+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Март 2021, 20:55

Ауылдың иң оло кешеһе

Ҡолҡан ауылында ғүмер кисереүсе Сәбилә Әхмәтйән ҡыҙы Ғәзизова ауылдың иң оло кешеһе һанала. Ул һуғыш михнәттәрен дә, аслыҡ-юҡлыҡты ла үҙ иңендә күп кисергән. Бөгөн улы Фәтих, килене Лилиә һәм уларҙың балалары тәрбиәһендә барыһына шөкөр итеп, рәхмәтле булып йәшәй.

Сәбилә Әхмәтйән ҡыҙы 1925 йылда Сәйетбаба ауылында тыуған. Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫкәндәр. Уҡырға мөмкинлек булмағанлыҡтан, бәләкәйҙән ауыр эшкә егелеп, бар эште лә эшләп үҫә. Йәштән әрҙәнә лә ҡырҡҡан, быҙау көткән, эшләмәгән эше ҡалмаған.
- Ҡарлымандағы шәкәр заводында 5 ай эшләнем дә, кире ауылға ҡайтып, фермаға һыйыр көтөргә керҙем. Аҙаҡ быҙау ҡарарға күсерҙеләр, унда еңелерәк ине. 25 быҙауҙы ҡарап үҫтергәс, миңә бер быҙау бирҙеләр. Ул хужаларға рәхмәт инде, шулай һыйырлы булып киттем. Аяҡта сабата, кәбән эргәһенә барып сабатаға бесәнде олтораҡ итеп түшәп һалабыҙ ҙа, шулай алыштырғансы йөрөйбөҙ, - ти ул үткәндәрен иҫкә алып.
Сәбилә Әхмәтйән ҡыҙы Ҡолҡан ауылы егете Сәмиғулла Фазлиәхмәт улы менән тормош ҡороп, 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Һуғыш юлы үткән тормош иптәше 84 йәшендә мәрхүм булған. Венер улының да ғүмере ҡыҫҡа була.
95 йәшлек ил инәһе күпте күреп, үҙ иңендә кеше күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар кисерһә лә, зарланырға яратмай. Бары тик, “ул ваҡытта бөтә ерҙә лә шулай булды бит инде”, тип кенә әйтеп ҡуя. Әле күҙҙәре күрмәй башлаған, әммә тауыштан танып, барыһы менән аңлы һөйләшеп ултыра.
“Көҙ көнө ауыл хакимиәтенән Венер Ҡунафин менән Фәнизә Байбулдина 95 йәшемә Путиндың ҡотлауын килтереп, бүләкләнеләр, рәхмәт. Улдарым Тимерғәле, Миңнур, Фәтих, ҡыҙым Рәзимә, килендәрем Мәҙинә, Гөлшат, Лилиәгә, кейәүемә рәхмәтлемен, һәр саҡ тигеҙлек менән йәшәһендәр. Ҡорт, мал-тыуар тотоп, матур донъя көтөп, уларға ла балаларының изгелеген, игелеген күреп ултырырға яҙһын”, - тип теләп ултыра ул.
Йәшлек нисек тә үтә, ҡартлығың бәхетле булһын, тиҙәр. Тормош ауырлыҡтарын күп күргән ил инәһе бөгөнгө көндә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре һөйөүендә, бәхетле ҡартлыҡ кисереп ғүмер үрҙәренә үрләй. Киләсәктә лә урынығыҙ һәр саҡ түрҙә булып, һаулыҡта, йән тыныслығында, ил, көн именлеген юрап ултырырға яҙһын.
Читайте нас: