+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Март 2021, 20:50

Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр аҡ ҡарҙа...

1 март Рәсәй халҡы өсөн оло ҡайғы көнө. 2000 йылда тап ошо көндө Чечен Республикаһында Аргун тарлауығында 776-сы бейеклектә чечен боевиктары менән ҡаты, ҡанһыҙ алышта Һауа-десант ғәскәрҙәренең 76-сы Псков дивизияһы 104-се парашют-десант полкының 6-сы ротаһы һәләк була. 90 десантсының 84-е,шул иҫәптән 13 офицер, сигенмәйсә, һуңғы һулыштарына тиклем, ғүмерҙәре хаҡы менән хәрби бурыстарына тоғро ҡалып, 3 меңгә яҡын террорсыға ҡаршылыҡ күрһәтә. Әммә көстәр тигеҙ булмай сыға...

Кисә Красноусолдағы Хәтер аллеяһы алдындағы майҙанда үҙҙәренең Ватан алдындағы изге бурыстарын үтәгәндә һәләк булған Псков һауа-десант ғәскәрҙәренең 6-сы ротаһы яугирҙары иҫтәлегенә арналған тантаналы митинг үтте. Унда десантсылар, локаль һуғыш ветерандары, район хакимиәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре, “Десант” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре, йәштәр, предприятие, учреждение, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғырай. Митингыны асып, район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы Владимир Герасимов тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фуат Кейекбаевҡа бирҙе.
- Бөгөнгө дата БР десантсылар, махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр ветерандарының Ғафури районындағы йәмәғәт ойошмаһы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Районыбыҙҙа 90-ға яҡын десантсы иҫәпләнә. Был ойошма ярайһы ғына йәш булыуға ҡарамаҫтан, 2018 йылда үҙ көстәре менән яугир-десантсылар иҫтәлегенә Монумент урынлаштырҙылар, үҫеп килеүсе йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү буйынса әүҙем эш алып баралар, барыһы өсөн дә һәр береһенә ҙур рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең бурыс – батырҙарҙың исемен бер ваҡытта ла онотмау, үлемһеҙ 6-сы ротаға, Рәсәйҙе һаҡлап һәләк булыусыларға мәңгелек дан! – тине Фуат Зәки улы.
Һауа-десант ғәскәрҙәренең батырҙарса һәләк булған 6-сы ротаһы яугирҙарын иҫкә алыу, десантсы-ветерандарға хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби бәрелештәр ветерандарының ра-йон йәмәғәт ойошмаһы рәйесе И.Р.Закиров, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының район ойошмаһы рәйесе В.А.Слободчиков еткерҙе. Василий Слободчиков үҫеп килеүсе йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү сараһын уҙғарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа һәм уның урынбаҫары С.Р.Ғөбәйҙуллинаға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариаты вәкиле А.Ш.Фәйезов хәрби комиссар исеменән былтыр хәрби хеҙмәткә саҡырылған 126 егеттең, шулай уҡ Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ике егеттең уңышлы хеҙмәт итеүен билдәләп үтте һәм намыҫлы ил һаҡсылары тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн ата-әсәләренә рәхмәт белдерҙе.
Митингыла ҡатнашыусылар Ватан алдындағы интернациональ бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған 6-сы рота десантсыларын бер минут тын ҡалып, хөрмәтләп иҫкә алды. Тып-тын ғына яуған ҡарлы ҡышҡы тынлыҡты ярып өс тапҡыр автомат залпы яңғыраны һәм яугир-десантсылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә веноктар, сәскәләр һалынды.
Саранан һуң район мәҙәниәт һарайында батырҙарса һәләк булған 6-сы рота яугирҙары иҫтәлегенә арналған хәтер концерты булды.

Читайте нас: