+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Март 2021, 20:55

Алғы һыҙыҡта торалар

Кеше сәләмәтлеге һағында уяу торған аҡ халатлылар - медицина хеҙмәткәре һөнәре һәр дәүерҙә лә иң талап ителгән һәм иң кәрәклеһе булып ҡала. Был һөнәр эйәләренең айырыуса мөһимлеге һәм кәрәклеге бар донъяны - кешелекте ялмап алған үтә лә хәүефле коронавирус киҙеүе мәлендә тағы ла бер тапҡыр иҫбатланды. Улар иң тәүгеләрҙән булып был сирҙең ауырлығын кисерҙе. 1,5-2-шәр смена эшләргә тура килде, аяҡтан йығылырҙай сиккә еткәндә лә, ҡулдарын төшөрмәй, киҙеүҙең төбәгебеҙгә ныҡлы үтеп инеүенә юл ҡуйманылар.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 21 йыл хеҙмәт стажына, “РФ Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә эйә булған үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Эльвира Рәмил ҡыҙы Ишбулдина һәр аҙнаның бер көнөндә оператив ултырыштарға бүлектәрҙең өлкән шәфҡәт туташтарын йыйып, ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итәләр, медицина өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы уртаға һалып тикшерәләр. Өлкән шәфҡәт туташтары ла үҙ эшен төплө белгән, тәжрибәлеләр. Улар: инфекция-наркология бүлегенән Зөлфиә Сабир ҡыҙы Әминева менән “Ашығыс ярҙам” бүлексәһенең өлкән фельдшер вазифаһын башҡарыусы Людмила Анатольевна Смирнованың стажы – 38-шәр йыл, поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы Зилиә Ғәйәр ҡыҙы Чушкина 32 йыл хеҙмәт стажлы, хирургия бүлексәһенән (бала табыу, реанимация, операция блогын берләштерә) Лилиә Зөфәр ҡыҙы Ғәлиәхмәтованың стажы – 34 йыл, терапия бүлегенән Рәйсә Хөрмәт ҡыҙы Ғәйнуллина менән сирлеләрҙе ҡабул итеү бүлексәһенән Айгөл Йәнүр ҡыҙы Дәүләтбаеваның стажы – 30-шар йыл, көндөҙгө стационарҙан Надежда Георгиевна Соколова 14 йыл хеҙмәт стажына эйә, участка шәфҡәт туташтары: Табын табиплыҡ амбулаторияһынан Нәзирә Хәмзә ҡыҙы Хәсәнованың стажы – 42 йыл, Дарьино табиплыҡ амбулаторияһынан Рәйлә Хатмулла ҡыҙы Мещянинованың стажы - 32 йыл, Еҙем-Ҡаран табиплыҡ амбулаторияһынан Лариса Флүр ҡыҙы Моталлапова менән Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһынан Фирүзә Мотаһар ҡыҙы Йәнешева 30-шар йыл хеҙмәт стажына эйә, Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияһынан Йондоҙ Хәниф ҡыҙы Ғәлекәйеваның дөйөм стажы – 40 йыл, шуның 30 йылы - шәфҡәт туташы, БР һәм РФ-ның Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған. Быйыл Йондоҙ Хәниф ҡыҙының юбилей йылы, 60 йәшен дә билдәләйәсәк.
Сираттағы ултырыштан һуң, күмәкләп фотоға төшкән шәфҡәт туташтары фотоның 8 Мартҡа арналған байрам һанында гәзит битендә урын аласағын белгәс, үҙҙәренә байрамға ҙур бүләк итеп ҡабул иттеләр. Байрам менән, хөрмәтле аҡ халатлылар!
Читайте нас: