+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Март 2021, 22:00

Изге әсә лә, гүзәл эшсе лә, йәм бирә, йән өрә тормошҡа

Ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы, тиҙәр. Ысынлап та, был илаһи затҡа Хоҙай иң оло бәхет – әсә булыу бәхете бүләк иткән. Ул өйөндә изге әсә лә, һөйөклө, һөйкөмлө ҡатын да, ғаилә усағын һаҡлаусы ла, тынғы белмәҫ хужабикә лә, ул – алыштырғыһыҙ, уңған эшсе лә.

Яҙмабыҙ шундай ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе – Урал ауылында йәшәүсе, бар ғүмерен һауынсы һөнәренә бағышлап, эшенән ғәм, кинәнес тапҡан Әминә Ғибаҙулла ҡыҙы Мусина хаҡында.
Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында тыуып үҫкән Әминәнең районыбыҙҙың Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенә ҡараған Урал ауылына килен булып төшөүенә лә 33 йыл ғүмер үткән. Мәктәптән һуң тегенсе һөнәрен үҙләштергән ҡыҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп йөрөгәндә Урал ауылы егете Рифатты осратып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Киләһе йылына мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Алина тыуа. Өс йыл йәшәгәс, йәш ғаилә тормош иптәшенең яңғыҙ әсәһен ҡарарға тип ауылға, атай нигеҙенә ҡайтып төпләнеп, хәҙер иһә йорттарын иркенәйтеп, матур донъя көтә. Бәләкәй ауылда эш тә юҡ. Ни бары 2 саҡрым арауыҡтағы Яңғыҙҡайын ауылы һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләргә мөмкин була. Ул оҙаҡ уйлап тормай, тап ошонда йөрөп булһа ла эшләргә күнә, хеҙмәт юлы 1991 йылдан башлана. Ире лә малсы булып эшкә килә. Һәм бөгөнгө көнгәсә ирле-ҡатынлы Мусиндар ал-ял белмәй, алдынғылар иҫәбенән төшмәй фермала эшләйҙәр. Бер-бер артлы ике улдары донъяға килә. Әминә бер көн дә декрет ялына туҡтамай эшләй, сөнки балалары ҡараулы, ҡәйнәһе күҙ-ҡолаҡ булып тора.
Тыныс холҡо, ипле, иҫ киткес йомарт, изге күңелле, ярҙамсыл булыуы, уңғанлығы менән төшкән ерендә абруй-ихтирам яулай килен. Алыштырғыһыҙ һауынсы була Әминә, көндәлек намыҫлы хеҙмәте менән һөтсөлөк фермаһын алдынғылар иҫәбенә сығарыуға үҙ өлөшөн индерә. Боронғоларҙың “егәрленең ҡулы етәү” тигән әйтеме бар. Был тап Әминәгә ҡарата әйтелгән кеүек. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡтың сағыу өлгөһө булған ябай ауыл ҡатынының тырышлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Йортондағы эшкә лә өлгөрә, ғаиләһе лә ҡараулы, фермала ла эше көйлө. Уның эш көнө таң һарыһынан, йәғни 5-тән башлана. Иртәнге һауынға киткәнсе өйҙәге һыйырҙарҙы һауырға, һөттө сепаратор аша үткәрергә кәрәк, башҡа ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре лә табыла. Өҫтәүенә, эш урыны ла яҡын-ара ерҙә түгел. Ҡышын үҙҙәренең атында (үҙе егеп, туғарырға ла өйрәнеп алған), йә бергә эшләгән иптәштәре менән йөрөһә, йәйгеһен велосипед ярҙамға килә. Кистәрен иһә бер аҙға эштән бушаған арала йөн тетеп, иләп, бәйләмгә тотона, бейәләй, башалтай, тәпешкәләр бәйләй, гөлдәр, сәскәләр үҫтерергә ярата. Йәйен тәбиғәт биргән байлыҡ – емеш-еләк йыйып, ҡайнатманың һәр төрлөһөн әҙерләй. Алда әйткәнемсә, йомарт күңелле Әминәгә килгән кеше бүләкһеҙ, күстәнәсһеҙ китмәй.
Бөгөн Әминә Мусинаның төркөмөндә 60-ҡа яҡын баш һауын һыйыры иҫәпләнеп, һөт һауыу аппараты менән һауып алына. Әйткәндәй, ул эшләй башлағанда уҡ ҡул менән һауыу булмаған. Ленин исемендәге колхоздың Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһы алдынғы һауынсыһы Әминә Ғибаҙулла ҡыҙы күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн былтыр БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән, 55 йәшлек ғүмер байрамына ҙур бүләк итеп ҡабул иткән. Диплом, башҡа кимәлдәге Маҡтау грамоталарына ла лайыҡ булған.
Эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүендә ғаиләһенең дә өлөшө ҙур. Тормош юлдашы Илфат Миҙхәт улы терәге-таянысы булһа, балалары ҡайтып ярҙамлашып торалар. Әминә Ғибаҙулла ҡыҙы балаларына һөйөклө әсәй, бер ейән, ике ейәнсәренә яратҡан өләсәй. Ҡыҙҙары Алина үҙе Азалия менән Айҙар исемле балаларҙың әсәһе, ғаиләһе менән Бажыҡ ауылында йәшәй. Улдары Илфат өйләнгән, бер ҡыҙҙың (Сабрина) атаһы, ә иң кесеһе - Илшат электрик һөнәренә уҡып йөрөй, икеһе лә Стәрлетамаҡта.
8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар байрамын уңышлы ҡаршылаған Әминә Мусинаны байрам менән ҡотлайбыҙ, артабан да арымай-талмай, иҫән-һау эшләүен теләйбеҙ.
Читайте нас: