Халҡыбыҙҙың борондан килгән ҡул эштәре: балаҫ һуғыу, сигеү, япмалар, түшелдерек, селтәрҙәр эшләү серҙәрен өйрәнәләр, мәктәптә балалар менән оҫталыҡ дәрестәре лә алып баралар. Өҫтәлмә белем биреү педагогы, тегенсе, ҡул эштәре оҫтаһы Рәзилә Солтанморатова башлаған ҡорама тегеү, туҡыманан ҡурсаҡтар эшләүҙе уҡыусы балалар яратып ҡабул иткән. Милли кейемдәрҙе лә ул үҙе теккән, камзулдарға биҙәкте, баштарына тәңкәле таҫмаларҙы ла балалар менән бергә әҙерләгәндәр. Ағинәйҙәр ҡорама тегеүҙе лә балалар менән ихлас башҡара. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә барып, әрме сафынан ҡайтҡан һалдатҡа өгөт-нәсихәт еткерәләр, яңы тыуған сабыйға исем ҡушыуҙа, бәпәй туйында һәм өйләнешкән парҙарҙың никахында мөнәжәттәр әйтәләр. Ауылда ғына түгел, район һәм республика кимәлендә үткән сараларҙың уртаһында тап улар була.
Районыбыҙҙың ағинәйҙәр йыйыны Яугилделә үтеп, унда ағинәйҙәр Рәзилә Солтанморатова ҡорама тегеү, ҡурсаҡтар яһауҙы, Зилә Солтанморатова балаҫ һуғыуҙы, Клара Ишмөхәмәтова бәйләм ептәренән япма үреүҙе, Лилиә Миниязова капрон, ебәк туҡыма киҫәктәренән сәскәләр, рамдарға букеттар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Шулай уҡ улар ойошторған “Нардуған” йолаһы ла һәр кем фәһем алырлыҡ булған.
Яугилде ағинәйҙәре илебеҙҙе икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән туйындырыусы ауыл эшсәндәрен дә онотмай. Улар “Урожай” крәҫтиән хужалығы эшсәндәре янында йыш ҡунаҡ. Уҙған яҙғы сәсеү мәлендә “Ҡоймаҡ байрамы” уҙғарғандар, һәр береһе өйөп-өйөп, төрлө-төрлө ҡоймаҡтар ҡойоп килтереп, баҫыу эшсәндәрен ҡоймаҡ менән һыйлағандар һәм сығыштары менән һөйөндөргәндәр. Ә баҫыуҙарҙа уңыш йыйып алынғас, сығыштарын игенсегә, икмәккә дан йырлауға арнағандар. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы башланғыстары өсөн “Урожай” КХ ЯСЙ-е етәкселеге лә, хужалыҡ эшсәндәре лә рәхмәтле булған.
Пандемия осоронда ла әүҙемлектәрен юғалтмағандар. Рәзилә Мөхәррәм ҡыҙы ҡобайыр һөйләп, республика Интернет-бәйгеһендә ҡатнашһа, Рәзилә Әхтәм ҡыҙы менән Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы ауылдың легендалары хаҡында видео төшөрөп, халыҡҡа еткергән – был да йәштәрҙе тәрбиәләүҙең бер юлы. Зилә Рәсүл ҡыҙы менән Клара Зиннур ҡыҙы районда ойошторолған башҡорт йөрөшө бәйгеһендә ҡатнашҡан.
Ағинәйҙәр ауыл йәме булып,
Халыҡ аңы булып ҡалҡтылар.
...Ағинәйҙәр алғы сафта бара –
Башҡорт рухы көслө уларҙа.
Аҡ яулыҡлы ауыл ағинәйе,
Мөһим бурыс һинең иңеңдә.
Ейәндәрең тәүфиҡ, иман белһә,
Башҡорт йәшәр мәңге илемдә, - тип яҙа үҙенең шиғырында Яугилде шағирә-ағинәйе Лилиә Миниязова.
Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, тағы ла оҙаҡ йылдар кешеләргә изгелек, өгөт-нәсихәт орлоҡтары өләшеп йәшәгеҙ, ағинәйҙәр!