Бөтә яңылыҡтар
7 Март 2021, 18:40

Инәйемдең иҫтәлеге

Ауылдашыбыҙ, Юлыҡ ауылында йәшәүсе Мәрйәм апай Хәсәнова инәйем Миңлебаныу Әбделмәнованың үҫтергән гөлдәрен 40 йылдан ашыу ғүмер үткәс, беҙгә ҡомартҡы итеп тапшырҙы. Инәйем 20 йыл инде арабыҙҙа юҡ, урыны ожмахта булһын. Ул гөлдәр яратты, тәҙрә төптәрендә күҙҙең яуын алырлыҡ гөлдәр, баҡсала матур сәскәләр үҫтерә ине.

Мәрйәм апай ауылда йәшәүсе Көмөшбикә апайымды осратып: “Инәйеңдең гөлдәре үҫә бит миндә, әйҙә, инеп, уларҙы күреп сыҡ”, - тигән. Бергә сәй эскәс, Мәрйәм апай: “Мин хәҙер олоғайҙым инде, инәйеңдең гөлдәрен һеҙгә тапшырам”, - тип хәтирәләргә бирелеп, инәйемдең гөлдәре үҙенә нисек килеп эләгеүен һөйләгән.
- Миңлебаныу апайҙың тәҙрә төптәрендә матур-матур гөлдәргә күҙем ҡыҙып, һоҡланып, ҡайҙа кереп һорап алайым әле, тип өйөнә кереп киттем. Керһәм, өйҙә бер кем дә юҡ, бар ерҙә бөхтәлек, таҙа, күркәм гөлдәр күҙҙең яуын ала. Түҙмәнем, хужабикәнән рөхсәт һорамаһам да, һындырҙым да алдым. Ул ваҡыттан күпме ғүмер үтте. Инәйеңдәр район үҙәгенә күсеп китеү сәбәпле, үҙе иҫән саҡта күреп, был хаҡта әйтә алманым, - тигән.
Ҡомартҡы булып ҡалған беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле яран гөлдәр хәҙер инәйемдең төҫө булып беҙҙең тәҙрә төптәребеҙҙе биҙәй. Мәрйәм апайға беҙ рәхмәтлебеҙ, уға иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
Зилиә ӘБДЕЛМӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: