаптар ҡуйылған?
- Махсуслаштырылған ойошманы һайлауҙа төп талаптар: балаларҙың мәктәпкәсә учреждениела йәки мәктәптә туҡланыуын ойоштороуҙа тәжрибә, квалификациялы белгестәрҙең булыуы, сифат гарантияһын һәм етештерелгән продукцияның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, матди-техник базаның, тиҙ боҙолоусы йөктәрҙе һәм әҙер продукцияны ташыу буйынса махсуслашҡан автотранспорттың, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә абруйы булыуы. Беҙҙең аутсорсерҙарыбыҙ был талаптарҙың барыһына ла тап килә, туҡланыуҙы ойоштороуҙа үҙ бурыстарын дөрөҫ аңлайҙар һәм һәр төрлө мәсьәләләр буйынса беҙ улар менән үҙ-ара аңлашыу табабыҙ. Бындай файҙалы һәм емешле хеҙмәттәшлеккә әҙер булғандары өсөн уларға рәхмәтлебеҙ. Бынан тыш, беҙҙең туҡланыу хеҙмәттәре менән тәьмин итеүселәребеҙ үҙҙәренә төбәлгән һәр төрлө тәҡдим һәм иҫкәрмәләргә иғтибар күрһәтергә тырышып, учреждениелар етәкселәре һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән үҙ-ара аңлашып эш итәләр.
- Ә аҙыҡ-түлек блоктарында эштәр нисек? Был ауыр йөк мәктәп директорҙары иңенән алыныуға ҡарамаҫтан, улар яуаплылыҡ хаҡында онотмайҙармы?
- Белем биреү учреждениелары етәкселәре, әлбиттә, туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләренән азат түгелдәр, әүәлгесә үҙҙәренең төп бурыстары тип иҫәпләйҙәр. Улар аутсорсерҙар менән дә, кәрәк булһа, беҙҙең менән дә бәйләнеште өҙмәйҙәр. Аҙыҡ-түлек блоктарын етешмәгән һәм кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә әүҙемлек күрһәттеләр.
Белем биреү учреждениелары етәкселәре менән санитар ҡануниәтте үтәү буйынса Роспотребнадзорҙың территориаль бүлеге һәм Ветеринар күҙәтеүе вәкилдәре менән берлектә эш даими алып барыла. Туҡланыу хеҙмәте күрһәтеүселәр шулай уҡ учреждениелар һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре араһында бәйләнештә әүҙем ҡатнашалар.
Шуны айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, барлыҡ белем биреү учреждениеларының ашханалары ла ҡайнар аш менән туҡландырыу хеҙмәттәрен күрһәтеүгә яраҡлылыҡ сертификатына эйә, шулай уҡ белем биреү ойошмалары йыл да “БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” ФБУЗ филиалы менән блюдоларға лаборатор тикшереүҙәр уҙғарыуға, һыуҙы санитар-химик һәм микробиологик күрһәткескә тикшереүгә, йыуынты һыуҙарҙың микробиологик тикшереүгә һәм ашнаҡсыларҙың санитар-гигиеник уҡыуын уҙғарыуға килешеүҙәр төҙөшә.
Райондың бөтөн белем биреү учреждениелары ла туҡланыуҙағы аҙыҡ-түлек өлгөләрен лаборатор тикшереүҙәргә ебәреү буйынса “Тикшереү үҙәге” ДҠУ-һы менән килешеүҙәр төҙөштө, белгестәре тарафынан тикшереүҙәр уҙғарыу өсөн аҙыҡ продукцияһының 56 өлгөһө алынды. Һөҙөмтәлә, өлгөләрҙең 6-һы ғына талаптарға тап килмәүе билдәле булды. Асылған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар үҙ ваҡытында күрелде.
Беҙ үҙебеҙ ҙә продукцияларҙың сифатын яҡшыртыу буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Шундай ыңғай факттарҙы әйтеп китергә кәрәк, район мәғариф бүлеге “БР Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында” дәүләт программаһы сиктәрендә бушлай ҡулланыу өсөн ошондай ҡорамалдарҙы алыуға өлгәште: “Филин” люминоскобы – продукция сифатын билдәләү приборы; СОЭКС Эковизор Ғ3 – радиактив фондың кимәле күрһәткестәрен һәм нитраттар миҡдарын һәм һыуҙың ҡатылығын үлсәү приборы. Был приборҙар ярҙамында беҙ аутсорсерҙар тәьмин иткән продукттарға тикшереүҙәр уҙғарабыҙ. Һыйыр майы һәм ите, голланд сыры, йәшелсә-емештәрҙең өлгөләре алынды. Анализдар барыһы ла нормала булыуын күрһәтте.
- Интернетта республика мәктәптәрендә менюға ҡарата күп кенә дәғүә-ҡәнәғәтһеҙлек белдереп яҙыуҙарҙы уҡырға тура килә: ҡайҙалыр көн дә бер төрлөлөк ялҡытһа, икенсе районда блюдолар һалҡын килеш бирелә, бәғзеләрендә иртәнге аш төшкөһөнән бер ҙә айырылмай һәм башҡалар. Был тәңгәлдә беҙҙә хәлдәр нисек?
- Районыбыҙҙың барлыҡ белем биреү учреждениелары ла 2020 йылдың 1 сентябренән БР буйынса Роспотребнадзорҙың территориаль Идаралығы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан раҫланған берҙәм республика менюһы – 3-сө Вариант буйынса эшләйҙәр. Тимәк, меню белгестәр тарафынан үҫеп килеүсе организмға кәрәкле матдәләрҙе, витаминдарҙы күҙ уңында тотоп төҙөлә. Кәбеҫтә лә, борсаҡ та файҙалы, емештәр, йәшелсә, ит һәм балыҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә продукттарҙың сифат дәүләт теркәүе сертификаты (СГРК) булыуы шарт. Әйткәндәй, көндәлек меню мәктәптәрҙең сайтында ҡуйылып бара, ата-әсәләр уның менән көн дә таныша ала. Бөтә дөйөм белем биреү ойошмаларында ла ҡайнар аш хеҙмәтен башҡарыусы хаҡындағы мәғлүмәт һәм уҡыусылар өсөн меню менән ҡулланыусы мөйөштәре эшләп ҡуйылған. Меню ата-әсәләр комитеты күҙәтеүе аҫтында. Белем биреү учреждениеларының аҙыҡ-түлек блоктарында балаларҙың туҡланыуы сифатын контролдә тотоуҙың өс баҫҡыслы системаһы эшләй. 1-се баҫҡыс – килгән сеймалдың сифатын туҡланыу операторҙары контролдә тота. 2-сеһе – мәктәп бракераж комиссияларының көн һайын әҙер аҙыҡты ҡулланыуға рөхсәт биреү эше. 3-сөһө – ата-әсәләр яғынан туҡланыу сифатының даими контролдә тотолоуын күҙаллай. Был маҡсатта һәр белем биреү учреждениеһында ата-әсәләр контроле тураһында положение әҙерләнде. Программаға “Асыҡ ишектәр көнө”, “Мәктәптәге иртәнге һәм төшкө аштарҙы тәмләү” (дегустация), туҡланыу операторҙарының ата-әсәләр менән туранан-тура һөйләшеүе, ата-әсәләрҙе борсоған һорауҙарға яуаптар алыу кеүек саралар ингән.
- Туҡланыу өсөн түләүҙәр хаҡында ни әйтерһегеҙ?
- Райондың бөтә мәктәптәре лә туҡланыу өсөн уҡыусының социаль картаһы ярҙамында түләү буйынса автоматлаштырылған системаға күсте. 2020 йылдың 1 сентябренән һәр бер уҡыусыға үҙ иҫәбе асылып, ата-әсәләр туҡланыуға аҡсаны шунда күсерә. Шулай итеп, мәктәптә ҡулаҡса менән иҫәпләшеү юҡ. Бының өсөн ике туҡланыу операторы ла Башҡортостан социаль карталар регистры (БРСК) менән килешеүҙәр төҙөштө.
- Балаларҙы тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсыларҙы билдәләп үтеү ҙә урынлы булыр.
- Белем биреү учреждениелары ашнаҡсылар һәм ярҙамсылары менән тулыландырылған. Улар әҙерләгән аштарға, йәғни туҡланыуҙы ойоштороуға әлегә етди ялыуҙар булманы. Әгәр ҙә был тәңгәлдә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, етешһеҙлектәр булһа, мәктәп етәкселеге һәр ҡайһыһын хәл итергә әҙер. Туҡланыуға ҡағылышлы һәм башҡа һорауҙар менән туранан-тура район мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Туҡланыуҙы ойоштороу буйынса барлыҡ мәғлүмәтте мәктәптәр сайтында, ә уҙғарылған саралар, семинарҙар, кәңәшмәләр хаҡында мәғариф бүлеге сайтында табырға мөмкин. Беҙ шулай уҡ һәр кем менән асыҡ һәм ышаныслы һөйләшеүгә һәр ваҡыт әҙербеҙ. Кадрҙарға килгәндә, балаларҙың туҡланыуы – үҙ эшенең оҫтаһы булған һөнәрмәндәр ҡулында. 2020 йылда хеҙмәттәге уңыштары өсөн районыбыҙҙың аҙыҡ-түлек блогының өс шеф-ашнаҡсыһы Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан бүләкләнде: Красноусолдағы 1-се урта мәктәптән Т.И.Семенова Маҡтау грамотаһына, Юлыҡ мәктәбенән Г.З.Ҡоҙайғолова менән Красноусолдағы “Әкиәт” балалар баҡсаһынан Ф.Б.Йәрмиева Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, бөтәһе (балалар, ата-әсәләр, ашнаҡсылар, аутсорсерҙар, мәғариф бүлеге) исеменән туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһенә ҙур иғтибар күрһәтеүе һәм ярҙамы өсөн район етәкселегенә, шәхсән район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
- Фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.
Читайте нас: